Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Июнь 2019, 14:24

Йөрәк йылыһын өләшеүсе

Ниңә мине, бында башҡалар ҙа үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, - тип фотоға төшөргә ризалашмай бер булды ҡала үҙәк клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлегендә 36 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Наилә Айытбай ҡыҙы ТАИПОВА.


- Бөтәһенең дә яҡшы эшләүенә шик юҡ, әммә һеҙҙе генә көтөп ятҡан, дауаланып сыҡҡанда мең рәхмәттәр яуҙырып маҡтағандарҙың шаһиты булғаным бар.
- Ярай улай булғас, - тип тыйнаҡ ҡына ризалаша Наилә апай.
Наилә Айытбай ҡыҙы Үткәл ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Өлкән апайҙары Сәхибә табиплыҡҡа уҡырға ингәс, Наилә һеңлеһе Дилә менән “врач” булып уйнай башлайҙар. Ата-әсәһен, йәйҙәрен урамда ултырған оло инәйҙәрҙе үҙҙәренсә “дауалап” кинәнәләр. Етмәһә, Рысыҡайҙа йәшәгән өләсәләре лә барған һайын: “Ана Фәридә инәйегеҙҙе Өфөнән ҡыҙы килеп, түбә таҡтаға система тигәнен аҫып ҡуйып, уколдар эшләп һауыҡтыра ла китә. Һеҙ ҙә өлкәнәйгәс мине шулай дауаларһығыҙ йәме, - тип дәртләндереп ҡайтара.
Шунан башлана ла инде икеһенең дә ныҡлап һөнәр һайлауҙары. Апайҙары һымаҡ врач булып китмәһәләр ҙә, ҡыҙҙар икеһе лә Белорет медицина училищеһында белем алып сыға.
- Эшемде яратам. Коллективым, етәксем һәйбәт, йәш белгестәр эшләй. Бөтәһенә лә рәхмәтлемен. Бер йылы көндөҙгө стационарҙа ла эшләп алдым. Юҡ, был бүлек барыбер үҙенә тартты, кире килдем, - тип һөйләй Наилә апай. - Әҙәм балаһын бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора. Ҡаза - аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәгән бит боронғолар. Тәүҙәрәк янған, туңған, юл һәләкәттәренә осрап килеп эләккән, аяҡ-ҡулдары һынып, ҡанға батып ятҡан ауыр хәллеләрҙе күреп ҡаушап, йәлләп илап та ала торғайныҡ. Тиҙ арала өйрәндек. Кемдәр генә ятмай бында. Бөрйән, Әбйәлил, башҡа райондарҙан да киләләр беҙгә. Эшкә барған, ҡайтҡан һайын башҡа ауыр яралылар булмаһын инде, оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ ятҡандарға тиҙерәк аяҡҡа баҫып, һауығып сығыуҙарын Хоҙайҙан һорайым. Зарланмайым, үҙем һайлаған, бөтә күңелемде биреп башҡарған яратҡан эшем. Кешеләргә изгелек ҡылыу, хәлдәрен еңеләйтеү, ярҙам итеү, уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү үҙе бер кинәнес тә ул.
Наилә апай тормош иптәше Зинаф Заһит улы менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Ләйсән бына-бына врач булырға тора. Башҡорт дәүләт медицина университетының V курс студенты. Азамат Өфөлә юрислыҡҡа уҡый.
- Ҡыҙым да изгелекле, кеше сәләмәтлеге һағында торасаҡ һөнәр һайлағанына һөйөнәм, - ти шәфҡәт туташы.
Тәжрибәле медсестраны ауырыуҙар ҙа, коллегалары ла ла хөрмәт итәләр.
Эйе, шәфҡәт туташы һәләте булмыштандыр ул. Улар аҡ халаттарының бөхтәлегенән алып сирлегә тейешле һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем яуап бирә. Эштәре мәшәҡәтле, талаптары ҡәтғи, яуаплылыҡтары юғары. Үҙ бурысын сир дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙың хәл-әхүәлен тыңлау, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. Нәҡ улар олоһоноң да, кесеһенең дә күңелен йыуатыусы, шәфҡәт нурын бөркөп, уға йәшәү йәмен ҡайтарыусы! Нәйлә апай - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итеүсе, яғымлы тауышы, йылмайыуы менән кешеләргә йөрәк йылыһын өләшеүсе шәфҡәт туташы. Уға артабан да маҡтаулы ла, ауыр ҙа эшендә уңыштар теләйбеҙ һәм һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: