Юғары калориялы, майлы, ауыр ризыҡтарҙың, Ҡыш бабайҙың тоғонан сыҡҡан ҡапсыҡ-ҡапсыҡ күстәнәстәрҙең, иҫерткес эсемлектәрҙең, татлы һуттарҙың, хуш еҫле ымһындырғыс мандарин һәм башҡа тәғәмдәрҙең сама тигәнен бөтөнләй онотоп ташлайбыҙ, буғай. Тәндә пәйҙә булған тимгелтимгел таптар, ашҡаҙанэсәк ауырыуҙары, хәлһеҙлек, хроник сирҙәрҙең ҡуҙғыуы беҙҙе ысынбарлыҡҡа тиҙ ҡайтара-ҡайтарыуын, әммә сәләмәтлеккә зыян килеп өлгөргән була. Ошо йәһәттән, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һаулығын ҡайғыртып, Яңы йыл байрамының күңелһеҙ тәьҫораттар ҡалдырмауын алдан хәстәрләп, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының табип-эндокринологы Ирина Валентиновна РЫЖОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
► Ирина Валентиновна, иң элек дөрөҫ туҡланыуҙың нимәнән ғибәрәт булыуын төшөндөрһәгеҙсе... Яңы йылда сәләмәт булайым тиһәң...
- Шуны аңлау мөһим, дөрөҫ туҡланыу - ул ниндәйҙер ҡаты диета түгел, ә бары тик һаулыҡты нығытыусы һәм һаҡлаусы файҙалы ғәҙәт кенә. Туҡланыуҙы планлаштырғанда, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ:
* ашаған ризыҡтың тейешле матдәләргә бай булыуы фарыз. Организм дөрөҫ эшләһен өсөн, уға етерлек кимәлдә аҡһым да, углевод та, май ҙа кәрәк;
* иртәнге аш - иң мөһиме, уны ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ.
* бер ваҡытта ла йәшелсә-емештән өҙөлмәгеҙ;
* көнөнә 4-5 тапҡыр, бәләкәй өлөштәргә бүлеп туҡланыу дөрөҫ һанала;
* бүлмә температураһындағы таҙа, ҡайнамаған һыу эсегеҙ. Өлкәндәр өсөн һыу нормаһы - 1,5-2,0 литр;
* зәңгәр экран, компьютер алдында ашамағыҙ.
► Яңы йылдың бай табындарынан сәләмәтлеккә нисек зыян килтермәҫкә?
- Эйе, Яңы йыл мәжлестәренән баш тартҡандар һирәктер. Был осорҙа артыҡ килограмдар ғына өҫтәлеп ҡалмай, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарының ҡуҙғыуы, шәкәр диабетының киҫкенләшеүе ихтимал. Саманан артыҡ ашамаҫ өсөн сираттағы ҡағиҙәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ:
* 31 декабрь көн дауамында асыҡмауығыҙ хәйерле - иртәнге, төшкө, киске ашты, еңелсә генә булһа ла, үҙ мәлендә ҡабул итегеҙ. Юғиһә, Яңы йыл төнөндә, кәрәгенән артыҡ ашап ташлауығыҙ бар;
* байрам өҫтәлен әҙерләгәндә майонезды - ҡаймаҡ, өй соусы, колбаса телемдәрен ит менән алыштырырға тырышығыҙ. Күберәк йәшел тәмләткестәргә, йәшелсә-емешкә иғтибар бүлегеҙ. Ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡтар урынына һыуҙа, быуҙа бешкәндәренә өҫтөнлөк бирегеҙ;
* “аҙналыҡ” аш-һыу әҙерләмәгеҙ;
* Яңы йыл һыйынан тәғәм итерҙән 20 минут алда бер стакан йылымыс һыу эсегеҙ;
* табынды шампан шарабы, бызырлап торған эсемлектәрҙән башламауығыҙ хәйерле.
► Күпселек, айырыуса гүзәл зат вәкилдәре, байрам алдынан диеталар менән йонсой. Был турала ла бер-ике кәлимә һүҙ әйтһәгеҙсе...
- Ғөмүмән, ҡаты диетаға ултырыу, асығыу төптө дөрөҫ түгел. Организм өсөн был ҙур көсөргәнеш. Ошо ерлектә, айырыуса ҡыш миҙгелендә, иммунитет ҡаҡшай, һәм уның һөҙөмтәһе - байрам мәлендә саманан тыш ашау, тән ауырлығының артыуы. Ябығыр өсөн дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә етә.
► Яңы йыл байрамын кәнфит-маҙарһыҙ, мандаринһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп тәм-том менән һыйлана. Организмдың шәрбәткә, цитрус емештәренә ҡарата әҫпе, аллергия кеүек һәм башҡа кире реакцияларынан нисек һаҡланырға?
- Балалар һәм татлы бүләктәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, шуны әйтер инем: кескәйҙәргә кәнфит-шоколадтар, магазин кәштәләренән алынған шикле һуттар биреп, уларға файҙа килтермәйһегеҙ, киреһенсә, сәләмәтлекте һиҙелерлек ҡаҡшатҡан тәм-томға бәйлелекте генә нығытаһығыҙ. Бала саҡтан уҡ дөрөҫ туҡланыуҙы йәшәү рәүешенең нигеҙе итеү зарур. Яңы йыл күстәнәсен үҙегеҙ йыйһағыҙ, күпкә отошлораҡ булыр. Мәҫәлән, һутлы емеш-еләк, сәтләүек, козинаки, ысын зефир-мармеладтар, емеш-еләк ҡағы, цукаттар һәм башҡаһы.
Оҙайлы каникул осоронда бергәләп саф һауала коньки, саңғы шыуыу, спорт ярыштарында ҡатнашыу бала күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр булып уйылыр.
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлағыҙ. Яңы йылды барыһына ла яҡшы кәйеф, шәп тәьҫораттар менән имен-һау ҡаршылырға яҙһын!
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ирина Валентиновна! Яңы йыл байрамы матур үтһен!