Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Октябрь 2019, 18:56

Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән

Элек колхоздар, урман сәнәғәте предприятиелары гөрләп эшләгәндә, Мәхмүт ауылында ла тормош гөрләп тора. Белорет металлургия техникумында техникмеханикҡа уҡып сыҡҡан Фәнил Ҡорманаев Венгрияла хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 90-сы йылдарҙа тыуған ауылындағы колхозға водитель булып эшкә урынлаша. Бер йылдан Розалия Сәхийәр ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бүләк итәләр.

- Һигеҙ йыл колхозда эшләнем, хужалыҡ тарҡалғас, "Артабан нисек йәшәргә?" тигән һорау тыуҙы. Бик ауыр йылдар булды. Йорт һала башланым, балаларҙы үҫтерергә кәрәк, ә аҡса юҡ. Ул саҡта, бөгөнгө кеүек, кредит та бирмәйҙәр ине, - ти ул.
Тырыш егет юғалып ҡалмай, бер ни тиклем аҡса туплап, иҫке булһа ла трактор ала. Уның менән халыҡҡа бесән, утын, ағас ташып көн күрә.
"Бер аҙҙан аҡса туплағас, "копейка" автомобилен һатып алырға булдым. Шул саҡта ҡалаға барырлыҡ ботинкам да юҡ ине, атайым итеген биреп торҙо. Ул етешһеҙлек осороноң файҙаһы ла булды, аҡсаның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәндек. Бер әбейгә бесән алып килгәс, ул эре аҡса берәмеге менән иҫәпләште. Магазинға барғас, "Һеҙ ҡайҙан алдығыҙ бындай аҡсаны?" тип аптыраны һатыусы, сөнки ҡалған "сдачаны" ҡайтырып бирергә аҡсаһы булманы. Шундай ауыр заманда йәшәгәнебеҙгә хәҙер аптырайым", - ти ул.
Ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла, Фәнил Ҡорманаевтың эше әкренләп алға китә, техника ала, магазин, икмәк цехы асып, күрше ауылдарҙы ла тәмле әпәкәй менән тәьмин итә.
- Беҙ урман балалары бит, шуға ла бала саҡтан ағас ултыртырға йөрөнөк. Бынан биш йыл элек ағас эше менән булыша башланым. Элекке колхоз ерендә пилорама ултырттыҡ. Унда туғыҙ ауылдашым үҙенә шөғөл тапты. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләгәс, егеттәр тырышып эшләй. Йәй уларға бесән әҙерләп бирәбеҙ, - ти Фәнил Айрат улы.
Йүнсел етәксе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә Тирлән урмансылығы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Әле урманды ҡартайған, ауырыу ағастарҙан таҙартыу буйынса килешеү төҙөп, санитар ҡырҡыу эше менән булыша. Уларҙан таҡта һәм бурса етештерәләр. Яҙ иһә Тирлән урман хужалығы питомнигынан ағас үҫентеләре алып, диләнкәләргә ултырталар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш үҫентеләрҙе ҡарап, һулығандарын яңылары менән алыштырып, үләндәрен сабып торалар.
- Егеттәр барыһы ла тырыш. Беҙ - ауылдаштар бер ғаилә кеүек эшләп, татыу йәшәйбеҙ. Һәр бер эштә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Быуаттар төпкөлөнән урман беҙҙең төп терәк булды, шуға ла уның ҡәҙерен белеп йәшәйбеҙ. Тирлән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре беҙгә кәңәштәре менән ярҙам итә, - ти Фәнил Айрат улы.
Эшҡыуар ауылдаштары араһында ла изге ғәмәлдәре менән абруй ҡаҙанған. Уның ярҙамы менән ауылда мәсет төҙөлгән. Был эште атҡарып сығыуҙа ауылдаштары ярҙам иткән. Фәнил Айрат улы халыҡты утын, таҡта, гәрбил кеүек төҙөлөш материалдары менән дә тәьмин итә. Николаевка ауыл биләмәһе хакимиәте уҙғарған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, матди ярҙам күрһәтеп тора ул.
Әлбиттә, киләсәккә лә уның пландары ҙур. "Икмәк бешереү цехын яңынан төҙөргә кәрәк, ағасты тәрән һәм тулы циклда эшкәртеүҙе яйға һалып, төҙөлөш материалдарын әҙер кипкән таҡта, рейка, вагонка итеп етештереп һатыуға сығарырға ине", - тип хыяллана етәксе.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап иғтибар биреүе Фәнил Ҡорманаевтың предприятиеһына ла яңы һулыш өргән. Улар ведомство иғлан иткән аукциондарҙа ҡатнашып, ағас алып етештереү күләмен арттырыуға өлгәшкән. Шуға ла бөгөн дәүләтте - эшҡыуарҙарһыҙ, ә эшҡыуарҙарҙы дәүләт ярҙамынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Нимә тиһәң дә, шул уҡ ил, шул уҡ халыҡ, тик исемдәре һәм хужалыҡ формаһы ғына үҙгәреш кисерҙе. Ә инде тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ауылда яңы эш урындары булдырып, һалым түләп, намыҫлы эшләгән Фәнил Ҡорманаев кеүек эшҡыуарҙарға уңыштар теләргә генә ҡала.
Рәмилә МУСИНА
Читайте нас: