Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Июнь 2019, 20:07

Аҡ юл яра ағинәйҙәр

Ағинәй тигәндә, бик күптәр өлкән йәштәге апай һәм инәйҙәрҙе күҙ алдына килтерә. Ә бит ауылдарыбыҙҙа ағинәй ролен 50-гә лә етмәгән ҡатынҡыҙҙар атҡара. Уларҙың төп маҡсаты - тыуған ауылында, районында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҫеп килгән быуынды илһөйәр, телһөйәр, итәғәтле һәм эшһөйәр итеп тәрбиәләү, тормош серҙәренә төшөндөрөү. Быға беҙ Үҙәнбаш ауылында үткәрелгән йома сәйе байрамында инандыҡ.

Үҙәнбаш ағинәйҙәре үҙ яңылыҡтары, йәшәйеше менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ҡунаҡҡа “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинованы, район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянованы, Сосновка ағинәйҙәре етәксеһе Земфира Шәйхетдин ҡыҙы Кәримованы, Үткәлдән Бибисара Йәнгәрәеваны, Нәсимә Заһрыеваны саҡырғайны. Йома сәйен Земфира һәм Йосоп Ғарифуллиндар, Әнисә һәм Әмин Килдейәровтар самауырҙар ҡуйып, ҡаҙандар аҫып шул тиклем матур әҙерләнгәндәр. Ашһыу әҙерләүҙә Земфира Ғилметдин ҡыҙының әхирәте Раушания Мийәрова ярҙамлашҡан.
Ғарифуллиндарҙың йорт алдында милли кейемдәр кейгән ағинәйҙәр икмәк-тоҙ, буҙа, ҡайнар сәләмләү һәм йыр-моң менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Хужаларҙың ҡаланыҡынан һис тә кәм булмаған иркен йортонда ла ағинәйҙәрҙең эшен күрһәткән стенд, “Йома мөбәрәк булһын!” тигән яҙыу эленеп тора. Үҙәнбаштарҙың оҫта ҡуллы булыуын табындағы ризыҡтарҙың төрлөлөгө лә һөйләне. Рита Әхтәм ҡыҙы Әсфәндиеваның бәлеш-картинаһы үҙе ни тора!
Йола буйынса иң тәүҙә хаҡлы ялда булған абруйлы уҡытыусы, ағинәй Гөлнур Ҡорбан ҡыҙы Ғүмәрова мәрхүмдәр рухына аят уҡыны, тереләргә иҫәнлек-һаулыҡ, ил, ғаилә именлеге теләне, мөнәжәт әйтте. Йорт хужабикәһе хәйер таратты.
Иң тәүҙә үҙәнбаштар Баймаҡта үткән һабантуйҙа ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, баймаҡтарҙың район-ҡала Ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы исеменә яҙылған Рәхмәт хатын һәм күстәнәс сәксәкте тапшырҙы.
- Баймаҡҡа Үҙәнбаш һәм Межгорье ағинәйҙәре барҙыҡ һәм әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ хис-тойғолар менән йөрәктәребеҙ йәшәреп, күңелдәребеҙ байып ҡайттыҡ. Республиканың 22 районынан килгән ағинәйҙәр байрамды йәмләндереп, йәнләндереп ебәрҙе. Изге байрам ойошторған, беҙҙе ололап, һый-хөрмәт күрһәтеп, матур итеп ҡаршы алған һәм оҙатып ҡалған баймаҡтарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ә инде Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров менән иҫтәлеккә фотоға төшөү беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк булды, - тине Үҙәнбаш ағинәйҙәре етәксеһе Римма Ғәлимйәнова. Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, тигәндәй, сентябрҙә үҙәнбаштар баймаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ. Был осрашыуҙың да юғары кимәлдә үтеренә шик юҡ.
Мәҡәләне гәзиттең 50-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: