Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Ғинуар 2020, 12:55

“Үҙ юлымдан тайпылмайым”

Яҙмышты ҡороҡлап, уны үҙ иркеңә буйһондороу - бары маҡсатлылар, ихтыярлылар ғына өлөшөлөр. Ундайҙар, ғәҙәттә, көсләп тағылған ҡараштарҙан, мәжбүри вазифаларҙан дүнеп, күңеле тартҡан юҫыҡты һайлай. Эйе, һис шикһеҙ, тулы ҡанлы тормош өсөн яратылған бәхетле, уңышлы, шәхес булараҡ үҫешкән, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан кешеләр улар. Шундай мөрәүәтле ир-уҙамандарҙың береһе - Инйәр участка дауаханаһының баш табибы Зариф Миңлебай улы Суфянов.

Сығышы менән Ғафури районы, Ҡаранйылға ауылынан ул. Ете балаға ғүмер биргән ябай ауыл эшсәндәре - Рауза Ханнан ҡыҙы һәм Миннибай Ғирфан улы Суфяновтарҙың ырыҫлы нигеҙендә өсөнсө сабый булып донъяға килгән. Башланғыс белемде үҙ ауылында алған малай артабан уҡыуын Сәйетбаба ауылы мәктәбендә дауам итә.
“Беҙ бит совет осоро балалары, 1977 йылда, өлгөргәнлек аттестатын алғандың икенсе аҙнаһында уҡ, атайым өгөтө менән колхозға эшкә сыҡтым. Әрме сафына эләккәнсе бер йыл шунда тир түктем”, - ти 17-18 йәшлек саҡтарын хәтерләп Зариф Миңлебай улы.
Комсомол путевкаһы менән сик буйы һағы ғәскәренә эләккән үтә яуаплы, тәртипле, тырыш егетте сержант составы мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ике йыл эсендә ябай рядовойҙан һаҡ старшинаһы дәрәжәһенә тиклем үҫә һалдат.
“Хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, бар булмышы менән коммунист атайым тиҙ арала эшкә урынлашыуымды талап итте. 4 улына ҡарата ғәйәт ҡәтғи, талапсан ине ул. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә бушты-бушҡа ауҙарып, эшһеҙ ятҡан кеше булманы ла...”
Күҙгә-башҡа эленеп барған тәүәккәл, етди егеткә Сәйетбаба ауыл советының паспорт өҫтәле начальнигы вазифаһын йөкмәтәләр.”Бер йыл самаһы эшләп алғас, баш бухгалтерыбыҙ Мөнирә Вәли ҡыҙы мине туҡтатып, Зариф, һин бит аҡыллы малай, уҡырға, белем алырға кәрәк һиңә, тип өндәште. Кәңәшен тоттом... Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан әле бер, әле икенсе уҡыу йорто янында тапанып йөрөйөм шулай. Башта мең төрлө уй... Йыр-бейеүгә маһирлыҡ бар ҙа, сәнғәттә уҡыуҙан ни фәтүә - өйрәнерен өйрәнгәнмен; физкультура техникумында ла ҡыҙыҡ булмаҫ - йүгерә-һикерә беләм; педагогика ла мауыҡтырмай... Тап шул мәлдә медицина училищеһының фельдшерҙар бүлегенә студенттар алалар, тигән иғланға юлыҡтым...”
Мәктәпте тик “бишле”гә генә тамамлаған кисәнге командирҙы медицина училищеһына ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр. 1984 йылда йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Әммә Сәйетбабаға ниәтләгән егетте икенсе ауылға йүнәлтәләр. “Сәйетбабала эшләмәйем икән, мин уҡырға китәм,” - ти ул ҡәтғилек менән райондың баш табибы урынбаҫарына. “Бәй, ҡайҙа бараһың, тәүҙә уҡырға ин әле!” - тип мыҫҡыллы йылмая түрә. “Инермен!” - әлеге һүҙҙәрҙән сәме ҡуҙған йәш кеше кисекмәҫтән баш ҡалаға сығып китә. Был юлы ла һынатмай - бер ынтылыуҙан Өфө дәүләт медицина институтына имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Йәшлегенең иң йәнле, йәмле сағында йәндәше, берҙән-бере - Сәфәрғол ауылы ҡыҙы Лилиәне осратып, бишенсе курста йәштәр ғаилә ҡора...
Ҡулдарына табип дипломы алған ирле-ҡатынлы Лилиә һәм Зариф Суфяновтарҙы йүнәлтмә буйынса Ҡурған өлкәһенә эшкә ебәрергә ҡарар итәләр. “Туҡта, нишләп әле беҙ, юғары белемле ике белгес, республиканан ситкә китеп эшләргә тейеш? Үҙебеҙҙә лә кадрҙарға ҡытлыҡ бит!” - оҙон-оҙаҡ уйлап тормай Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ыңғайлай ул...
“Хәлде аңлаттым. Ул замандағы министр урынбаҫары Павел Николаевич Зырянов мине диҡҡәт менән тыңлап, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды...”
Йәштәрҙең теләге тормошҡа аша, урынбаҫарҙың хәстәрлеге менән Суфяновтар 90-сы йылдар башында Белорет районына эшкә ебәрелә.
Хеҙмәт юлын башлағандан алып Зариф Миңлебай улы акушер-гинеколог, ә Лилиә Закир ҡыҙы иһә участка терапевы. Һәләк яуаплы, ауыр һөнәрҙе атҡарыуҙарына ла өс тиҫтә йыл икән. 2006 йылда үҙ эшенә ҡарата үтә талапсан, тәжрибәле, һиҙгер күңелле белгесте Инйәр участка дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләйҙәр.
“Беҙҙең хеҙмәттә осраҡлы кешеләр юҡ тиерлек. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, һәр ҡайһыбыҙ үҙ эшен яратып, теләп башҡара. Әлбиттә, кеше һаулығы һағында тороу һинән үҙ-үҙеңде аямау, фиҙаҡәрлек кеүек сифаттар талап итә. Айырыуса ауыл ерендә табип тәүлек әйләнәһенә кәрәк кеше. Ике ҡыҙыбыҙҙың медицина өлкәһен үҙ итмәй юриспруденция буйынса китеүенә лә ошо сәбәптер, тим... Шулай ҙа ҡасандыр шәхсән үҙем һайлаған юлдан тайпылыу тигән уй бер тапҡыр ҙа башҡа инеп сыҡманы”, - ти әңгәмәсем ихлас йылмайып.
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте: Зариф Миңлебай улы “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почет грамоталарына, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Рәхмәт хаттарына лайыҡ юғары категориялы табип. Аҡыллы, миһырбанлы етәксене олоһо ла кесеһе лә берҙәй ихтирам итә, ярата.
Үҙ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла ғәжәп иғтибарлы, һиҙгер ул. Коллективтағы һөйөнөс-көйөнөстәрҙең һәр береһен йөрәге аша үткәреп, уларға дөрөҫ баһа бирергә, бер ҡасан да әҙәплелек, итәғәтлек сиктәрен ашатламаҫҡа күнеккән. Инйәр участка дауаханаһы район-республика кимәлендә уҙған спорт ярыштарында, йыр-моң конкурстарында һәр саҡ алдынғы урындарҙа. Баш табиптың инициативаһы, Инйәрҙең 2-се мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисовтың хуплауы менән аҙнаһына ике тапҡыр мәктәп спорт залында волейбол уйындары үтә. Унда дауахана, мәктәп коллективтары ғына түгел, уҡыусылар, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Зариф Миңлебай улының да бит спорт өлкәһендә 40 йыллап стажы бар. Саңғы, еңел атлетика, йөҙөү, атыу, көрәш кеүек спорт төрҙәрендә беренсе разрядлы спортсы бер ваҡытта ла был шөғөлөн ташламаған; бүтәндәргә лә сәләмәт тормош рәүешен әүҙем пропагандалай.
“Кешеләрҙең үҙ һаулығына битараф булмауы, йылдан-йыл әүҙем тормош рәүешенә ылыҡҡандарҙың ишәйә барыуы ҡыуандыра. Форсат сыҡҡан һайын үҙебеҙ ҙә саңғыға баҫырға ғына торабыҙ. Ҡатынымдың да күңеленә был спорт тѳрѳ хуш килә,” - ти Зариф Миңлебай улы.
Спорт менән бер рәттән йыр-моңға ла ғәжәп маһир әңгәмәсем. Айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Әсәһе Рауза апай ҙа, олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, район-республика кимәлендә ойошторолған мәҙәни фестивалдәрҙә ҡатнаша, 200-ләп башҡорт йырҙарының һүҙҙәрен, кѳйѳн яттан белә. Кинйәкәйҙәре Юлиә лә был һәләттән мәхрүм түгел - йыр конкурстарында еңеүҙәр яулай.
Ҡала менән район берләшкән ҡатмарлы осорҙа бер нисә йыл рәттән район, ауыл Советы депутаты итеп һайланған, һуңғы тапҡыр саф башҡорт мөхитендә үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булған Зариф Суфянов ил, милләт яҙмышы өсөн дә ихлас борсола. “Үҙ тамырҙарыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, халыҡты эскелектән, эшһеҙлектән арындырыу, тыуымды арттырыу, быуындан-быуынға тапшырыла килгән рухи хазиналарыбыҙҙы йәш быуынға еткереү - бына ниндәй маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу фарыз”, - ти ул етдиләнеп.
Эйе, ғүмеренең һәр сәғәтен кешелек мәнфәғәтен ҡайғыртып үткәргән, үҙе һайлаған тәҡдирҙән ҡәнәғәт ҡалып, иң ҡыйыу уй-ниәттәрен ғәмәлгә ашырған тәүәккәл, ғәййәр, оло йѳрәкле Зариф Суфянов кеүек башҡорт уҙамандары барҙа, ил-милләт киләсәге ѳсѳн борсолорға урын юҡ.
Читайте нас: