Борондан ҡомартҡы булараҡ быуындан-быуынға күсә килгән һандыҡтың мәртәбәһен арттырыу, уны эшләү серҙәрен йәш быуынға тапшырыуҙы күҙ уңында тотоп, ошо матур сара ойошторолдо. «Һандыҡ байрамы» ҙур бер һоҡланғыс байрамға әйләнде. Унда Әбйәлил районынан тыш, күрше-тирә райондар, сит өлкә оҫталары ла ҡатнашты. Халыҡ үҙҙәренең кәсептәрен атайҙан - улға, әсәйҙән - ҡыҙға тапшыра килә. Элекке матур йолалар, ҡул эштәре тергеҙелә һәм уларға яңы заман һулышы өҫтәлә. Ҡайһы бер райондар кейеҙ, балаҫ һуғыу, йөн әйберҙәре буйынса алға сыҡһа, әбйәлилдәр һандыҡ эшләү буйынса беренселекте бирмәй. Ағастан һырлап эшләнгән эштәр, ҡул оҫталарының мауыҡтырғыс, күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәре, бүләк итеп бирерҙәй сувенирҙар - барыһы ла байрамға килеүселәрҙе һоҡландырҙы. Оҫталар байрамында иң матур ҡул эштәре лайыҡлы баһалама комиссияһы тарафынан билдәләнде, дипломдар, бүләктәр тапшырылды. Белорет районынан конкурста ҡатнашҡан ағас эштәре оҫтаһы Сәйфулла Ғайсин өс һандыҡ эшләп алып барҙы һәм II дәрәжә Диплом һәм кубок менән бүләкләнде. «Һә» тигәнсе, уның һандыҡтарын һатып алыусылар ҙа табылды. Конкурста шулай уҡ йырсылар, бейеүселәр сығыш яһаны һәм байрамға дәрт, тантана өҫтәне. Әйткәндәй, «Һандыҡ байрамын» әбйәлилдәр тәүге тапҡыр үткәрмәй, уларҙың бай тәжрибәләре бар.