Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Октябрь 2019, 18:26

Оҫта ҡуллы ағайҙар - ауыл күрке

Үткәлдә йәшәгән Ришат Хәйбуллин тураһында “Урал” гәзитен алдырыусылар ҙа, Интернет селтәрен иңләүселәр ҙә бик яҡшы хәбәрҙар. Ришат Фәтих улы район-ҡалала ғына түгел, республикала уҙған төрлө сараларҙы, "һә" тигәнсе төшөрөп, Интернетҡа ҡуя һала. Уның Башҡортостан тәбиғәтенә арналған фотолары ла күптәрҙе һоҡландыра.

Фото төшөрөп йөрөй торғас, ауыл тормошона, төрлө сараларға арналған видеофильмдар төшөрөүгә лә әүәҫләнеп китте ул. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер генә минут ваҡытын да бушҡа үткәрмәгән Ришат Хәйбуллин бик зауыҡлы балта оҫтаһы ла. Был иһә ауылда йәшәгән һәр ир уҙаманға хас күренеш тиһәләр ҙә, Ришат ағай үҙе эшләгән әйберҙәргә йөрәк йылыһын, бар оҫталығын һала, тиһәк тә хата булмаҫ. Ул эшләгән һандыҡ, йорт-кәрәк яраҡтары, беседка, эскәмйә һәм башҡа әйберҙәр уларҙың йортон биҙәй. Оҫта матур итеп семәрләп өҫтәлдәр ҙә эшләй. Был өҫтәлдәр ҡала магазинында 10 меңдән ашыу торһа, Ришат Фәтих улы уны 5 меңгә генә тәҡдим итә.
Бына баҡсаһын кәртәләү өсөн штакетниктарҙы Ришат Хәйбуллин ике йыл дауамында биҙәктәр һалып эшләгән. Хатта станокҡа яңылыштан тығып, бармаҡтарын өҙҙөрә яҙа. Оҫтаны был да ниәтенән туҡтата алмай. Ялғанған бармағы йүнәлеп тә бөтмәй, ул тағы эшкә тотона һәм ике йортто бергә кәртәләп алған баҡса хәҙер бөтә тирә-яҡҡа йәм бирә. Һәр береһенә ҡурай тажы төшөрөлгән штакетниктарҙы бергә беркеткәс, йөрәк формаһындағы биҙәк тә матур булып ҡабатлана килә. Был тиклем дә ҙур баҡсаны кәртәләүгә бик күп штакетник киткән. Матурлыҡҡа ынтылыу кешене түҙемле лә итә икән.
Үтә тынғыһыҙ, тырыш, ижади кеше ул Ришат Хәйбуллин. Йыл да тиерлек республиканың “Юлдаш” тапшырыуы үткәргән “Бай баҡса” конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алалар. Уларҙың тырыш ғаиләһе, оҫта ҡуллы хужа тураһында “Юлдаш” каналы тапшырыу ҙа күрһәтте. Район-ҡалала үткәрелгән “Оло кешенең социаль портреты” конкурсында ла Ришат Хәйбуллин йыл һайын еңеүселәр рәтендә була.
- Икебеҙ ҙә пенсияла булһаҡ та, ауыл ерендә эш бөтмәй инде ул, - ти Ришат Фәтих улы. - Ғаилә менән ял итергә беседкаһы ла, шешлек бешереү өсөн мейесе лә кәрәк. Беседкалағы биҙәкле киң өҫтәл иһә балаларҙың иң яратҡан ял итеү урыны. Үткәлдә матур йорттар, балта оҫталары күп. Береһенән-береһе уҙҙырып йорттар һалалар, биҙәйҙәр. Ауыл матур, кешеләр тырыш, уңған. Уларҙан ҡалышмайыҡ тип, беҙ ҙә ҡатыным Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы менән тырышабыҙ. Бына әле Үткәл ағинәйҙәренә балаҫ һуғыу өсөн станок эшләйем. Быныһы инде мин эшләгән икенсе станок. Беренсеһе бик ҙур һәм йәпһеҙерәк килеп сыҡты. Ағинәйҙәр биҙәкле балаҫтар һуғыр тип уйлайым. Ауыл үҙе үк матур итеп йәшәргә теләге булған кешеләрҙе эшкә өйрәтә, - тип йылмая ул.
Эйе, Фәрзәнә һәм Ришат Хәйбуллиндар икеһе лә актив йәмәғәтсе. Үҙ машинаһында Ришат ағай ағинәйҙәрҙе теләгән ерҙәренә алып барып, улар ҡатнашҡан сараларҙы фотоға төшөрөп, Интернетҡа һалып бара. Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы үҙе уңған ҡатын булараҡ, Ришат ағайҙы һәр саҡ ҡанатландырып, яңы идеялар менән дәртләндереп тора. Бына шундай йәмәғәтсе, оҫта ағайҙар күберәк булһын ине ауылдарҙа.
Читайте нас: