Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Ғинуар 2020, 17:00

Сәллә. Уны кемдәр кейә?

- Сәллә (тѳрки һүҙ) - руханиҙарҙың баш кейеме. Ул түбәтәйгә аҡ туҡыманы урап эшләнә. Ҡарап тороуға ябай ғына күренһә лә, сәллә түбәтәйгә ҡарағанда хикмәтлерәк баш кейеме һанала.

Уны һәр береһе кейә аламы һуң?
- Түбәтәй һәр мосолман кейә торған ғѳрѳфғәҙәт кейеме булһа, сәллә тик дин әһелдәренеке тип һанала. Уны бары намаҙ уҡыған кешегә генә кейеү рѳхсәт ителә. Ислам буйынса йәшәгән ир үҙ ғаиләһендә имам, намаҙ алдынан аҙан әйтеүсе баш кеше. Шулай булғас, уның быға хаҡы бар.
Сәлләнең вазифалары... Сәлләне мосолмандың үҙе менән башында йѳрѳтә торған кәфенлеге, ауыр саҡтарҙа ҡотҡарыусыһы ла тип әйтергә була. Элекэлектән дини мосафирҙар сәфәргә сыҡҡанда сәллә ураған. Оҙон юлдарҙа кеше тѳрлѳ аяныс хәлдәргә юлығыуы, хатта үлеүе лә мѳмкин. Ә сәлләнең уралмаһы 3 ҡат кәфенлеккә етәрлек тип һаналған. Ул һыуҙы аша сығыу, тау тѳшѳү, ауыр йѳк күтәреүҙә, тәрән ҡойоларҙан һыу алғанда арҡан хеҙмәтен башҡара ала. Шулай уҡ йәрәхәттәрҙе бәйләүҙә лә ярҙам итә. Сүлдәрҙә ҡом бураны булғанда, сәлләнең осон тартып сығарып, күҙ, танау, ҡолаҡтарҙы ҡаплап, туҙан, бысраҡ инеүҙән һаҡланғандар.
Сәллә эшләү ѳсѳн 10-13 метр самаһы марля йәки бик йоҡа аҡ туҡыма, конус формаһындағы фәс, ҡатырға ҡағыҙ кәрәк. Сәлләнең урала торған туҡымаһын бѳкләй торғас, ул 16 ҡатлыға әйләнә, ситтәре уртаға йәшерелә. Ғәҙәттә, сәллә 10 метр марлянан тѳрѳлә, ә кемдер 12-13 метр алып, матур сыҡһын ѳсѳн уның ике метрын уртаға урай. Бѳтә тѳр сеймал әҙер булғас, фәсте бүкәнгә кейҙереп, “бисмилла”ны әйтеп, сәлләне урай башлайҙар. Уның үлсәме баш әйләнәһе оҙонлоғона ҡарап билдәләнә, бейеклеге сәллә менән 13 см була. Артыҡ ҡалын итеп урарға кәрәкмәй, саждәгә киткәндә баш иҙәнгә тейеп торорға тейеш.
Сәлләнең башына ҡыҫтырып ҡуйылған остоң ниндәй кәрәге бар?
Алда әйтелгәнсә, ел-дауылдарҙа, сүлдәге ҡом бурандарында туҡыманың ос ѳлѳшѳ күҙ, танау, ҡолаҡтарҙы ҡаплау ѳсѳн ҡулланыла. Уның билдәләре лә бар: әгәр сәлләнең осо уң яҡ елкәгә тѳшѳп торһа, дин әһеленең мәшәҡәтле сағы, уны борсоп һүҙ ҡушырға ярамай. Манарала вәғәз һѳйләгәндә лә ул шул ҡиәфәттә тора. Намаҙҙан һуң осон юғарыға күтәреп, ҡыҫтырып ҡуя: тимәк, имам менән һѳйләшергә мѳмкин. Осо булмаһа, сәллә тип һаналмай, ә ябай баш кейеме генә булып ҡала. Тѳҫѳнә килгәндә, ниндәй вазифа башҡарыуына ҡарап, сәлләнең йәшелен, ҡараһын, күген дә кейгәндәр. Элек йәшел сәллә кешенең хажда булыуын аңлатҡан.
Читайте нас: