Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Ноябрь 2019, 21:40

Хеҙмәтен "бишле"гә атҡара

Эске эштәр бүлеге штабы, үҙаллы подразделение булараҡ, 1974 йылда ойошторола. Беренсе етәксеһе Фаил Мөғәлимов булһа, әлеге көндә майор Владимир Стецко етәкселек итә. Уның ҡулы аҫтында штабтың анализлау, планлаштырыу һәм контролдә тотоу буйынса инспекторы, капитан Динә Фәйзуллина, өлкән инженер-программист, эске хеҙмәт майоры Рөстәм Ғәлләмов, аналитик Лилиә Сәйетғәлина эшләй.

Белорет ҡыҙы Лилиә Сәйетғәлина был өлкәләге хеҙмәт юлын 2007 йылда тәфтиш бүлеге сәркәтибе булып башлай, ә 2013 йылдан карьераһы штабта төп аналитик булып дауам итә.
Полиция штабында эшләү үҙенсәлекле, бындағы күләмле мәғлүмәт менән эш итеү өсөн бик иғтибарлы булыу кәрәк. Штабтың аналитикаһы - ул мәғлүмәттәрҙе йыйыу, эшкәртеү, системаға һалыу, анализлау һәм баһа биреү менән шөғөлләнгән подразделение. Был эш тәрән, үткер аҡылды, аналитик фекерләүҙе, түҙемлек һәм сабырлыҡты, ғәҙеллекте талап итә. Лилиә Сәйетғәлина вазифауи бурыстарын теүәл үтәй һәм уны “бишле” билдәһенә атҡара, ти уның тураһында етәкселәре. Коллегалары менән дә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә.
Лилиә Нур ҡыҙының ғаиләһе ныҡлы, татыу. Тормош иптәше хәрби кеше, ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Екатерина КОСЯКОВА.
Читайте нас: