Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Октябрь 2019, 15:26

Егет саҡ - егәрле саҡ

Яңы ғына ѳлгѳргәнлек осорона аяҡ баҫҡан йәш-елкенсәк, донъя кинәнестәренән ѳҫтѳн булып, башкѳллѳ бизнес эшенә сумырға, шуның менән тәжрибәле эшҡыуар ағайапайҙарға был ѳлкәлә етди кѳнәркәшлек тыуҙырырға һәләтлеме? Әллә ваҡытының күп ѳлѳшѳн гаджеттарға, уйынкѳлкѳгә сарыфлаған быуынға байтаҡ кѳс, ваҡыт талап иткән, әммә аҡсалы кәсепкә тотоноу ҡулынан килә алмаҫтай ғәмәл генәме? Ҡатмарлы заманда барлыҡ маҡсаттарын тормошҡа ашырған ҡара тырыш, кѳслѳ ихтыярлы, рухлы йәш эшҡыуар Хәлил ШӘЙӘХМӘТОВ менән ошо юҫыҡта ҡоролған әңгәмә йәштәрҙең тормошҡа ҡарашын, уй-фекерен, хеҙмәткә ҡарата мѳнәсәбәтен асыҡларға ярҙам итер, моғайын.

► Гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт әле, Хәлил.
- Белорет егете мин. Мѳхәббәтле, татыу ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. 21-се мәктәптең IX класын тамамлағас, Металлургия колледжында уҡып, хоҡуҡ белгесе һѳнәренә эйә булдым.
► Үҙ эшеңде асыу ниәте менән ҡасандан яна башланың?
- Колледждан һуң ҡалалағы суши-барҙарҙың береһенә курьер булып урынлашҡайным. Бер йыл самаһы эшләгәндән һуң, кафеның ябылыуы тураһында хәбәр иттеләр. Ана шул саҡ килде лә инде үҙемде эшҡыуарлыҡта һынап ҡарау теләге. Ағайым Йәлил менән кәңәш-тѳңәш иттек тә, атай-әсәйебеҙгә ниәтебеҙҙе еткерҙек. Әсәйем нисектер ҡурҡып ҡалһа, атайым иһә шундуҡ фатихаһын биреп тә ҡуйҙы. Эштәребеҙ алға киткәс, әлбиттә, әсәйемдең икеләнеүҙәре лә юҡҡа сыҡты... Шулай итеп, бына ике йылға яҡын үҙебеҙҙең “OMI” тип аталған суши-ролдар әҙерләү кухняһында мәж киләбеҙ. Йәй буйы үҙ кѳсѳм менән һипләп, кѳҙ башында Учалы ҡалаһында ла ошондай уҡ нѳктә асыуға ирештем.
► Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә һиңә нисә йәш ине һуң?
- Ун туғыҙым тулғайны. Әле 21 йәштәмен.
► Тимәк, теләгең булһа, 18-19 йәштә лә шәхси эшеңде асырға мѳмкин инде...
- Әлбиттә, иң мѳһиме, үҙүҙеңә ышанырға, ялҡауланып, ҡайҙандыр еңел аҡса кѳтѳп ятмаҫҡа, тәүәккәл булырға кәрәк.
► Халыҡҡа ниндәй ризыҡ тѳрҙәрен тәҡдим итәһегеҙ?
- Барыһы ла яратып ашаған фри картуфы, уға тѳрлѳ соустар, сохарый онтағына әүәләнеп ҡурылған тауыҡ ите, суши-ролдарҙың һәр тѳрѳн әҙерләйбеҙ. Тиҙҙән пицца бешерергә лә уйлап торабыҙ. Әлегә телефон аша заказдар ҡабул итеп, адрестар буйлап ташыһаҡ, яҡын киләсәктә клиенттарыбыҙ шәхсән үҙҙәре килеп, беҙҙә ял итеп ҡайта аласаҡ.
► Штатта йәмғеһе нисә кеше?
- Ҡул аҫтымда 2 ашнаҡсы, 2 администратор, 2 йомошсо эшләй. Барыһы ла тәжрибәле, яуаплы, үҙҙәренә йѳкмәтелгән бурыстарҙы яратып, еренә еткереп башҡара. Учалыла был эштәрҙең барыһын да әлегә бер үҙем алып барам. Ҡайһы саҡ һѳйгәнем Азалия ла ярҙам итә.
► Тимәк, һин әле Учалыла йәшәйһең?..
- Юҡ, Белореттан кѳн дә йѳрѳп эшләйем: иртән барам да кисен ҡайтам.
► Күршеләр һеҙҙе нисек ҡабул итте?
- Шѳкѳр, асылыуыбыҙға аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, күптәр социаль селтәрҙәр аша беҙҙең хаҡта белеп, тәҡдим иткән ризыҡтарыбыҙҙы тәмләп ѳлгѳрҙѳ лә инде. Хатта махсус реклама ла кәрәкмәне. Учалы ҡалаһында беҙ асылғанға тиклем япон кухняһын тәҡдим иткән 3 суши-кафе булһа, беҙ хәҙер дүртенсеһе. Шапырынып әйтмәйем, әммә заказсыларыбыҙ баһаһы буйынса, әҙерләгән тәғәмдәребеҙ иң тәмлеһе икән.
►Ҡорған бизнесың ашһыу ѳлкәһенә бәйле булғас, һин үҙең дә бешеренергә яратаһыңдыр инде...
- Ризыҡтарымды маҡтап ашаһалар ҙа, үҙем аш-һыу тирәһендә ѳйѳрѳлѳргә бигүк яратмайым. Шулай ҙа, Учалыла эштәр кѳйләнеп киткәнсе, ашнаҡсы ролен үтәргә тура килер.
► Быға тиклем һеҙҙең ғаиләлә эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнгән кеше булдымы?
- Ғаиләлә генә түгел, хатта нәҫелебеҙҙә лә юҡ ундай кешеләр. Атайым Фәнил Сәмиғулла улы һѳнәре буйынса алыҫ юлға йѳрѳгән водитель, әлеге кѳндә вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Ағайым Йәлил дә шул яҡтарҙа. Әсәйем Әлиә Апсадый ҡыҙының һѳнәре иһә медицина ѳлкәһе менән бәйле. Әлбиттә, зат-зәүер беҙҙең ѳсѳн шат, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға, дәртләндереп ебәрергә әҙер генә торалар. Яйлап был эшкә ағайымды, бѳгѳнгѳ кѳндә металлургия колледжында иҡтисад белгесе-бухгалтер һѳнәрен үҙләштергән ҡустым Данилды ла йәлеп итермен, тим.
► Эш графигы тығыҙҙыр?
- Алһыҙ-ялһыҙ иртәнге 11- ҙән киске 11-гә тиклем эшләйбеҙ. Шәмбе-йәкшәмбе кѳндәрендә эш сәғәте бер аҙ ҡыҫҡараҡ.
► Тәмле суши-ролдарҙан тыш, һатып алыусыларҙы тағы ниндәй саралар ярҙамында йәлеп итәһегеҙ?
- Интернет заманы булғас, реклама йәһәтенән артыҡ ҡыйынлыҡтар тыумай. Социаль селтәрҙәр аша аҙна һайын тиерлек тѳрлѳ акциялар, конкурстар ойоштороп, тәмле ролдар менән бүләкләйбеҙ, халыҡ яратып ѳлгѳргән сеттарға даими рәүештә ташламалар яһайбыҙ.
► Эшҡыуарҙарға рәхәт - үҙе баш, үҙе түш, ҡасан теләй, шунда ял итә, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала...
- Ай-һай, бизнес ѳлкәһендә бер кѳн дә эшләп ҡарамаған кеше генә былайтып фекер йѳрѳтә ала. Ысынында, үҙ-үҙенә эшләгән кешенең ялы ла, байрамы ла юҡ. Эшҡыуарлыҡҡа килгәнсе, һәр йәй-ҡыш һайын тѳркѳм туплап, Кирәл (Малиновка) тауына күтәрелә, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итә торғайныҡ. Һуңғы ике йылда бындай сәйәхәттәр тураһында оноторға тура килде. Быйылғы йәйгә әллә күпме пландар ҡоролғайны ла, әммә Учалыла суши-бар асҡас, был ниәт ғәмәлгә ашмай ҡалды. Хәйер, үҙ эшеңде алға ебәрәм, килем алам тиһәң, ял һәм башҡа ер кинәнестәренән баш тартып тораһың инде. Шулай ҙа, эш араһында спорт менән шѳғѳлләнергә, йәйен дуҫым Айҙар менән футболға йѳрѳргә, ҡыштарын конькиҙа шыуырға форсат табам.
► Махсус урта белемлеһең бит инде, артабан уҡырға уйың бармы?
- Минеңсә, кеше ғүмер буйы уҡырға, ѳйрәнергә, белемен камиллаштырырға, үҙе ѳҫтѳндә фиҙаҡәр эшләргә тейеш. Шул саҡта ғына ул ысын шәхес булараҡ үҫәсәк. Үҙемә килгәндә, ваҡыт яғы нисек кенә тар булмаһын, хоҡуҡ белгесе йүнәлеше буйынса Силәбе ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарының береһенә ситтән тороп уҡырға индем.
► Бѳгѳнгѳ йәштәр тураһында ни әйтерһең?
- Йәштәрҙең тѳрлѳһѳ бар. Атай-әсәйҙәренең елкәһендә ятҡан, бушты бушҡа ауҙарған эт ялҡауҙары ла, белем алырға, аҡса эшләргә тырышып торғандары ла осрап тора. Шәхсән үҙемдең әйләнә-тирәмдәге егетҡыҙҙарҙың барыһы ла башҡорт рухлы, сәләмәт тормош яҡлылар; эшһеҙлектән йонсоп йѳрѳмәйҙәр.
► Кемдәргәлер тѳбәп әйтер һүҙҙәрең дә барҙыр...
- Беренсенән, беҙгә, ѳс улына, яҡшы тәрбиә биргән, тәүәккәл, эшлекле итеп үҫтергән атайым менән әсәйемә оло рәхмәтемде белдерәм. Тулы, татыу, эшһѳйәр ғаиләлә буй еткереүем ѳсѳн ифрат шатмын. Икенсенән, замандаштарымды йоҡонан уянырға, юҡ-барға ваҡыт сарыф итмәй, аҡсалы кәсеп табырға, эскелек, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арынып, сәләмәт тормош алып барырға саҡырыр инем...
► Ҡыҙыҡлы әңгәмәң ѳсѳн ҙур рәхмәт, Хәлил! Маҡсат иткән изге уй-ниәттәрең һәр саҡ ғәмәлгә ашһын!
Читайте нас: