Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Ноябрь 2019, 19:00

Даһиҙар йөҙ йылға бер тыуа

Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Фәнисә Шәрәфетдинова тарафынан үткәрелгән әҙәби сара “Мостай Кәрим - милләттең рухи йондоҙо” тип аталды. Байрам Башҡортостандың Автономия алыуының 100 йыллығына, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап үткәрелде.

Бөйөк Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә был өс тема ла яҡшы сағылған. Уның бар ижады дуҫлыҡҡа, тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә, ҡатын-ҡыҙға, балаларға һөйөү менән һуғарылған. Һәр әҫәре күңелгә үтеп инерлек, ихлас уҡырлыҡ, кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ та, әҫәрләндерерлек һәм илатырлыҡ та. Ошо матур даталарға арнап, Республика әҙәби музейы музей хеҙмәткәрҙәре араһында ижади эшкә конкурс иғлан иткәйне. Фәнисә Әхмәтша ҡыҙы үҙе яҙған ошо байрам сценарийы менән конкурста ҡатнаша. Конкурс эше “Минең музейым” тип атала. Ошо сценарий буйынса музей хеҙмәткәрҙәре байрам ойошторҙо.
Бына шундай илаһи шәхескә арналған кисәне музей хеҙмәткәрҙәре Фәнисә Шәрәфетдинова һәм Лүзә Ғәниева алып барҙы. Улар әҙиптең ижадына, тормош юлына байҡау яһаны, уның тураһында видеояҙмаларҙан өҙөктәр күрһәтте. Шулай уҡ яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән спектаклдәрҙән, кинотаҫмаларҙан да өҙөктәр ҡарап, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар тыңлап кинәнде байрамға йыйылыусылар. Мостай Кәрим тураһында йылы хәтирәләре менән район-ҡала Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова уртаҡлашты. “Урал” гәзитенең ветеранжурналисы Зилә Абзалова яҙыусының 1994 йылда район-ҡалаға сәфәргә килеүен, Сермән, Шығай, Үткәл, Асы ауылдарында халыҡ менән осрашыуы тураһында иҫкә алды. Асыларҙың яҙыусыға самауыр бүләк итеүен, “Урал” гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләренән шул осрашыуҙарҙа әҙиптең халыҡҡа әйткән аҡыллы, фәһемле һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Байрамды һоҡланғыс тауышы менән Динар Ғәниев биҙәне, уға баянда Рафаэль Сәлихов, ҡурайҙа Дамир Хәсәнов ҡушылып уйнап, әҙәби кисәгә тағы ла сағыулыҡ өҫтәп ебәрҙе. Асы ауылынан килгән “Еңгәләр” фольклор ансамбле тамашасыларҙы матур йырҙар менән һоҡландырҙы, уҡытыусы Йәмил Сәҙретдинов яҙыусының “Үлмәҫбай” шиғырын һөйләп, көлдөрөп алды. Йәмилә Сәлимйәнова ла Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғырын тасуири итеп ятлап, тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде. Үткәл ағинәйҙәре лә байрамға буш килмәгән, улар Мостай Кәримдең “Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ” шиғырына яҙылған йырҙы башҡарҙы. Байрамда ҡатнашыусыларға музей етәкселеге Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Әҙәби кисә бик эстәлекле булды һәм йылы мөхиттә үтте.
Эйе, үтә һәләтле, аҡылға тос, бар яҡтан да камил, халыҡ һөйөүен яуларҙай кешеләр йөҙ йылға бер тыуа. Мостай Кәрим ана шул йөҙ йылға бер тапҡыр тыуған оло йөрәкле, ҡабатланмаҫ шәхес ине.
Читайте нас: