Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Декабрь 2019, 13:00

Мостай рухы йәшәй йѳрәгемдә...

Сәстәр салланған һайын, күңел хәтирәләргә тартыла. Үткәндәрҙең иң сағыу мәлдәре ваҡыт уҙыу менән баҙыҡлана, тәьҫирләндерә генә кеүек. Шундай иҫтәлектәрҙең береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы яҙыусы һәм драматург Мостай Кәрим менән бәйле. Эйе, ил ағаһы менән осрашыуҙы ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел шул.

...1995 йылдың шыңғырап торған матур июнь айы. Республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулап, шаулап-гѳрләп торған сағы. Башҡа райондарҙа тѳҙѳлѳштәр барһа, беҙҙең тѳйәктә, ни ғәләмәт, тып-тын. Район хакимиәтендә кадрҙар һәм территориялар менән идара итеү бүлеге начальнигы булараҡ, район хужаһы Иҡсан Сәғит улы Түлебаевҡа был туранан һүҙ ҡуҙғаттым. “Беҙҙең Ѳфѳлә һүҙ тѳртѳр, ярҙам итеп ебәрер кешебеҙ юҡ шул”, - тине етәксе уйсанланып. Улай булғас, әйҙә, тим, Мостай ағайҙы саҡырайыҡ, ул беҙҙең районда бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ, моғайын да, ҡарышмаҫ.
Яҡташтарыбыҙ Арыҫлан Мѳбәрәков, Заһир Исмәғилев, Закир Вафин менән бик дуҫ булған Мостай Кәрим. Һабаҡташы, фронтовик иптәше Закир Вафа улы тураһында ул үҙенең “Ғүмер миҙгелдәре” китабында ла телгә ала: “Ѳҫ-баш бѳтѳн булғас, дәрт тә ойоп ятмай икән. Күңел ҡайҙалыр ашҡына, талпына. Нәҡ ошондай иләҫ-миләҫ мәлдә һабаҡташ дуҫым Вафин Закир әйтеп һалмаҫмы:
- Нисауа ғына егет күренәһең бит һин хәҙер. Шәрип ауылында тап һиңә тәғәйен тыуған бер ҡыҙ бар. Уҡытыусы. Киттекме шуны күҙләргә? - Исемен дә теленән ысҡындырҙы.
Закир тәүәккәл, сос кеше. Пединститутҡа килгәнсе ул Кушнаренко районының Шәрип ауылында мәктәп директоры булып эшләгән. Ул етмеш тѳрлѳ һѳнәрҙең оҫтаһы, ете тѳрлѳ хәйләнең хужаһы ине. Һуғыш осоронда ул хатта генерал Шайморатовтың ашнаҡсыһы булған... ”
Мостайҙы ҡатыны Рауза апай менән таныштырған-ҡауыштырған әлеге Закир Вафин Сермән мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. 1962-1965 йылдарҙа минең класс етәксем булды. Дуҫы Мостай Кәрим тураһында һѳйләр ҙә ултырыр ине ул.
Шулай итеп, район хужаһының рѳхсәтен алып, июнь айының ғәжәп матур бер кѳнѳндә Ѳфѳгә юлландыҡ. Мостай ағай беҙҙең килерҙе белә, кѳтә ине. Машинабыҙҙы выжлатып, Киров урамының “Башҡортостан” ҡунаҡһарайы ҡаршыһындағы биш ҡатлы йорт янына килеп туҡтаныҡ. Ѳс бүлмәле фатирҙа хужа үҙе, Америка Ҡушма Штаттарынан ялға ҡайтҡан ейәне Тимербулат һәм Сабир Шәрипов ҡаршыланы. Беҙҙең ниндәй йомош менән йѳрѳгәнде белеп, аҡһаҡал сабый һымаҡ ҡыуанды, әйтәгүр, былай ҙа нурлы йѳҙѳ тағы ла яҡтырып, балҡып киткәндәй тойолдо. Әңгәмә барышында шым ғына ян-яғымды байҡайым. Иркен, матур фатир, әйтерһең дә, музей тѳҫлѳ: ул картиналар, хайуан мѳгѳҙҙәре, хәнйәр, ҡылыстар - нимә генә юҡ!
Ҡымыҙ менән һыйланып, йылға буйҙарында ял итә-итә, Белоретҡа килеп тә еттек. Район буйлап сәйәхәт, аҡһаҡалдың теләге менән, Арыҫлан Мѳбәрәковтың тыуған ауылы Асынан башланды. Дуҫының бюсына сәскә һалып, был тѳйәктең хозурлығына һоҡланып, күңеле булып ҡайтҡан икән шағир Асынан. Үкенескә күрә, эштәр тығыҙ булыу сәбәпле, мин ул тарафҡа бара алманым. Шаршамбы кѳндѳ Иҡсан Сәғит улы үҙенә саҡыртып алды... Шулай итеп, Мостай ағайҙың шәхси һорауы буйынса, артабанғы саралар минһеҙ үтмәне.
Иртәгеһенә Әзекәй, Сермән, Аҙнағол, Үҙән, Ҡағы, Әүжән, Исмаҡай, Ишле ауылдарына юл тоттоҡ. Сермән музейына инеп, яҙыусыны һабаҡташы Закир Вафа улы Вафиндың ҡыҙы менән таныштырҙым. Был күрешеүҙе бик йылы ҡабул итте аҡһаҡал. Исмаҡай ауылы халҡы менән осрашыу ҙа матур тьәҫораттар ҡалдырҙы.
...Йәмле Ҡурғаш йылғаһы буйында ҡаҙандар аҫып, табын йәйеп ҡаршыланы беҙҙе исмаҡайҙар. Ғәжәп матур кѳндѳ, халыҡ менән ихлас аралашып, тәбиғәт ҡосағында ултырабыҙ шулай. Мостай ағай пинжәген сисеп, минең ултырғыс башына элгән. Костюмы күкрәгендә ҡояш нурҙарына ялт-йолт килгән алтын йондоҙға ымлап:
- О, Мостай ағай, ҡана пинжәгегеҙҙе кейеп ҡарайым әле, миңә алтын йондоҙ килешер микән? - тигән булам шаяртып.
- Әйҙә, әйҙә, Зинаф, кей әле, кей, һин тәс миңә оҡшағанһың. Ҡап-ҡара сәстәреңде тулҡынландырып Исмаҡай урамдары буйлап йѳрѳп кил әле - бынау Мостай ҡайһылай йәшәреп киткән тиһендәр. Пинжәк тә һиңә һәләк килешеп тора! - Йылға буйын яңғыратып, бер ғауым кѳлѳп алдыҡ.
Шуның икенсе кѳнѳнә Мостай ағай янына инеп:
- Бѳгѳн Шығай ауылына барабыҙ, - тим.
- Шы... ҡайҙа?
- Шығайға!
- Уй, мин ул ауылға бармайым, унда бик алама халыҡ йәшәйҙер, - ти шағир албырғап ҡалғандай.
- Ни эшләп улай тиһегеҙ, Мостай ағай? Барғас мин уларҙан һорашырмын әле был хаҡта.
- Ҡуй, Зинаф, яңылыш әйтеп һалдым бит, бер-бер һорап-нитеп кенә ҡуйма инде, оят булыр.
- Улай булғас былай уйлауығыҙҙың серен асығыҙ...
- Беҙҙең Шишмә районы Келәш ауылында насар кешеләрҙе “шығай” тип йѳрѳтәләр, шуға шулай тип әйтеүем инде...
Барҙыҡ Шығайға. Мәктәп алды майҙансығында беҙҙе йыр-бейеү, икмәк-тоҙ менән бик йылы ҡаршы алдылар. Белем усағының спорт залы халыҡ менән шығрым тулы. Сараны асып ебәргәндән һуң, шулай-шулай, Мостай ағайыбыҙ бер ҙә генә Шығайға килгеһе килмәй ине, тим, күҙ ҡыҫып. Уны-быны кѳтмәгән яҙыусы, ғәйепле йылмайып: “Ғәфү итә күрегеҙ инде берүк”, - ти аҫтан ғына миңә йоҙроҡ тѳйѳп. Осрашыуҙан һуң иһә, үпкәләүһеҙ-ниһеҙ: “Һай, Зинаф, саҡ үлтермәнегеҙ бит мине”, - тине ул һеңкелдәтә кѳлѳп.
Шығай хакимиәтенә ҡараған Үткәл, Хѳсәйен ауылдары ла бик матур ҡаршыланы ил ағаһын. Халыҡ менән аралашҡандан һуң, ҡунаҡтарҙы Рәз йылғаһы буйына алып тѳштѳләр.
Ул мәлдә Шығай ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын Хәлфә Баттал улы Әбүталипов атҡара ине. Уның фарманы менән һимеҙ һарыҡтар һуйылған, ѳс урынға ҡаҙан аҫылған. Кѳн кискә һарҡҡан мәл. Мостай ағайҙар - ѳҫтәл артында, беҙ усаҡ тирәһендә мәж киләбеҙ. Шул саҡ Мостай Кәрим:
- Зинаф, ҡайҙа әле ул һин? Минең менән бер аҙна йѳрѳйһѳң, бер ҙә тост әйткәнең юҡ, - ти.
- Ярай улайһа, Мостай ағай, оҙон-оҙаҡ һѳйләй белмәйем, минең Һеҙгә бер генә теләгем бар: аяҡ ѳҫтѳ генә тороп үлергә яҙһын, - тим кѳр тауыш менән.
Шау-гѳр килгән һыу буйында ҡапыл тынлыҡ урынлашты. Бындай һүҙҙе кѳтмәгән Иҡсан Сәғит улы:
- Квартал премияһынан ҡолаҡ ҡаҡтың былай булғас! - тип асыулы ҡараш ташланы. Мостай ағай иһә район хакимиәте башлығына ҡырт боролдо ла:
- Эх, Иҡсан,Иҡсан, бындай һүҙҙе әйтә белгән кешегә ике квартал премияһы ла йәл түгел. Һин, Зинаф, минең һуңғы шиғырымды уҡығанһың, ахырыһы. Унда бит “Ауһаң ине шул саҡ бәйгеләрҙә, йѳрәге ярылып үлгән ат һымаҡ”, тигән юлдар бар.
- Мостай ағай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин Һеҙҙең мәктәп программаһындағы “Ленин тураһындағы поэма”ғыҙҙан башҡа бер әҫәрегеҙҙе лә уҡыманым. Ләкин шул ғына әҫәр ҙә миңә һәр саҡ ярҙам итте. Институтҡа ингәндә хатта имтихан һорауына ла шул поэмағыҙға таянып яуап бирҙем.
- Һуң улай булғас, был һүҙҙәрҙе ҡайҙан беләһең?
- Йыш ҡына олатайым мәрхүм, кешене, үҙемде ыҙалатмай ғына аяғѳҫтѳ китергә яҙһын, тип теләр ине... - Күҙҙәре йәшкә тулышҡан сал сәсле аҡһаҡал урынынан ҡалҡынып, мине ҡосаҡлап алды...
Яңы ғына башланып торған аҙна бер тынала үтеп тә китте. Шәмбе кѳн иртә менән Мостай ағай йәшәгән Арский ташындағы 6-сы һанлы Юл тѳҙѳү идаралығының ҡунаҡ йортона юлландыҡ. Үҙем менән Сыуашстандан отпускыға ҡайтҡан ҡустым Наил Үзбәк улы Әхмәтшинды ла алдым. Ҡәҙерле ҡунаҡты бүләкһеҙ ҙә ҡайтарып булмай бит инде. Билдәле шәхесте нимә менән ҡыуандырырға тип баш ватҡан саҡта, Мостай ағайҙың фатиры күҙ алдына килде. Бәй, ҡунағыбыҙҙың мышы мѳгѳҙѳ юҡ ине лә баһа! Үҙем йәшәгән ауылдың да икенсе исеме - Мышы. Шулай итеп, үҙемдең ѳй стенаһына тәғәйенләнгән әҙер мышы мѳгѳҙѳн Мостайға бүләк иттем.
Ҡупшы мѳгѳҙҙѳ күреп, шағирҙың күҙҙәре йәнә йәшләнде.
- Ай-һай, Зинаф туғанҡай, бигерәк үткер, сос булып сыҡтың! Кем генә вәғәҙәләмәне миңә уны, ҡайҙан белдең, ә?! - тип мине ҡосағына ҡыҫты ул.
Машинаға инеп ултырыр алдынан иһә арҡамдан һѳйѳп:
- Зинаф, бер аҙна эсендә мин һине үҙ туғанымдай яҡын иттем. Ғәжәп яҡшы кеше булып сыҡтың, рәхмәт! - Үҙе минең пинжәктәге Башҡортостан флагы значогына ымлап, - бына был билдәң урынына, ана, Иҡсан ағайыңдың күкрәгендәге - Ҡоролтай депутаты значогы, ә икенсе яғыңда минеке ише алтын миҙал балҡып торһон, - тине...
Эйе, Мостай һынлы Мостайҙың, абруйлы ил улының, кеше күңеленә үтеп инерҙәй эскерһеҙлеге, иҫ киткес ябайлығы, кешелеклелеге, сабыр аҡылы кемдәрҙе генә хайран ҡалдырманы икән?! Ҡаршыһында ябай ауыл кешеһеме, әллә хѳкүмәт етәксеһеме, һәммәһенә лә ғәжәп итәғәтле, инсафлы, мәрхәмәтле ине ул... Хәйер, күпме ғүмер уҙһа ла, Мостай менән аралашҡан, уның күңел йылыһына сорналған-арбалғандарҙың йѳрәгендә әле булһа Мостай йылыһы, Мостай рухы тойолғандай...
Зинаф ӘХМӘТШИН.
Аҙналы ауылы.
Читайте нас: