Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Октябрь 2019, 15:23

Эшең һөҙөмтәһен күреү - үҙе бәхет

Юл хужалығы илебеҙ төбәктәренең, иҡтисадтың үҫешендә мөһим роль уйнаған тармаҡтарҙың береһе һанала. Транспорт селтәрен камиллаштырыу өсөн был өлкә хеҙмәткәрҙәре яңы технологиялар уйлап табыу һәм уларҙы ҡулланыу, инфраструктураны яҡшыртыу йәһәтенән бар көсөн һалып эшләй. Улар алдында транспорттың тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт итеүе, кеше именлеге һәм лайыҡлы йәшәйеш шарттары менән тәьмин итеү бурысы ла тора.

Ҡойма ямғыр, ҡар яуһынмы, ғөмүмән, тәбиғәттең ниндәй генә көйһөҙ мәле булмаһын, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре трассала көндө төнгә ялғап эшләй. Тырыштар, сыҙамлылар ғына ғүмерлеккә үҙ итә алған һөнәрҙе һайлаған Ғәзиз Хажиәхмәтов хеҙмәт юлын “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығында 1986 йылда экскаватор машинисының ярҙамсыһы булараҡ башлай. Венгрияла хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, юл катогы машинисы итеп күсерелә. Был яуаплы һәм ауыр эштә алты йыл эшләп ала. Ә 1995 йылдан алып бөгөнгәсә экскаватор менән идара итә. Был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләү осоронда үҙен инициативалы, ғәҙел һәм юғары квалификациялы хеҙмәткәр булараҡ танытҡан. Һәр ваҡыт һөнәри оҫталығы ѳҫтѳндә эшләй. Үҙенең ҡарамағында булған техниканы һәр саҡ төҙөк, әҙер тотоуы ла уның эшенә яуаплы ҡарауын дәлилләй.

- Ғәзиз Йәнмырҙа улы 32 йыл хеҙмәт стажына эйә. Ошо ваҡыт эсендә республикабыҙҙың автомобиль юлдарын төҙөүҙә күп көс һалды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Ҡағы-Иҫке Собханғол, Сермән-Амангилде Баймаҡ, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай йүнәлешендәге юл участкаларын төҙөү, ҡаланың Киров урамын ремонтлау, Өфө-ИнйәрБелорет һәм СтәрлетамаҡБелорет-Магнитогорск автомобиль юлдарын ремонтлау һәм өҫкө ҡатламын эшкәртеү эштәрендә ҡатнашты. Әле лә был йүнәлештә эшләүен дауам итә. Һәр кем менән яҡшы мөғәмәлә итеүе, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы, яҡшы кешелек сифаттары менән ул коллективта абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды, - ти уның тураһында Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы директоры Александр Георгиевич Калинин.
Ғәзиз Хажиәхмәтов күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 2015 йылда Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының Почет грамотаһы менән наградланған.
Гәзитебеҙ баҫмаға әҙерләнгән көндө Ғәзиз Хажиәхмәтовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеме бирелде. Был юғары награданы уға Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Эйе, юлдарыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ, төҙөгөрәк булһын өсөн бар тырышлығын һалған, кеше мәнфәғәте, районыбыҙ, республикабыҙҙың мәнфәғәте өсөн тир түккән Ғәзиз Йәнмырҙа улы ише кешеләрҙең хеҙмәте тейешле баһаланырға һәм етәкселәр тарафынан иғтибарға лайыҡ булырға тейеш. Сөнки эшеңдең һөҙөмтәһен күреү - үҙе үк бәхет.

Читайте нас: