Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Май 2019, 16:08

Егәрлене ваҡыт һынай

Үҙ ғүмереңде бары тик бер өлкәлә хеҙмәт итеүгә бағышлау өсөн, үҙ эшеңде яратыу, камил белеүҙән тыш, кешелә тоғролоҡ, сабырлыҡ, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын дөрөҫ таба белеү, хеҙмәттәштәреңде хөрмәт итеү кеүек һыҙаттар ҙа булырға тейештер. Был йәһәттән кешенең ҡайҙа эшләүе һәм ниндәй вазифа биләүе мөһим түгел.

“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - Башҡортостан почта бүлексәһенең Белорет почтамтының гәзит-журналдарға яҙылыу бүлегендә оператор булып эшләүсе Тәнзилә Әхмәдчина ла үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа, башҡа предприятие йәки ойошмаға эшкә китеү тураһында уйлап та ҡарамаған. Ҡырҡ ике йыл бер урында эшләп, бай тәжрибә туплаған хеҙмәткәрҙән яңы ғына был һөнәрҙе үҙләштерә башлағандар ҙа, байтаҡ йылдар эшләгән дәре лә кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Тәнзилә Рәис ҡыҙы Исмаҡай ауылында өс балалы матур ғаиләлә уртансы бала булып донъяға килгән. Х класты тамамлағандан һуң, ҡаланың 8-се бүлексәһенә почта ташыусы булып эшкә урынлаша. Бер нисә айҙан уны юллама буйынса Силәбе ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. 1979 йылда оператор һөнәренә эйә булып ҡайтҡас, бер йыл почта бүлексәһе етәкселәрен отпуск ваҡытында алмаштырып тороусы булып эшләп, райондың күп кенә ауылдарын гиҙә. Унан һуң, 1980 йылда, үҙенең тырыш, егәрле булыуын күрһәтеп өлгөргән ҡыҙҙы ҡаланың Пушкин урамында урынлашҡан 13-сө почта бүлексәһенә оператор итеп күсерәләр. Был урында ул егерме йылдан ашыу эшләгәс, 10-сы бүлексәлә ете йыл етәксе вазиваһын атҡара.
Һәр ерҙә лә коллегалары, етәкселәре тарафынан бары тик хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған ханым, Миңғәле Ғөбәйҙулла улы менән ике улға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ яҙмыш тормош иптәшен бик иртә - ғаилә ҡороуҙарына егерме йыл ғына тигәндә, яҡты донъяларҙан алып китә. Иңенә төшкән ҡайғыны күтәреүҙә, балаларын лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу, уҡытыу теләге ярҙам итә. Хәҙер инде юғары белемле юрист һөнәренә эйә булған өлкән улы Илдар "Сбербанк"та менеджер, кесеһе Вадим комбинатта слесарь-ремонтсы булып эшләй, икеһе лә әсәләре өсөн йән атып, кәрәк саҡта ярҙам итергә тырышып тора.
Тәнзилә Рәис ҡыҙының почта өлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте Башҡортостан, район почта бүлексәһе етәкселегенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. - Ғүмер буйы эшемде яратып, йүгереп йөрөп эшләнем. Ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар, ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта ла, икенсе эшкә китеү теләге тыуманы. Эшемде биш бармағым кеүек белеп, бөтә нескәлектәрен аңлап бөткәнмен инде. Аллаға шөкөр, хеҙмәттәштәрем һәйбәт, һәр саҡ аңлашып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалабыҙ, - ти ул.
Эйе, яратҡан эшең булыу - үҙе бәхет, тиҙәр. Һауа торошоноң, миҙгелдең, күңел торошоңдоң ниндәй генә ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, йәнең тартҡан эшеңдең ишек тотҡаларына үрелеү яйы һәр кемгә лә бирелмәй. Был йәһәттән Тәнзилә Рәис ҡыҙы бәхетлеләрҙән дә бәхетле!
Читайте нас: