Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Июнь 2019, 19:22

Йәшәүгә дәрт уятыусы

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө Рәсәйҙә 90-ынсы йылдарҙан алып билдәләнеп килә. Бөгөн республикала был өлкәлә 15 мең тирәһе кеше 35 мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә. Йәнә лә йорт-интернаттарҙа йәшәгән 7 меңгә яҡын оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтелә.

Ҡаланың “Изгелек академияһы” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләгән Фәүзиә Зыяева яҙмыш һынауына дусар булған, яҡлауға, ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең һәм балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән. Фәүзиә Марс ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан. Белорет педагогия колледжының башланғыс кластар һәм физик культура уҡытыусыһы һөнәренә уҡып сыҡҡас, 6 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 2013 йылда социаль хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Алты йыл был өлкәлә эшләү осоронда ул яҡты йөҙлө, кешене аңлай, тыңлай, кәрәк саҡта йыуата белгән, тырыш хеҙмәткәр булып танылған. Уның ҡарамағында йәмғеһе 18 кеше иҫәпләнә. Иң олоһона 96 һәм иң кесеһенә 4 йәш.
- Беҙҙең эштә социаль хеҙмәткәр генә түгел, психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Кемеһелер үҙенең проблемалары менән уртаҡлаша, аһ-зарын һөйләй. Һәр ҡайһыһын тыңларға, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, йылы һүҙемде йәлләмәйем. Оҙаҡ йылдар ҡараған, яҡын кешемә әйләнгән инәйҙәрҙең баҡыйлыҡҡа күсеүен ауыр ҡабул итәм. Өйҙәре янынан үтеп киткәндә тәҙрәләренә ҡарап үтәм, уларҙың биргән кәңәштәрен иҫемә төшөрәм. Эшем ауыр булһа ла, яратып, күңел биреп, намыҫ менән атҡарам. Өйҙәге тейешле эштәрҙе эшләүҙән тыш, дарыуын да, магазиндан кәрәк-ярағын да һатып алып барам, ауырып китһәләр, тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртам, һораһалар, йыуындырам да. Күңелдәрен өйкәгән проблемалары менән уртаҡлашһалар, йыуатырға тырышам, - ти Фәүзиә.
Эше лә, тормошо ла көйлө уның. Тормош иптәше Илгиз Хәмит улы менән сәскәләй 3 ҡыҙ үҫтерәләр. Дианалары - X, Лилиана - VIII һәм кесе ҡыҙҙары Милана быйыл I класты тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлаған. Һәр кеше хәстәрҙе, иғтибарҙы тойорға тейеш. Социаль хеҙмәткәр ҡарауына мохтаж булған кешеләргә көндәлек хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙән тыш, күңел яраларын дауалап, йәшәүгә көс биреүсе, дәрт уятыусы ла Фәүзиә!
Читайте нас: