Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Ноябрь 2019, 18:45

Донъяның тѳҙѳклѳгѳ - яҡшы ҡатындан

Ѳйҙѳң ѳс сатын - ҡатын, бер сатын ир тота тиҙәр. Эйе, ҡатын-ҡыҙҙың бѳтмѳрлѳгѳнә, тормош кѳтѳргә, юҡты бар итергә тырышып ятыуына ғәжәп ҡылмау мѳмкин түгел. Шығай ауылы килене Венера Эниеваның да сынъяһау донъяһына, егәрлелегенә һоҡланмаған кеше юҡ. Таң һарыһынан тѳнгәсә ҡырылмаһа ҡырҡ тѳрлѳ эшен бѳтѳрѳп, ѳй эсендә орсоҡтай ѳйрѳлгән хужабикәне шығайҙар ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдар ҙа яҡшы белә...

Кѳҙҙѳң салт аяҙ кѳнѳ. Ауыл кешеһе ѳсѳн яуаплы, тығыҙ осор булыуға ҡарамаҫтан, бер ниәт иткәс, үҙемә кәрәкле йортҡа табан ыңғайланым. Тѳрлѳ тѳҫтәр менән йылтырашҡан эреле-ваҡлы банкаларҙы мѳгәрәпкә тѳшѳрѳү менән мәшғүл хужабикә ҡапыл-ҡара килеп ингән ҡунаҡты әйҙүкләп түр башына ултыртып та ҡуйҙы. Шул арала сәйнүк тә шыжланы, ѳҫтәлгә тәмле-татлы ризыҡтар ҙа теҙелде.

- Ҡайһылай ѳлгѳрһѳгѳҙ, Венера ханым, ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә тәғәм әҙерләмәгәнһегеҙ! - тим әле баҙ аҫтына “тѳшѳп” етмәгән ҡабымлыҡ-һуттарҙы, һурпа тәмләткестәрҙе күҙҙән уҙғарып.

- Ҡара яҙҙан кѳҙгәсә баҡсала ҡаҙыныуыбыҙҙың нәтижәһе инде ул. Быйыл, шѳкѳр, уңыш мул булды, йәшелсә-емештең ҡайһыһын банкаларға яптым, бәғзеһен турап йә ҡырғыс аша үткәреп һыуытҡыста туңдырҙым. Бер ҡыйындың - бер рәхәте, ҡыш буйы кинәнеп ҡулланабыҙ, күстәнәс итеп тә таратам...

Хәйер, Шығайҙа иң тәүгеләрҙән булып май башында уҡ теплицанан ѳҙѳп ҡыяр ашаған Эниевтарҙың баҡсасылыҡ маһирлығына таң ҡалырлыҡ та шул. Сәскә-гѳлгә күмелгән, емеш-еләктең, йәшелсәнең һәр тѳрѳ емерелеп уңған хужалыҡта бѳтѳн нәмә үҙ урынында, барса уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Силәгенә күрә ҡапҡасы - Венера Ишмырҙа ҡыҙы кеүек үк, ғаилә башлығы Абдрахман Рамаҙан улы ла бѳтмѳр, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тәмләп сәй эскән арала ғаилә парының ҡайҙа, нисек танышыуы менән ҡыҙыҡһынам.

- Мәктәп тамамлаған ғына саҡ ине. Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ бер дуҫ егет оҙатыу кисәһенә саҡырҙы. Минең ултырырға ваҡыт юҡ - әле ѳҫтәл әҙерләшәм, әле ҡашығаяҡ йыуам. Йүгереп йѳрѳгән арала бѳҙрәләнеп торған һары сәсле, зәңгәр күҙле егеттең үҙемә тѳбәлгән ҡарашын тойғайным да. Ошо кисте танышып, дуҫлашып киттек...

...Ут ҡарашлы, һѳймәлекле Хѳсәйен ауылы һылыуы Шығай егетен сибәрлеге менән генә түгел, эшһѳйәрлеге, әҙәпле, яғымлы булыуы менән дә әсир ҡыла. Кѳҙ етеп, икеһе ике тарафҡа уҡырға китер алдынан йәштәр ижәп уҡыта, ә ҡышҡыһын иһә шаулап-гѳрләп туй ҙа үтә. Татыу, күркәм ғаиләлә бер-бер артлы ѳс сабый донъяға ауаз һалған. Тырыш, аҡыллы, тәҡүә балаларҙың барыһы ла юғары белемле, һәр ҡайһыһы башлы-күҙле булып, үҙаллы тормош ҡорған.

- 10 бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә үҫкәнгәме, барыбыҙҙың да 3-5 бала. Әсәйем Сәйбә Ғиззетдин ҡыҙы, атайым Ишмырҙа Шәмиғол улы Мәхмүтовтар ғүмер буйы колхоз эшендә тир түкте; беҙҙе - 6 ҡыҙ һәм 4 уланды кескәй саҡтан уҡ эшһѳйәр, яуаплы, тәүфиҡлы итеп үҫтерҙе. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең тормош кѳтѳүҙәренә лә 6 тиҫтә йылдай ваҡыт уҙған. Шѳкѳр, һәммәбеҙ ҙә иҫән-һау, хәлебеҙҙән килгәнсе атай-әсәйебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, берҙәм булып йәшәйбеҙ.

Венера Ишмырҙа ҡыҙы ғаиләлә олоҡас булғанғамы, уның иңенә яуаплылыҡ та күберәк ята. Атай нигеҙе кеүек үҡ, Эниевтарҙың йорто ла туғандарҙы тартып, йыйып торған изге мәҡам тѳҫлѳ: һәр кеменә апайҙарса йылы ҡараш, йылы һүҙ табыла. Туған йәнле мәҡәлә геройымдың һиммәте менән былтыр йәй Шығай янындағы туғайҙа Шәжәрә байрамы ойошторолдо. 350-ләп кешене осраштырған матур сараны зат-зәүер әле булһа ла теленән тѳшѳрмәй.

Ғѳмүмән, 12 йыл дауамында балалар баҡсаһын етәкләп, бѳгѳн иһә ябай хужабикә булыуҙы ѳҫтѳн күргән Венера ханым ѳсѳн ғаилә һәр ваҡыт беренсе урында тора.

- Балалар баҡсаһында алһыҙ-ялһыҙ эшләп, үтә яуаплы етәксе йѳгѳн тартып, бер кѳн килеп үҙ ғаиләмә, донъяма ваҡыт бѳтѳнләй наҡыҫ ҡалыуын аңланым. Бәлки, арыуым да шул ҡәҙәр булғандыр... Һәм бына, уйламаҫтан күңелемә ятҡан эште ташлап, ябай хужабикәгә әүерелдем...

Үкенәме икән, тиерһегеҙ, юҡ, үкенмәй ул. Киреһенсә, ҡасандыр ҡулы етеңкерәмәгән яратҡан шѳғѳлдәрен, ниһайәт, ғәмәлгә ашыра. Үҙе йәшәгән тѳйәктә Венера Ишмырҙа ҡыҙының аш-һыуға оҫталығын һәммәһе лә белә. Баллы сәксәк, урамаларын, тәмле бәлеш-бѳйѳрѳктәрен, буҙаһын, ҡомалаҡтан һалған әсикмәген һәр мәжлес-сараға тиерлек бешертеп алалалар. Ризыҡ тәмле генә түгел, эстетик йәһәттән дә йѳҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тейеш, ти, уңған хужабикә. Ҡамыр аштарын биҙәр ѳсѳн ҡул аҫтында тѳрлѳ ҡулайламалары ла бихисап.

- Интернет селтәре аша видеолар ҡарап, ризыҡтарҙы яңыса биҙәргә, яраштырырға ѳйрәнәм. Ҡыҙыҡлыраҡ берәй рецепт осраһа, тѳн тип тормайым, шул тәмлекәсте бешереп ҡарағас ҡына тынысланып ятып китәм, - ти сыңғырлатып кѳлѳп әңгәмәсем.

Хужабикә тигәс тә, Венера ханым тик ѳй эсендә генә ѳйрѳлә икән, тип уйлай күрмәгеҙ - шығайҙар уны йәмәғәт эштәренең, мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнаған әүҙем ҡатын-ҡыҙ итеп тә белә. Матур йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай, драма әҫәрҙәрен дә һәләк оҫта башҡара ул.

- Сараларҙа ҡатнашып йѳрѳүем - үҙенә күрә ял, илһам сығанағы ла. Хатта махсус рәүештә милли кейем тектереп алдым. Ҡыҙым Гѳлназ йәпле генә итеп һаҡал да эшләп бирҙе. “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор, “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамблдәре менән районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән тѳрлѳ конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ...

Шулай, ҡатын-ҡыҙ асылын уның бар тулылығында аңлаған, тѳп бурысы - хәстәрлекле әсәй, ир ҡатыны, ейән-ейәнсәрҙәренә наҙлы ѳләсәй булыуҙан тыш, үҙ-үҙен юғалтмаған нәзәкәтле вә сибәр, оло йѳрәкле вә ихлас, һәр эшкә маһир ошондай гүзәл заттарыбыҙ барҙа йәшәйешебеҙ - мәғәнәле, донъябыҙ нурлы беҙҙең...

Читайте нас: