Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Февраль 2020, 17:50

Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы

Башҡортомдоң быуаттар артылып яңғыраған милли аһәңен, рухи ҡеүәтен ҡитғаларға еткергән шѳһрәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсыларҙың Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сѳләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурстарында ѳс тапҡыр гран-при яулаған талант эйәһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы ветеран-уҡытыусы, Белорет ҡалаһы һәм районының хѳрмәтле аҡһаҡалы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре - Мөхәмәт Усман улы Түлебаев ошо ҡышта 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Мѳрәүәтле уҙаманды ололап, үткән аҙнала ҡаланың “Металлург” кинотеатрында һәм Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында матур байрам кисәләре ойошторолдо.

Ил алдында күрһәткән фиҙаҡәрлеге, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһындағы дан хеҙмәте, әүҙем йәмәғәтселеге ѳсѳн 2019 йылда, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы хуплауы менән, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Мѳхәмәт Түлебаевтың тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге тураһында “Остаз” тигән бай эстәлекле документаль фильм тѳшѳргәйне. Юбилей уңайынан уҙған сараларҙа ошо фильм да беренсе тапҡыр тамашасы хѳкѳмѳнә тәҡдим ителде.
Премьерала “Башҡортостан” киностудияһының директор урынбаҫары Рѳстәм Солтанғужин, “Остаз” документаль фильмын ғәмәлгә ашырыусы режиссер, сценарий авторы Радик Килмәмәтов, музыкаль йәһәттән биҙәүсе композитор, Сермән ауылы ир-егете Илшат Хәлилов та ҡатнашты.
Милли уйын ҡоралы - ҡурайға булған хѳрмәтен, мѳхәббәтен быуындан-быуынға тапшырып, халҡыбыҙҙың ихтирамын яулаған шәхес - Мѳхәмәт Усман улының бар тормошон күҙ алдына баҫтырған фильмды тамаша залдарын тултырып килгән яҡташтар бик йылы ҡабул ҡылды; ҡыу кѳпшәгә йән, аһәң ѳргән остазға бихисап ихлас һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде...
Ил мәртәбәһен алты ҡитғаға ҡурайы аша еткергән, 17 илдә, шул иҫәптән Париждағы Эйфель башняһында башҡорт моңон яңғыратҡан талант эйәһенең тыуған ауылы Шығайҙа үткән юбилей кисәһе лә юғары кимәлдә ойошторолғайны. Аҡһаҡалдың ҡурайын күкрәгенә һалып, “Ҡағы таш”ты уйнауы арҡылы асылған сара Мѳхәмәт Усман улының һәр ҡунағын ғәжәйеп моң, илаһиәт иленә әйҙәне.
“Ете тажлы кѳпшә ҡурайҡайың яңғыратты алты ҡитғаны” исемле байрамда ҡурайсының абруйлы яҡташтары - Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, музыкант Рәмил Ғәйзуллин, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Ринат Ғайсин, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт ѳлкәһе ветераны Зәлифә Әғләмова, райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов, Сермән ауыл хакимиәтенең Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Ғәфәр Ғәлиуллин, Шығай мәктәбе директоры Исмәғил Әбүталипов; шѳһрәтле мәркәзебеҙҙән килгән мәртәбәле ҡунаҡ - Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, шулай уҡ ҡурайсының ауылдаштары, зат-зәүере, элекке уҡыусылары, райондаштары ҡатнашты.
Йѳрәк түренән сыҡҡан һәр тәбрик һүҙе остазға бәйле хәтирәләр, йѳмлә халыҡты рәхәтләндереп кѳлдѳргән ирмәк ваҡиғалар менән байытылды. Юғары дәрәжәле ҡунаҡтар тарафынан бирелгән Рәхмәт хаттары, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы ла Мѳхәмәт Усман улының тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә оло баһа ине. Билдәле сәнғәт әһелдәре - Рәмил Ғәйзуллиндың ҡурайына Риф Ғәбитовтың ѳҙә баҫыуы, Ринат Ғайсиндың ҡобайыр әйтеүе лә үҙенсәлекле бүләк булды.
Мѳхәмәт Түлебаев менән заманында Франция сәхнәләрен бер итеп шаулатҡан Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбленең, һандуғас тауышлы йырсы Луиза Мѳхѳтдинованың, йәш, һәләтле ҡурайсы Радмир Әхтәмовтың, Әхмәр мәҙәниәт йорто мѳдире Наил Хәмзиндың, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең, “Елмерҙәк” этно-рок тѳркѳмѳнѳң, Гѳлминаз Хафизованың музыкаль ҡотлауҙарын юбиляр шулай уҡ яратып ҡабул итте. Шығай, Үткәл мәктәптәре коллективтарының сығыштары ла атаҡлы ҡурайсыға ҡарата оло хѳрмәт, ихтирам билдәһе ине был кистә.
Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаһы - ѳс тиҫтә йылға яҡын Шығай урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған ветеран-уҡытыусы Нәҙерғәле Аҙнағол улы Аҫылғужин да Мѳхәмәт Усман улының фиҙаҡәр хеҙмәтен, ул уҡытҡан уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтте. Ҡаланың 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова үҙ сығышында данлыҡлы яҡташы менән сикһеҙ ғорурланыуын, һоҡланыуын белдерҙе.
Эйе, үҙ тәғәйенләнешенән тайпылмайса лайыҡлы ғүмер кисереп, бѳгѳн иһә тос уңышын тәмләгән, дан-шѳһрәткә күмелгән Мѳхәмәт Усман улы Түлебаев, ысынлап та, еребеҙҙең ҡото булырҙай ир уҙаманы шул. Ә иң мѳһиме, мәлендә замандаштарының ҡәҙер-хѳрмәтен, ихтирамын тойған, шул арҡылы тормошоноң ни ҡәҙәр тулы ҡанлы, мәғәнәле булыуын аңлаған бәхетле, рухлы ил улы ул.
Читайте нас: