Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Август 2019, 12:50

Ағастан нур ҡоя Ғәлинур

Үҙ эшеңде яратып башҡарғанда, уға яуаплы ҡарағанда ғына уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Һәр бер кешенең һөнәри яҡтан үҫеше, камиллыҡҡа ынтылыуы ошоға бәйле лә инде. Һинең эшең башҡаларҙы шатландырһа, уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ булһа - был икеләтә ҡыуаныслы. "Һөнәре бар юғалмаҫ", - тип ҡабатларға ярата мәҡәләбеҙҙең геройы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында балта оҫтаһы булып эшләгән Ғәлинур Бирғәле улы Хафизов.

Сығышы менән Манышты ауылынан ул. Атаһы уға бала саҡтан балта оҫталығы серҙәрен төшөндөрә. Яҡын тирәләге ауылдарҙа яҡшы танылған балта оҫтаһы: "Эшсән бәхетте эштән генә эҙләр", - тип ҡабатлар булған. Был һүҙҙәр әле лә Ғәлинур ағайҙың хәтерендә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 1987 йылда хеҙмәт юлын ҡурсаулыҡта башлай, ете йыл урмансы булып эшләй. Яҙмыш һуҡмаҡтары уны кире ҡурсаулыҡҡа илтә. Ғәлинур Бирғәле улы 2017 йылда ҡурсаулыҡҡа балта оҫтаһы булып эшкә урынлаша.
Оҫтабыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһын төрлө йыһаздар: тартмалар, шкаф һәм башҡа нәмәләр менән яңыртһынмы, ремонт эшләһенме, экологик маршруттарҙы яңынан-яңы стендтар, эскәмйәләр һәм өҫтәлдәр менән йыһазландырыуҙа ҡатнашыу булһынмы - барыһы ла уның ҡулдары аша үтә. Үҙәк усадьба биләмәһендәге дендропаркты биҙәп ултырған беседка ла уның оҫта ҡулдарының тылсымы менән ҡалҡып сыҡты.
Ғәлинур ағай ауылдаштарына һәм яҡын-тирәләге ауыл кешеләренә лә ихлас ярҙам итә. Ул эшләгән ишек-тәҙрәләр, ҡапҡалар һәм башҡа йыһаздар күп йорттарҙы биҙәй.
Ғаиләһендә өлгөлө атай ҙа ауылдашыбыҙ. Ҡатыны Сөмбөл Ғәлимитдин ҡыҙы Манышты балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе. Оло ҡыҙы Ғәлиә кейәүҙә, Ауырғазы районында донъя көтә; уртансы улы Азамат Себерҙә эшләп йөрөй. Кинйә улы Илдус иһә IX класты тамамлап, Өфө ҡалаһында артабан белем аласаҡ.
- Беҙҙең балта оҫтаһын маҡтап ҡына телгә алырлыҡ. Күптәргә уның эшһөйәрлеге, эшен еренә еткереп, күңел йылыһын һалып башҡарыуы өлгө булып тора, - ти ҡурсаулыҡтың дөйөм бүлек етәксеһе Фәрит Мәүлит улы Фазылов.
Ғәлинур Бирғәле улына, ғаиләһенә һаулыҡ, именлек, бәхет һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: