Ижад яратҡан, ижад итергә йөрьәт итеп, шиғырҙарын “Тау йылғаһы ауазы” тип исемләнгән йыйынтыҡта баҫтырып сығарған 18 кеше, тәүге китапты - үҙҙәренең ижад емешен ҡулына алып, китаптың исем туйын үткәрҙе. Ниңә, бөгөнгө көндә китап сығармайҙармы ни?! Аҙым һайын типография, тапҡанһың кеше аптыратырлыҡ нәмә тип әйтәсәкһегеҙ! Уныһы шулай, XXI быуатта йәшәйбеҙ, китап сығарам, шиғырҙарымды баҫтырам тиһәң, йыраҡ йөрөйһө түгел! Тик Манышты ауылында йәшәгән, йәки шул ауылда тыуған, йә иһә яҙмышын ошо ауыл менән бәйләгән 18 авторҙың шиғырҙарын туплап китап итеп сығарып, исем туйын шул уҡ ауылда үткәреү бөгөнгө көндә сенсацияға торошло күренеш тиергә лә була!
Бер Манышты ауылынан ғына 18 кешенең: Зифа Арыҫланова, Рәшиҙә Байрамғәлина, Гөлназ Байрамғәлина, Ләйсән Байрамғәлина, Радик Байрамғәлин, Рәфиға Ғилманова, Әнүзә Йомағолова, Рәлиә Йомағужина, Мөнирә Миһранова, Рөстәм Миһранов, Хәниф Миһранов, Миләүшә Моратшина, Гөлсинә Нәбиуллина, Амаль Садыкова, Зәкирә Солтанғолова, Римма Таһирова, Азамат Хызыров, Мәхмүзә Шәғәлиеваның шиғыр яҙыу менән мауығыуы күптәрҙә һоҡланыу ҡатыш ғәжәпләнеү тыуҙырҙы. Ә ысынында иһә, күңелдәрендә шиғри һәләтлек йөрөткәндәр тағы ла күберәк булып сыҡты, тик улар был йыйынтыҡҡа шиғырҙарын тапшырып өлгөрмәгән. Китапҡа Маныштыла тыуған һәм ошо ауылда үҫкән, әлеге ваҡытта ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың шиғырҙары баҫылған. Авторҙар - төрлө һөнәр эйәләре, төрлө ҡарашлы, төрлө яҙмышлы кешеләр. Әммә уларҙың барыһының да күңелдәре шиғриәткә ғашиҡ.
Ҡояшлы, муйыл ағастары гөрләп сәскә атҡан 11 май көнө сәғәт 12 лә тулмаған әле, ә Манышты ауылы гөрләй. Бигерәк тә ауыл мәктәбе китап туйына килеүсе ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән мәшғүл. Ошо сараның мәктәп бинаһында үтеүе, мәктәп директоры Илшат Ринат улы Моратшиндың ауыл тормошона битараф булмауы ыңғай күренеш. Кешеләрҙең йөҙө лә көләс, тирә-яҡҡа байрам төҫө ингән. Сара V класс уҡыусылары башҡарыуында йыр менән башланып китте. Шиғриәт кисәһен ошо йыйынтыҡҡа ингән шиғри шәлкемдәр, тамашасыларҙы хисләндерерҙәй, күңелдәрҙе иретерҙәй һүҙҙәр менән Манышты мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Байрамғәлина һәм VIII класс уҡыусыһы Амаль Садекова байрамдың изге айҙа - Ураҙа айында үткәрелеүен күҙ уңында тотоп, фатиха алыр өсөн һүҙҙе Манышты ауылы муллаһы Мөхәмәт хәҙрәткә тапшырҙы. Ер йөҙөндәге бар эштәр ҙә изге ниәт менән эшләнергә тейеш. Мәүлит хәҙрәт тә маныштыларҙы, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы изгелеккә өндәне, иманлы булырға, йәш быуынды өгөт-нәсихәттә тәрбиәләп үҫтерергә тигән теләктәрен еткерҙе. Хәҙрәт китап авторҙарына үҙенең фатихаһын бирҙе, аҡ юл теләне.
Ҡунаҡһыҙ байрам байрам булмай бит инде! Яңы сыҡҡан китаптың исем туйына "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов, Инйәрҙең 2-се мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисов, шағир, "Ҡуңыр буға" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Зиннәт улы Кәримов, ауылдың абруйлы кешеләре, аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре һәм башҡа күп кенә ҡунаҡтар саҡырылған.
Йыйынтыҡты туплау, "Тау йылғаһы ауазы" китабын сығарыу мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған, шулай уҡ был китапта алтмыштан ашыу шиғырҙарын баҫтырған, юридик белем алып Эске эштәр министрлығы сафтарында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Рөстәм Миһранов китаптың барлыҡҡа килеү тарихы, авторҙарҙың ижады менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
- Һәр ваҡыт ауылымдың иҫ киткес матур тәбиғәтенә һоҡланып йәшәнем. Ошо хозур тәбиғәтле ерҙә тыуған кешеләрҙең шиғыр яҙыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Эшем бик етди булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ әҙәбиәткә тартылдым. Күңелемдә үҙенән-үҙе шиғри юлдар барлыҡҡа килә. Илһам уянып китһә, ҡайһы бер шиғырҙарҙы көйгә һалып, йырҙар ҙа ижад итәм. Китап сығарыу теләге ике йылдан ашыу күңелдә йөрөнө, сөнки Маныштыла шиғыр яҙыусылар күп булыуын белә инем. Теүәккәлләгән - булдырған тигәндәй, бына китап сығарыуға өлгәштек. Йыйынтыҡты туплауҙа урында ойоштороу эшен алып барған Ләйсән Ғәзиз ҡыҙына ҙур рәхмәт, - тине Рөстәм Нурулла улы һәм бер нисә китапты сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтарға, мәктәпкә, мәктәп музейына тапшырҙы, баянда уйнап, тамашасыларға үҙе яҙған йырын йырлап ишеттерҙе.
Байрамды алып барыусылар китаптың исем туйына ныҡлап әҙерләнгән. Китапта баҫылған һәр автор тураһында мәғлүмәт слайдта күрһәтелеп барҙы. Һәр береһенә һүҙ бирелде. Авторҙар рәхәтләнеп телмәр тотто, шиғырҙарын уҡыны. Мәктәп йылдары, уҡытыусылары, ауылдаштары тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Саҡырылған ҡунаҡтар китап авторҙарына бик күп йылы һүҙҙәр әйтте, ижади уңыштар теләне, бүләктәр тапшырҙы. Бынан тыш кисәлә Өфө ҡалаһында йәшәгән подполковник Азамат Хызыров Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Манышты ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар исемен мәңгеләштереү өсөн һәйкәл төҙөү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Сатура Жәүәт ҡыҙы икенсе ярты йыллыҡҡа “Урал” гәзитенә яҙылырға өндәне. Кисә йыр-моңға ла бай булды. Инйәр мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, "Елмерҙәк" халыҡ театры етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина моңло тауышы менән байрамды биҙәне. Ошо мәҡәлә авторы Илдар Шәрипов китап авторҙарын ҡотлап, ҡурайҙа “Буранбай” көйөн уйнаны. Мәктәп уҡыусылары, ауылдың студенттары тарафынан әҙерләнгән бай ғына концерт номерҙары ла кисәне йәмләне. Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә әҙерләнгән табын артында ла йыр-моң өҙөлмәне. Һуңғы ваҡытта тел, милләт тип күп һөйләйбеҙ, ил хужаларын әрләйбеҙ! Хужаларҙан да күп нәмә тора, әлбиттә, һүҙ юҡ. Ләкин күп осраҡта ғәйеп үҙебеҙҙең битарафлыҡта. Был насар күренеш ауылдарҙа ла күҙәтелә. Телебеҙҙе һаҡлауҙы, милли баҫмаларға яҙылыуҙы, милләтебеҙҙе алға әйҙәү өсөн эште үҙебеҙҙән башларға кәрәктер. Быға Манышты ауылынан сыҡҡан ижад һөйөүселәрҙең бергә йыйылып "Тау йылғаһы ауазы" тип исемләнгән китап сығарыуын өлгө итеп ҡуйырға була. Улар ҙа бит ғаилә ҡарай, донъя көтә, балалар үҫтерә, илебеҙҙең ҡатмарлы сәйәси заманында тырышып-тырмашып йәшәй. Шулай булыуға ҡарамай, мөмкинселек табып ижад итә, үҙ аҡсаларына китап сығара, телебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Афарин, маныштылар, тиергә генә ҡала!