Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Июль 2019, 14:56

Ҡулында булһа ҡөҙрәт

Бүрәт Республикаһында тыуып, шунда буй еткереп, тыуған республикаһының юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, һуңынан уҡыуын илебеҙҙең баш ҡалаһында дизайн һәм технология институтында дауам иткән, Ҡытай, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан кеүек еңел сәнәғәт үҫешкән илдәрҙең тегеү цехтарында стажировка үткән, тормошон Магнитогорск ҡалаһынан хәрби хеҙмәткәр менән бәйләгән техник фәндәр кандидаты Марина Ледованы Тирлән ауылы нимәһе менән үҙенә арбаған?! Бәлки, Башҡортостандың ҡырыҫ тәбиғәтле, йылғашишмәләргә, урман-ҡырҙарға, тау-таштарға бай булған районы ниндәйҙер кимәлдә тыуған яҡтарын хәтерләткәндер. Шул уҡ тауҙар, шул уҡ урманлы төбәк, йылғалар, ҡышҡы һыуыҡтары… Нимә генә тиһәң дә, Тирләнде үҙ иткән «СеЛеМа» хужабикәһе Марина ЛЕДОВА.

Ә Маринаның үҙ эшен башларға йөрьәт итеүенә күп ваҡыт үтмәгән әле. Шәхси эшҡыуар булараҡ май айында ғына теркәлә оҫтабикә. Бүленеп сыҡҡанға тиклем республикабыҙҙа ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе булған - «Селена»ның структура подразделениеһы булып иҫәпләнә тегеү цехы. Бар кейем-һалым, башҡа әйберҙәр ҙә «Селена» маркаһы аҫтында тегелә һәм цех та комплекс биләмәһендә урынлашҡан.

- Тирләнгә күсеп килгәс, эшһеҙ ултыра алманым. Күңелгә ятҡан эшем менән дә күптән шөғөлләнәнергә теләй инем. Ә Тирләндә ҙур предприятиеларҙан «Селена» ғына. Проекттарымды 300-ләп эшсеһе иҫәпләнгән «Селена» ағас етештереү комплексы директоры Владимир Канибер һәм башҡарма директоры Владимир Котковҡа тәҡдим иттем. Тәҡдимем етәкселәргә оҡшаны. Проектым менән танышҡандан һуң, предприятие базаһында тегеү цехы асырға ҡарар иттек. Был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибәм тупланғайны инде. Мәскәүҙә лә бит ҙур компанияларҙа эшләргә тура килде. Етештереүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Кейем партияларын ебәреү технологы, контролер булараҡ, сит илгә командировкаларға йыш йөрөнөм. Кейемдең сифатын, уның тегелешен һәр ваҡыт күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ла кәрәк бит. «Селена» комплексында эшселәргә йәйге махсус кейем тегеүҙән башланыҡ. Һуңынан, яйлап, ҡышҡы махсус кейемдәр тегеүгә күстек. Эшселәр, бигерәк тә урманда эшләгәндәр араһында ҡышҡы еңһеҙ жилеттар киң файҙаланыла. Был жилеттар менән эшләүе лә уңайлы, һыуыҡ та булмай. Жилеттарыбыҙҙы комплекс эшселәре генә түгел, халыҡ та яратып һатып ала, - ти Марина Сергеевна.

Махсус кейемдәр менән бергә туҡыма әйберҙәр, постель, аш-һыу бүлмәһе өсөн кәрәк-яраҡтар тегелә башлай. Тәҙрәләргә ҡорған, түлдәр, диван-карауат өсөн япмалар, төрлө туҡыманан тегелгән кейем-һалым да көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәр. Төп эштәренән тыш, күн һәм тиренән тегелгән кейемдәрҙе лә «һә» тигәнсе рәтләп бирәләр. Тегеү цехы өсөн микросәтин, бәз, поплин, яртылаш етен, кизе-мамыҡ кеүек туҡымаларҙы Екатеринбург, Иваново, Өфө ҡалаларынан килтерәләр. Хәҙер уларҙың даими һатып алыусылары ла бар инде. Жилеттар, курткалар үтемле. Тирлән сәнғәт мәктәбе өсөн сағыу сәхнә костюмдары да «СеЛеМа» оҫтабикәләренең хеҙмәте. Шуға ла бит ауылда, районда үткән сараларҙа улар иң сағыуы, иң матуры. Сағыу кейемдәр әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Әле Марина Ледованың ҡулы аҫтында бер нисә генә тегенсе эшләй. Киләсәккә оҫтабикәнең пландары ҙур. Ул артабан ҡуртымға, һуңынан айырым биналы булып, эшен киң йәйелдереп, уңышлы эшләп китеү өмөтө менән яна. «Тегеү цехтары районда әллә ни күп түгел бит. Бының менән һирәктәр генә шөғөлләнә. Уңышлы эшләп китеребеҙгә ышаныс бар. Тик һатып алыусылар, теләк, башланғысыңды хуплап тороусы ғына булһын. Предприятие, ойошмаларҙан заказдар булһа, тағы ла әүҙемерәк, дәртләнеберәк эшләр инек», - ти Марина.

Эйе, районыбыҙҙы үҙ республикаһылай үҙ иткән, әле генә эш башлап торған оҫтабикә һәм командаһының уңышлы эшләп китеренә шигебеҙ юҡ. Көндән-көн һатып алыусылары артһын, яңынан-яңы идеялары тыуһын ғына. Ә шәхси эшҡыуар Марина Ледованың үҙе, ҡул оҫталары теккән әйберҙәр сифатлы һәм әллә ни ҡиммәт тә түгел. Килеп күрегеҙ генә!
Читайте нас: