Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Декабрь 2019, 20:05

Һәр эшендә - күңел нуры

Сәскәләр үҫтереүме заказ буйынса бәлештәр бешереүме, сигеү-бәйләү булһынмы, ғөмүмән алғанда, яратҡан шөғөлө булмаған ҡатын-ҡыҙҙар һирәктер. Замана технологиялары үҫешкән мәлдә яңы шөғөлдө үҙләштереү өсөн бер ҡыйынлыҡ та юҡ, Интернетты ас та ҡара, ҡул аҫтында кәрәкле әйберҙәре генә булһын.

Белорет ҡалаһында йәшәгән Рита Хәсәнова бала саҡтан ҡул эштәре менән булышырға яратҡан. Ҡыҙы Азалия тыуғас, был шөғөлөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта төшә. Бәләкәсенә күлдәк, кофта кеүек бөтә кейемдәрҙе үҙе бәйләп кейҙерә башлай. Бер аҙҙан Интернет селтәре аша яңы шөғөл үҙләштерә: ҡыҙҙарға атлас, репса ленталарын, шифон тауарын ҡулланып сәстәренә ҡуя торған бантик, ҡыҫтырғыстар, фоамирандан Яңы йылға таждар, ободоктар эшләүгә тотона. Уларҙың фотоһын Интернет селтәренә һала башлағас, һатып алыусылар ҙа табыла. Туйҙарға аксессуарҙар, шкатулка, топиарий кеүек декоратив әйберҙәргә лә заказ биреүселәр бар.
- Әле Яңы йыл байрамына тубырсыҡ, шыршы уйынсыҡтарынан веноктар, төрлө декоратив әйберҙәр эшләйем. Һатып алыусы булһа - эшләү теләге лә арта. Уларҙы эшләү өсөн ҡалала кәрәкле әйберҙәр булмауы ҡыйын, йә Интернет аша заказ биреп алдырырға, йә Өфөгә барып алып ҡайтырға кәрәк. Бындай үҙенсәлекле ҡул эштәренә бер тотонһаң, эшләге килеп тик тора. Ҡул эшенең формаһын, ниндәй әйберҙәр кәрәк булырын алдан уйлап йөрөйөм дә, ваҡыт булғанда эшләп тә ҡуям.Йыл миҙгеленә ҡарап өйҙө декоратив әйберҙәр менән биҙәргә яратам. Шулайҙа һәр нәмәлә сама белергә кәрәклеген онотмайым. Һуңғы ваҡытта макраме үреү менән ҡыҙыҡһына башланым. Киләсәктә бүләктәр йыйылмаһы ҡумтаһын эшләргә хыялланам. Ҡул эше менән булышыу миңә күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф бирә. Уларҙы эшләгәндә үҙемдең фантазиямды ҡулланып, рәхәтләнеп ижад итә алам, - ти Рита.
Әлбиттә, был уның яратҡан шөғөлө генә. Ҡалалағы “Фаворит” һатыу селтәрендә 5 йылдан ашыу һатыусы-консультант булып эшләгән Рита Тәсниф ҡыҙы Арыҫлан менән Азалияға хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше Дамирға һөйөклө ҡатын
булыуҙы үҙенең төп эше тип иҫәпләй. Тормоштағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, үҙең яратҡан ҡул эше менән булышып, бер аҙға булһа ла үҙ донъяңда ижад итеп алыу бер кемгә лә артыҡ түгел. Бындай үҙенсәлекле әйберҙәрҙең һәр ҡайһыһына күңел нуры һалына, көс һәм ваҡыт, сығымдар ҙа талап ителә. Шунлыҡтан улар осһоҙ булырға ла тейеш түгелдер.
Читайте нас: