Ығы-зығы арҡаһында, бүлмәмә инеп кейемемде алыштырғанда, мине тыштан бикләгән дә киткәндәр. Бѳтәһенә тиерлек шылтыратып бѳттѳм, береһе лә трубканы алмай. Ниһайәт, Яңы йылға 1 сәғәт ҡалғас, бер ҡатынға шылтырата алдым. Уныһы, машина юҡ, атлап бара алмайым, ти. Ахыры, такси менән кил дә, үҙем юл хаҡын түләйем, тигәс кенә риза булды. Быны ѳйѳнә алып барып, такси менән ѳйгә ҡайтып ингәндә куранттар һуға ине инде. Миңә ғаиләмде һаҡлап ҡалыр ѳсѳн күп кѳс түгергә тура килде. Шунан бирле «корпоратив» тигән һүҙҙе ишеткем дә килмәй.