- Ошо аҡ селтәремә ҡараһам, бала сағым, тиҫтерҙәрем күҙ алдыма килә. Шулай хәтирәләргә сумып, үҙе бәйләгән, теккән мендәр тыштары, өҫтәл, ултырғыс ябыуҙары, тәҙрә ҡорғандарын күрһәтә Сәлимә инәй. - Өҫтәл ябыуы - тәүге эшем. Епфәлән алырға ла аҡса етешмәгән саҡ, шулай булһа ла әмәлен таба инек. Дуҫ ҡыҙҙар менән ярышып бәйләйбеҙ. Өҫтәл, карауат ябыуҙары, тәҙрә ҡорғандарын селтәрләп кенә бәйләнек. Янсыҡтар ҙа эшләнем. Беҙ, һарт ҡыҙҙары, шаян, татыу үҫтек. Бер-беребеҙҙән һүрәттәр өйрәнә инек.Ҡуй инде, хәҙер бер үҙем генә ҡалдым. Ошо сыҙаҡлы (итәккә һалынған таҫма) күлдәгемде 54-се йылда теккәйнем. Һаман да кейәм.
- Әле лә мап-матур ҙаһа! Шуны кейеп алығыҙ!
- Уңайһыҙ бит әле, - тип матур кейемдәрен кейә инәй.
Хеҙмәт ветераны Сәлимә инәй күптән түгел генә 85 йәшен билдәләне. Бәләкәйҙән баҫыуҙа, көлтә бәйләп, башҡа ауыр эштәрҙә сынығып үҫкән ул. Тормош иптәше Юлдыбай Сафуан улы менән 9 балаға тормош ҡорорға ярҙам итеп, татыу ғүмер иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире, ике ҡыҙы, төпсөк улы йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән. Сәлимә Мөжәүир ҡыҙы ҡайғыларын ҡул эштәре, баҡсаһындағы гөл-сәскәләре менән баҫа. Йыл һайын да йәшелсә-емеше уңа, сәскәләре күҙ яуын ала. Донъяһын да гөлт итеп тота.
- Балалар ҙа килеп ярҙамлаша. Ә бәйләмдәремде бүләк итергә яратам. Улар һөйөнөп ала, миңә лә күңелемә рәхәт булып ҡала. Күберәген сәскә һүрәте төшөрәм. Баҡсамдағы сәскәләргә лә оҡшатырға тырышам. Нужа күреп үҫһәм дә, ғүмер бирҙе Хоҙай, шөкөр итәм. Тормош матур, тырыш кеше мул йәшәй. Балалар һау-сәләмәт, илдәр имен булһын! - Шулай тип теләп ултыра оло кеше.
Радионан йыр-моң тыңларға, гәзит-журнал уҡырға ярата инәй. Бына яңы ғына Ҡазанда йәшәгән йырсы, музыкант ейәне Ринат Ғиләжев өләсәһенә матур йырын бүләк иткән, Өфөлә "Юлдаш" радиоһында эшләгән ейәне Динар Дәүләтбаев та ҡотлау сәләмдәрен йыр аша еткергән. Рәмил ейәне, Вәсилә, Зарема килендәре лә матур йырҙары менән һөйөндөрә. Ҡыҙы Әлфира өсөн ғорурлыҡ хистәре кисереп йәшәй Сәлимә инәй. Әлфира Юлдыбай ҡыҙы 25 йыл "Шәреҡ" радиоһының алып барыусыһы, дикторы булды. "Йөрәк һүҙе" конкурсында ла сығыш яһаны, күптән түгел "Бомж", "Ишара" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа төшөп, үҙен актриса булараҡ һынаны. Ана шулай һәр балаһының уңыштарына шатланып, уларға доға-теләктәрен уҡып ултыра Сәлимә инәй.
Ошондай матур ҡартайған изге күңелле апай-инәйҙәр ауыл биҙәге ул. Аҡыллы кәңәштәре, йәштәргә үрнәк булып йәшәүҙәре генә лә ни тора!