Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Октябрь 2019, 15:01

Һынатмаҫҡа тырышалар

Ауылдарҙың бәләкәй һәм ҙурлығына ҡарамай, шунда йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндергән почтальондарҙың эше еңелдән түгел. Хатта бер нисә кеше йәшәгән ауылға ла гәзит-журналын, электр утына, һалымға һәм башҡаһына квитанциялар алып барып таратырға кәрәк. Тау-таш араһында урынлашҡан ауылдарҙа кеҫә телефоны ла тотмай, юлдары ла яҙлы-көҙлө үтерлек түгел. Ямғырлы-буранлы көндәрҙә юлда йөрөүе лә ҡатын-ҡыҙға еңелдән түгел. Телефон менән һөйләшергә мөмкинлек булған ауылдарҙа хат яҙышмаһалар ҙа, төпкөлдә урынлашҡандарына хат та ташырға тура килә. Һәр эштең үҙ ҡатмарлығы бар тиһәләр ҙә, һуңғы йылдарҙа почта хеҙмәткәрҙәре иңенә лә күп бурыстар ятты. Хәҙер улар гәзит-журнал ташыуҙан, подписка эшләүҙән, квитанциялар таратыуҙан тыш, башҡа көндәлек әйберҙәр һатыу менән дә шөғөлләнә. Әлеге лә баяғы хәйерһеҙ план ауыл почтальондары елкәһенә лә ятҡан.

Альбина Мәүлит ҡыҙы Иҙрисова Инйәр почта бүлексәһенә ҡараған Манышты, Сәфәрғол, Александровка, Кәрпәсте, Түбәнге Төлмәй ауылдарын хеҙмәтләндерә. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр Инйәрҙән почтаны барып алып, ауылдар буйлап таратыу еңел эш түгел. Оҙаҡ йылдар дауамында эшләгәнгә күрә, Альбина Мәүлит ҡыҙы ҡайҙа кем йәшәгәнен, ниндәй гәзит-журнал алдырғанын биш бармағы кеүек белә. Улай ғына түгел, юлда ниндәй ҡыуаҡ, ниндәй соҡор бар - барыһын да ятлап бөткән.

- Эш хаҡы бәләкәй булһа ла, эшһеҙ ятып та булмай, донъя көтәм тиһәң, аҡсаһы ла кәрәк. Ыҙалап эшләгәнгә күрә, эш хаҡы артһа, шөкөр итер инек тә, юҡ шул. Мин үҙем биш ауылды хеҙмәтләндерәм. Ямғыр-бурандарҙа ла йөрөргә тура килә. Ваҡытында гәзитен дә, квитанцияларын да таратыр кәрәк. Әлеге ваҡытта тап бына ошо эште башҡарабыҙ. Инйәр почта бүлексәһе гәзит-журналдар яҙҙырыу буйынса ла һынатмаҫҡа тырыша. Халыҡты өгөтләп, “Урал” гәзитенә, республика баҫмаларына яҙҙырабыҙ. Ауыл кешеләре Инйәргә утҡа, газға, һалымға түләр өсөн аҡсаһын биреп ебәрә. Оло кешеләрҙе йәлләп, квитанцияларын түләп килтереп китәбеҙ. Эш күп, юлһыҙ урамдар буйлап батҡаҡ кисеп йөрөп, арманһыҙ булып ҡайтабыҙ. Төрлө кешеләр бар, эшебеҙҙе аңлағаны ла, аңламағаны ла етерлек. Мин хеҙмәтләндергән ауылдар халҡы миңә, мин уларға өйрәнгәнмен. Беҙҙең хәлде аңлап, йылы һүҙҙәре менән күңелде күтәреп торғандар күберәк.

Элегерәк балалар бәләкәй саҡта бик ауыр була торғайны. Эштән ҡайтҡансы улар өсөн борсолаһың, күңелең менән балалар янында булаһың. Эштән ҡайтҡас, мал ҡарайһың. Үҙем малдан өҙөлгәнем юҡ. Һыйырын, кәзә-һарығын да тотам, ҡошҡорто ла бар. Малһыҙ ауыл ерендә бәләкәй генә эш хаҡына нисек йәшәмәк кәрәк, - ти ул.

Альбина Мәүлит ҡыҙының әсәһе Зөлғәзимә Ғибәтулла ҡыҙы ла ғүмере буйы почтальон булып эшләй. Тырыш, намыҫсан, эшһөйәр кеше булды тип хәтерләй ауылдаштары. Альбина әсәһенә ярҙамлашып, күрше-тирә ауылдарға гәзит-журнал таратып, был эштең бик яуаплы, ауыр хеҙмәт икәнен бәләкәйҙән белеп үҫә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бына 25 йылға яҡын әсәһенең эшен дауам итә.

Альбина Иҙрисова өс бала әсәһе, хәҙер инде ике ҡыҙы ла тормошҡа сығып, Альбина Мәүлит ҡыҙын бәхетле өләсәй иткәндәр. Улы армия сафында хеҙмәт итә. Уның өсөн дә борсола әсәй кеше. Балалары ла, әсәләре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур йәшәйҙәр.

Инйәр почта бүлексәһенә егерменән ашыу ауыл ҡарай. Бер-береһенән бик йыраҡ урынлашҡан ауылдар ҙа бар. Халыҡты ваҡытында хеҙмәтләндереү өсөн почтальондарҙың ҙур тырышлыҡ һалыуын беҙ ҙә аңлайбыҙ. Әлбиттә, гәзит-журналдарҙың ваҡытында килмәгән осраҡтары ла була. Әммә намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр күберәк.

Һөнәри байрамдары алдынан район-ҡаланың почта хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең ауыр хеҙмәтегеҙ Хөкүмәт тарафынан да лайыҡлы баһаланһын ине.

Читайте нас: