Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Декабрь 2019, 17:40

“Эшҡыуарлыҡ - анһат эш түгел”

Күпме заманалар, дәүерҙәр алышынмаһын, әҙәм балаһы үҙ асылын, иркен, тәғәйенләнешен эҙләүҙән туҡтамай. Әммә йыш ҡына ул ҡурҡыу, икеләнеүҙәр әсире: хыялдарын маҡсатҡа әйләндереүҙән, яңылыҡтарға, асыштарға табан ҡыйыу юл ярыуҙан, рухи осош, азатлыҡ кеүек тѳшѳнсәләрҙең тәмен тойоп йәшәүҙән мәхрүм. Кемдеңдер ҡанун-ҡағиҙәләренә буйһонорғамы, әллә үҙ юлыңды табып, тормошоңдоң тулы ҡанлы хужаһы булырғамы? Хәйер, бѳгѳн әңгәмә ҡорасаҡ геройым рухи иреклеккә, бойондороҡһоҙлоҡҡа ѳҫтѳнлѳк биргән һәм яңылышмаған...

Таныш булығыҙ: 22 йәшенән эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнгән Туҡан ауылы егете - Вадим ҠОТЛОБИРҘИН. Булдыҡлы, тырыш, заман менән бергә атлаған Сәриә Айытбай ҡыҙы һәм Рәил Зәки улы Ҡотлобирҙиндәрҙең ғаиләһендә ѳс уландың иң ѳлкәне. 2009 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлай. Туҡан ярымфабрикаттар етештереү цехының тулы хоҡуҡлы хужаһы.
- Вадим, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнергә нисек йѳрьәт иттегеҙ?
- Зат-зәүеремдә был ѳлкәлә уңышҡа ирешкәндәр бихисап: кеме сауҙа эшендә, кеме фермер хужалығында. Әсәйемдәр ике тиҫтә йыллап Туҡанда магазин тотто. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, мин үҙем дә ғаилә бизнесында тәжрибә тупланым. Бѳгѳн иһә халыҡты ярым фабрикаттар менән тәьмин итәм. Әлбиттә, цех әллә ни ҙур түгел - ҡул аҫтымда йәмғеһе 5 кеше эшләй. Яҡын киләсәктә предприятиены ҙурайтып, етештереү күләмен икеләтә арттырырға, заманса яңы ҡоролмалар алырға, технологиялар үҙләштерергә ниәтләйбеҙ.
- Туҡан продукцияһы, айырыуса билмәндәре - үтемле тауар...
- Шѳкѳр, был йәһәттән әллә ни ҡатмарлыҡтар тыумай, бѳтѳн ерҙә лә һорап, кѳтѳп кенә торалар. Һәр етештереүсенең үҙ сере булғандай, техник шарттар, рецептар үҙебеҙҙеке. Ғѳмүмән, теге йәки был ризыҡтың тәмлелеге, бәрәкәтлелеге ҡулға һәм күңел һалып эшләүгә бәйле.
- Күптәр үҙ эшен асыуға ҡарағанда, кемдеңдер ҡанундарына буйһоноуҙы ѳҫтѳнѳрәк күрә...
- Эйе, билдәле бер ваҡыт арауығында эшләп ҡайтып онотолоу менән ял кѳндәрһеҙ, отпускыһыҙ, ҡайһы мәл тәүлек әйләнәһенә эшләү араһында ҙур айырма. Бәғзе берәүҙәр уйлағанса, бизнес менән шѳғѳлләнеү - анһат эш түгел шул, уны һин сабыйың ише бәпләп, тѳн йоҡоларыңды йоҡламай үҫтерәһең, күтәрәһең.
Эш асҡанда, әлбиттә, тѳп проблема - ҡулда ирекле аҡса булмауы. Мин бизнесҡа килгән осорҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программалары әллә ни юҡ ине. Бѳгѳн иһә үҙҙәрен бизнес ѳлкәһендә һынап ҡарарға теләүселәр тѳрлѳ субсидия, грант аҡсаларына иҫәп тота ала. Мәҫәлән, район-ҡала хакимиәтендә кесаҙна һайын инвестсәғәт уҙа, бында эшҡыуарҙар үҙ проблемаларын хәл итеү, ярҙам һорау маҡсатында йыйыла. Ә бит бер үтенес тә иғтибарһыҙ ҡалмай! Бындай ыңғай үҙгәрештәргә, һис шикһеҙ, шатмын. Бәлки, киләсәктә, үҙемә лә ярҙам һорарға тура килер...
Ғѳмүмән, эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынғандарға шуны әйтер инем: ҡурҡмағыҙ, тәүәккәлләгеҙ - эшләгәнгә эш ҡарышмай. Иң мѳһиме ялҡаулыҡты, ҡыйыуһыҙлыҡты еңергә, ихтыяр кѳсѳн туплап, ниәтеңдән сигенмәҫкә кәрәк. Уның тѳп әжере - аҡрынлап бар булмышыңды яулай барған эске иреклек, матди етешлек...
- Ғаиләм - ҡәлғәм, тип аяҡ терәп әйтә алаһығыҙмы?
- Һис шикһеҙ! Был донъяла иң оло бәхет - һин таяныр һәм һиңә таяныр яҡындарың булыуҙалыр. Беҙ, ѳс малай, тулы, татыу ғаиләлә буй еткерҙек. Матур тәрбиә, белем алдыҡ. Әсәйем һѳнәре йәһәтенән уҡытыусы, атайым иһә ғүмере буйы Сорғотта нефть эшкәртеү предприятиеһында тир түкте. Хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа, әле булһа хеҙмәт йѳгѳн тарталар.
Ѳләсәйем менән олатайым - Айытбай Айса улы һәм Сания Дилмѳхәмәт ҡыҙы Абдуллиндарҙың йәшәйеше, донъяға ҡарашы һәммәбеҙгә лә үрнәк. Тормош ниндәй генә ҡатмарлы һынауҙар ҡуймаһын, үҫмер саҡтарында тоҡанған мѳхәббәт, ихтирам тойғолары уларҙы ғүмер буйы оҙата килә. Туғыҙышар тиҫтәне ваҡлаған ғәзиздәребеҙҙең бергә йәшәүҙәренә лә теүәл 60 йыл. Ѳлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле булһа мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, емертеп бесәнен дә эшләп, гѳрләтеп йәшәйҙәр! Форсаттан файҙаланып, олатай менән өләсәйемде гәүһәр туйҙары айҡанлы ҡайнар ҡотлайым! Артабан да ике улын, ѳс ҡыҙын, кейәү-килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡыуандырып, ҡәҙер-хѳрмәткә тѳрѳнѳп, һаулыҡҡа тейенеп оҙон-оҙаҡ ғүмер итһендәр!
Ҡорған ғаиләмә килгәндә инде, ҡатыным Гѳлсинә Ҡасим ҡыҙы менән алмалай тупылдап торған ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Хәләлем Олойылға ҡыҙы. Уның менән дә әлеге билмәндәр арҡылы таныштыҡ (ихлас кѳлә). Олойылғаға продукциябыҙҙы ташығанда һатыусы булып торған һылыу ғына тыйнаҡ ҡыҙ күңелемде шундуҡ әсир ҡылды...
Декрет ялында булһа ла, Гѳлсинә лә буш ултырмай - 3 йыл инде әсәйем менән бергәләп Туҡанда тѳрлѳ байрам сараларына табын әҙерләйҙәр. Икеһе лә иҫ киткес тәмле бешерә, егәрлеләр. Был эште ғәмәлгә ашырыу ѳсѳн махсус бина ла һатып алдыҡ.
- Бизнестан башҡа йәнә лә күңел һалған шѳғѳлдәрегеҙ ҙә юҡ түгелдер?
- Ысынлап та, йѳрәккә ял, тынлыҡ биргән мауығыуым бар. Ул да булһа ҡортсолоҡ. Был кәсеп миңә электән оҡшай. Ѳләсәйем һѳйләүе буйынса уның олатаһы ла шәп умартасы булған икән. 2016 йылда әсәйемдең бер туған ағаһы Зѳбәйер Айытбай улы менән Туҡандан 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Мәйгәшле тигән ерҙә бал ҡорттары үрсетә башланыҡ. Беренсе йылда биш ғаилә булһа, икенсе йылына 10-ға тиклем ишәйттек. Бѳгѳнгѳ кѳндә йәмғеһе 18 башҡорт тоҡомло бал ҡорто ғаиләһе бар. Был тоҡомдоң үҙенсәлеге шунда: улар беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан; һыуыҡҡа һәм башҡа тәбиғәт күренештәренә бирешеп бармай. Әммә ғәҙәти бал ҡорттарына ҡарағанда ғәйәт баҫҡынсыл холоҡлолар, шуның ѳсѳн эшләүе лә ауырыраҡ. Шулай ҙа йылдан-йыл был егәрле ҡорттарҙың ғәҙәт-фиғеленә тѳшѳнә бараһың: хәрәкәттәр - яйыраҡ, талғыныраҡ, сәбәләнеүҙәр - һирәгерәк.
Хәйер, ҡортсолоҡ - үҙенсәлекле ғәжәп донъя ул. Һин бында бар мәшәҡәт-борсоуҙарыңды онотаһың, эске гармонияға ирешәһең. Үҙенә күрә бер психотерапия тием микән... Ғѳмүмән, кемдер психологка йѳрѳй, ә мин умартасылыҡ менән шѳғѳлләнәм.
Был кәсеп матди йәһәттән дә бик отошло, минеңсә. Бер миҙгел тырышып эшләйһең дә, йыл әйләнәһенә бал ашап кинәнәһең, һатып та ебәрәһең. Башлап китеү ѳсѳн әллә ни күп сығым да талап итмәй - кәмендә 50 мең һум тирәһе аҡса кәрәк...
- Гәзит уҡыусыларыбыҙға әйтер һүҙегеҙ.
- Эшләмәйенсә үкенгәнсе эшләп ҡарап үкенеүең мең артыҡ... Хыял-маҡсаттарығыҙҙы ғәмәлгә ашырып, яңы үрҙәргә ынтылып йәшәгеҙ!
- Изге теләктәрегеҙ, мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Вадим. Яңы йылда шәп идеялар, уй-ниәттәр, дәрт-дарман Һеҙгә!
Читайте нас: