Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Май 2019, 16:02

“Погонһыҙ һалдат булдыҡ”

Шулай тип хәтирәләргә бирелә Рысыҡай ауылы ағинәйе, Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны Зарифа Усман ҡыҙы ХАЖИНА. Ошо көндәрҙә ауылдың иң оло ветеранына 95 йәш тулды.

- Аллаһыма шөкөр, оҙон ғүмер бирҙе. Беҙҙе шул һуғыш йылдары алһыҙ-ялһыҙ эшләүебеҙ сыныҡтырғандыр. 17-лә инем һуғыш башланғанда. Ирем менән ярты йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ. Ул Великие Луки янында, бер туған Хатип ағайым Сталинград өсөн барған яуҙа һәләк булдылар. Һанап китһәң, һуғыш яланында ятып ҡалғандар, ҡайтҡас вафат булған ауылдаштарым, туғандарым анау торған таштарға (обелискыларҙы әйтә) яҙылған. Доғалар бағышлап ултырам барыһына ла, - ти ул.
Ир-ат яуға китеп бөткәс, Зарифа инәй, башҡа тиҫтерҙәре кеүек, тракторсыға уҡып, ер эштәренә тотона. Фронтҡа икмәк кәрәк. Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты быуындары ла ҡатып етмәгән бала-саға, йәштәр, ололар күтәрешә, еңеү көнөн яҡынайтыуҙа көс түгәләр.
- Ана шул йәш көйө генә һәләк булған яҡындарым өсөн дә йәшәп ятамдыр, - ти ағинәй. - Шөкөр итәм, Еңеүҙең 74-се майын да күрҙем, шуға һөйөнәм. Туғандарым, яҡындарым һәйбәт ҡарай, рәхмәт уларға. Барыһына ла оҙон ғүмер, илебеҙгә тыныслыҡ теләп ултырам.
Еңеү байрамы, тыуған көнө уңайынан Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Моратшин, ауыл старостаһы Люциә Шайморатова, ағинәйҙәр етәксеһе Хәлимә Әфләтүнова Зарифа инәйҙе ҡотлап, бүләк бирҙеләр. Ветеранға, һуғыш йылдары шаһитына, йәш быуын исеменән рәхмәт әйтеп, артабан да иҫәнлек-һаулыҡ теләнеләр. - Йыл да шулай ҙурлап, һөйөндөрөп торалар, - тине ветеран һәм ҡотлаусыларға изге теләктәрен әйтте.
“Урал” гәзитенең иң оло уҡыусыһын беҙ ҙә юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Читайте нас: