Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Май 2019, 15:40

Сик һағында торҙоҡ беҙ

Абҙаҡ ауылында Сик һаҡсылары көнөн байрам иттеләр. Унда Сермән ауылы ир-егеттәре ҡунаҡҡа саҡырылды.

Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка һәм сик һаҡсыларына арнап ҡуйылған стелаға венок, сәскәләр һалғандан һуң, яҡты донъянан киткән сик һаҡсыларын иҫкә алып бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Унан һуң ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны, сараны ойоштороусы Ғәбделмәжит Зариповҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшкәндән һуң, сараның икенсе өлөшө башланды. Унда ир-егеттәр автоматты һүтепйыйыу, ҡулдарҙа кәүҙәне күтәреү, картуф әрсеү, гер күтәреү, арҡан тартыу, ҡаршылыҡтар һыҙаты буйынса таҫыллыҡтарын, көсөн һынаны, йыр-моңға һәләтен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Сермән ауылы командаһы - I, абҙаҡтар - II, мәктәп командаһы III урынды яуланы. Уларҙы Абҙаҡ ауыл клубының “Созвездие” бейеү ансамбле ҡыҙҙары ҡотлап сығыш яһаны.

Хәким ШАКИРОВ (Абҙаҡ):

- Мин 1973-1975 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡытай һәм Корея сигендә хеҙмәт иттем. Байрамды йыл да көтөп алам. Хәҙер инде араларында иң олоһо мин ҡалдым. Хеҙмәттәштәрем бербер артлы аранан китә бара. Ошолай йылына бер тапҡыр йыйылышып осрашыу, күрешеүҙән күңелгә дәрт алып, рухи көс туплап ҡайтам.

Хәйҙәр ХӘЛИЛОВ (Мөхәмәт) һәм Риф ХӘЙРУЛЛИН (Абҙаҡ):

- Беҙ икебеҙ ҙә афған һуғышы ветерандары. Сик һаҡсылары көнөнә йыл һайын киләбеҙ, байрам ғорурлыҡ тойғоһо уята, көс бирә. Абҙаҡта 33-сө йыл йыйылабыҙ. Тәүге ойоштороусы Эмиль Мәғәсүмов булһа, хәҙер инде Ғәбделмәжит Зарипов йыл да беҙҙе бергә туплап, матур итеп байрамды үткәреп ебәрә. Быйыл афған һуғышы тамамланыуҙың 30 йыллыҡ юбилейына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, ауыл клубында матур концерт үтте. Уны ойоштороусыларға һәм ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиевкә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.



Читайте нас: