Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Октябрь 2019, 18:41

Күкрәктәрҙә балҡый миҙалдар!

Республика көнөн, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын район-ҡалала киң билдәләйҙәр. Иҙел башының үҫешенә үҙҙәренең хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән оло быуын кешеләренә, ветерандарға хөрмәт күрһәтелә, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ Автономия алыуҙың 100 йыллығына арнап сығарылған. 202 юбилей миҙалы район-ҡалабыҙҙың иң лайыҡлы кешеләренең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары була, күкрәгенә тағыла.

Зилә Әхтәм ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНА - Шығай ауылы мәктәбендә завуч, ғаиләләрендә өсөнсө быуын уҡытыусы, балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Хеҙмәт стажы 35 йыл. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Уҡыусылары район, республика олимпиадаларында, конкурстарҙа призлы урындарҙы яулай. Үҙе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, ижади эшләй. “Йыл уҡытыусыһы - 2016” конкурсы дипломанты.

Мөхәмәт Усман улы ТҮЛЕБАЕВ - юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы - 2005” конкурсында Рәсәй Президенты грантын алды, Бөтә донъя фольклориадаһы Дипломы менән наградланды, Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы ветераны.
Мостафа Әхмәт улы ХАРИСОВ - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Сермән мәктәбе директоры булып эшләне. Элеге ваҡытта ауылдың ветерандар ойошмаһына етәкселек итә.
Флүрә Абдулхай ҡыҙы ШАКИРОВА - Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе. Өфө педагогия институтының филология факультетын тамамлай, мәғариф системаһында эш башлай. Һуңынан Силәбе дәүләт академия институтының китапханасылар әҙерләү факультетын тамамлай һәм бына 22 йыл инде үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында уңышлы эшләй. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ. 33 йыл һайлау кампанияһында эш алып бара. РФ Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Балаларҙа һәм оло быуын кешеләрендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә, башҡорт халыҡ әҙәбиәтен халыҡҡа еткереүҙә ҙур өлөш индерә.
Фәрит Ғәлиулла улы ШӘЙӘХМӘТОВ - хеҙмәт стажы 42 йыл. Ауыр осорҙа ауыл хужалығын күтәреүҙә тырышып эшләй. 24 йәшендә генә райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе - Калинин исемендәге колхоздың 5-се бригадаһы бригадиры була. Муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһының директоры булып хаҡлы ялға сыға. Тарихсы, китаптар авторы, ауылдар тарихы, билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй. Ер-һыу атамалары тарихын яҙа. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының хөрмәтле хеҙмәт ветераны.
Әсғәт Һибәт улы БАЙМӨХӘМӘТОВ - Боғанаҡ, Үҙәнбаш ауылдары мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып эшләй. Әлеге ваҡытта Үткәл мәктәбендә уҡыта. Йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ. 1984 йылдан алып һайлау кампанияһында эшләй.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы айҡанлы миҙалдар менән бүләкләнгән ветерандарыбыҙҙың барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тотороҡло, көслө, тыныс һәм матур республикабыҙҙа артабан да барыбыҙға ла шатланып йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: