Шулай итеп, “Урал”ға 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылған гәзит уҡыусыларыбыҙ ҡатнашлығында үткән уйындың төп призы кем өлөшөнә төшкәнен хәбәр итер мәл етте. Электр ит турағысы хужаһы тип Аҙналы ауылында йәшәгән Айрат ТАЖЕТДИНОВ табылды.
Айрат Риф улы 32 йыл рус теле уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуның һуңғы 15 йылында Аҙналы ауылы мәктәбенең директор вазифаһын атҡара. Тормош иптәше Фирүзә Талип ҡыҙы ла ошо уҡ мәктәптә бына 35 йыл инде балаларға башҡорт теленән белем бирә. Ҡыҙҙары Лилиә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Күркәм ғаилә бер туғандар - IX класта уҡыған Рузана һәм VI класта белем алған Радмир, Илнара исемле балаларҙы үҙ тәрбиәһенә алып, атай-әсәй наҙы менән сорнаған. 18 йәшлек Илнара хәҙер үҙ аллы йәшәй, педагогия колледжының III курсында уҡып йөрөй. Ә хәҙер һүҙҙе уларҙың үҙҙәренә бирәйек:
- “Урал” гәзитен иҫ белә башлағандан алып уҡыйым. Элек алдынғы колхозсылар тураһында йыш яҙа торғайнылар. Гәзит биттәрендә атайымды, апайымды күреп ҡыуана торғайным. Беҙҙе гәзиткә яҙылырға өгөтләргә кәрәкмәй, яратып уҡыйбыҙ һәм ҙур теләк менән яҙылабыҙ. Почта килмәнеме, тип ҡай саҡ әллә нисә сығып урайым. Гәзит беҙҙең өйҙә көтөп алынған ҡунаҡ кеүек,- ти Фирүзә Талип ҡыҙы.
- “Урал”һыҙ һаңғырау ҙа, һуҡыр ҙа кеүекһең. Сөнки бөтөн район-ҡала яңылыҡтарын шуның аша беләбеҙ, почта килеү менән бер тынала, бер хәрефен дә ҡалдырмай тиерлек уҡып сығабыҙ. Төрлө темаға мәҡәләләр – сәйәсәте лә, кәңәш-төңәше лә, хикәйәләре лә баҫылып тора, рекламалары ла халыҡ өсөн бик кәрәк тип уйлайым. Ғөмүмән алғанда, һәр өйҙә гәзит еҫе сығып торорға тейеш. Ваҡытлы матбуғат алдырмай, уҡымай йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтермәйем. Хәҙер инде 100 йәшкә етеп килгән сал “Урал” гәзитенең оҙон ғүмерле булыуын, тиражының артыуын, гәзит хеҙмәткәрҙәренә уңыштар, беҙҙе матур-матур мәҡәләләре менән артабан да ҡыуандырып тороуҙарын теләйем, - тип бәйән итте Айрат Риф улы.
Хөрмәтле дуҫтар! “Урал” менән артабан да бергә булығыҙ! Киләсәктә һеҙҙең менән ошондай йылы осрашыуҙар булыр, тип өмөтләнәйек. Ә бүләктәр уйнатыуҙы артабан да дауам итербеҙ.