Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Июль 2019, 15:22

Донъя йәме - ябайлыҡта

Тәкәбберлек, етдилек хаттин ашҡан заманда яҙатайым ғына тап булған ябайлыҡтан, эскерһеҙлектән хатта ки баҙап ҡалаһың. Сафлыҡтан иркенәйер һулыш төҫлө, күңел тигәнең дә ирәүән тойғолар кисерә бындай мәлдә. Июлдең икенсе йәкшәмбеһе һайын билдәләнгән Рәсәй почтаһы көнө алдынан Абҙаҡ ауыл почта бүлексәһенә юлланыуыбыҙ тап ошондай тәьҫораттарға байытты. Районыбыҙҙың үҙ эшен намыҫлы башҡарған почтальондарының береһе - Абҙаҡ ауылынан Нәғимә Абсадый ҡыҙы ЯЛАСОВА тәү ҡараштан уҡ үҙенең ғәжәп мөләйемлеге, ихласлығы, ябайлығы менән арбаны.

Һис арттырыу булмаҫ, һәр йортта тиерлек ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек ул. Берәүҙәр - гәзит-журнал, икенселәр көнкүреш тауарҙары көтһә, сырхап торғандар иһә укол ҡаҙатып, теге-йәки был дарыу йәһәтенән кәңәшләшеп ҡала.

- Ысынында, почта бүлексәһе минең өҫтәмә хеҙмәт урыным ғына. Һөнәрем буйынса шәфҡәт туташымын. Медицина өлкәһендә өс тиҫтә йылдан ашыу тәжрибә тупларға ла ѳлгѳрҙѳм. Хат ташыусы булыуыма килгәндә, башта 8 йыл Яңы Абҙаҡ ауылына йөрөп эшләнем. Йыш ҡына йәйәүләргә тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һине кѳтѳп торған кешеләрҙең ихласлығы, һинең хеҙмәтеңә, күңел йылыңа мохтажлығы барыбер мѳһимерәк. Айырыуса үҙ хәсрәттәре, күңел зарҙары менән бүлешкән оло йәштәгеләр кѳтѳп ала беҙҙе, - тип йылмая әңгәмәсем.

Мѳхәмәт ауылында тыуып, инде 36 йыл Абҙаҡта ғүмер кисергән Нәғимә Абсадый ҡыҙы күптән инде бында үҙ кеше. Тормош иптәше Фуат ағай менән 3 балаға ғүмер биргән, матур донъялар ѳйгән улар. Үкенескә ҡаршы, 4 йыл элек ғаилә башлығы вафат булып ҡалған. Ҡайғыһы ни тиклем генә ауыр булмаһын, бер үҙенең иңенә ятҡан мәшәҡәттәр, ике урында йѳкмәтелгән хеҙмәт бурыстары моңһоуланып ултырырға форсат бирмәй. Абхазияла контракт буйынса хеҙмәт иткән улы Инсаф, хәрбигә кейәүгә сығып, Мәскәү янында йәшәгән ҡыҙы Әлиә, шул тарафта эшләп йѳрѳгән кинйәкәйе Илнур мѳмкинлек сыҡҡан һайын әсәйҙәре янына ашыға. Ейәне Руслан, ейәнсәре Йәсминә лә ѳләсәләре ѳсѳн йән атып тора.

Эйе, кешеләргә һанһыҙ күңел йылыһы ѳләшеп, тәғәйенләнешенән йәм-ғәм табып ғүмер кисергәндәр генә был донъяның ырыҫын, ҡотон татый шул. Шуғалыр ҙа, ауылдаштарына, яҡындарына ихласлығын, яҡшы һүҙен йәлләмәгән Нәғимә Абсадый ҡыҙының бар булмышы нурлы, йәшәйеше бәрәкәтле вә мәғәнәлелер.

Читайте нас: