Замандаш
16 Сентября 2019, 07:53

Алтын ҡулдар фестивалендә

Сибай ҡалаһында “Урал аръяғының алтын ҡулдары” халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмәһе - I Тѳбәк-ара фестивале һәм йөндө әүәләү буйынса ҡала конкурсы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күргәҙмәлә Магнитогорск ҡалаһына 30 ҡул эше оҫтаһы һәм Сибай ҡалаһынан, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Учалы райондарынан ҡатнашыусылар йыйылды. Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусылары Рәхилә Ғәлибай ҡыҙы Рәхимова менән Рәзилә Ғәлибай ҡыҙы Зарипова (һүрәттә һулдан уңға) жюри хөкөмөнә халҡыбыҙҙың биҙәүестәрен, түшелдерек, янсыҡтар тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә был эштәре өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.