Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Февраль 2020, 14:35

Афған сыныҡтырҙы ил улдарын

Һәр һуғыштың үҙ тарихы, хәҡиҡәте, тиҙәр... Хәйер, күпме яугир - шунса тарих, шунса хәҡиҡәт тә унда... Тиҫтә йылға һуҙылған афған һуғышының тамамланыуына бихисап ваҡыт үтһә лә, хәрби низағтың тере шаһиттары тәрән күңел кисерештәренән әле булһа арыналмай... Гәзитебеҙҙең сираттағы геройы, Абҙаҡ ауылы ҡаһарманы Риф ХӘЙРУЛЛИНды ла урап үтмәгән был утлы дәһшәт. 1985 йылдың ноябрь айында әрме сафына алынған яҡташыбыҙ бына инде ниһан ғүмер әленән-әле шул мәхшәргә әйләнеп ҡайта...

Хәбирә Йәрмөхәмәт ҡыҙы һәм Миҙхәт Насип улы Хәйруллиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Абҙаҡ урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының 39-сы училищеһында шоферлыҡҡа уҡый. Әрмегә лә ошо ҡаланан юллана...
“Магнитогорскиҙан йәмғеһе 13 егет киткәйнек. Барыбыҙ ҙа Урта Азияға сик буйы ғәскәрҙәренә эләктек. Төркмәнстандың Керки тигән ҡалаһында 6 ай хәрби әҙерлек курсы үткәндән һуң, комендант ротаһында хеҙмәт итә башланым. Беҙҙең отрядтың 3 мотоманевр төркөмө Афғанстан территорияһында торҙо. Базалар Мардиан, Шибарган, Меймене тигән ҡалалар янында урынлашҡайны. Мин Мардиан эргәһендәгеһенә эләктем. Әйләнгән һайын рейдтарға, хәрби операцияларға сығырға, һуғыш кәрәк-яраҡтары тейәлгән йөкмашиналары колоннаһын оҙатып йөрөргә тура килде. Баш осонан пулялар һыҙғырып осамы, яныңда ғына снаряд ярыламы - йәшлек аҡылы менән шул мәлдәге хәүеф-хәтәр етди ҡабул ителмәгән икән”, - тип хәтер ебен һүтә Риф Миҙхәт улы.
Яуаплы, ышаныслы, һәр эште еренә еткереп башҡарған тәүәккәл егетте бер аҙҙан пехотаның хәрби машинаһына пулеметсы итеп ҡуялар. “Хәрби операциялар мәлендә пулемет өҫтөнә радиолокация станцияһын йыйып ҡуяһың да, әлеге ҡоролма ярҙамында барлыҡ хәрәкәт иткән объекттарҙы күҙ уңында тотаһың; шик тыуҙырғандарын ентекле күҙәтеп, кәрәк икән атаһың...” - ти яугир иңенә ятҡан бурыстарҙы төшөндөрөп.
Киң масштаблы, ярайһы уҡ етди бер хәрби операция әле булһа күҙ алдында уның. “Урындағы ҡышлаҡтарҙың береһендә, башлыҡ-фәләндәре менән бергә, ҙур ғына бандит төркөмдө ҡамауға алдыҡ. Уларҙың хатта АҠШ тәьмин иткән “Стингер” тигән зенит-ракета комплекстары ла бар ине. Тәүҙә тегеләргә бер ярты сәғәттәй ҡорал һалырға өгөтләгән аудиояҙма тыңлаттыҡ, тик ыҡҡа килгән кеше булманы. Бына шунда башланды инде мәхшәр! Ҡәлғә өҫтән дә, аҫтан да утҡа тотолдо. Үҙем шәхсән ҡышлаҡ янындағы арыҡты һаҡлайым. Бер заман ни күрәм: ҡапҡалар асылып, бер-бер артлы атҡа атланған мөжәһиттәр сыға башламаһынмы! Минең пулеметҡа ҡаршы гранатометтан аталар ғына былар. Снарядтарҙың береһе, саң борхотоп, эргәмә генә төшөп ҡаҙалды. Хоҙайҙың ҡөҙрәте булыпмы, ҡапыл-ҡара шартламаны ул. Был хәлде күреп торған командир йәһәт кенә позицияны алыштырырға бойорҙо... Вәт, исмаһам, күлмәктә тыуғанһың, әй, анау тиклем снарядтың шартламауын әйт әле, тип ғәжәп ҡылып бер булды һалдаттар. Хатта миҙал да сәпәнеләр үҙемә”, - ти әңгәмәсем эске бер ғорурлыҡ менән.
Эйе, йәшлек дыуамаллығы менән көс-ҡеүәттәре ташып торған егеттәр үлемгә әллә ни илтифат бирмәй. Һуғышҡа инмәйем, ғүмер өсөн үтә хәүефле хәрби фармандарҙы үтәмәйем, тиеүселәр ҙә булмай... Башҡорт, украин, белорус, урыҫ егеттәре үҙ-ара килешеп, татыу йәшәйҙәр. Силәбе өлкәһенән Наил Хәсәнов атлы һалдат менән айырыуса дуҫлаша Риф. Шөкәтһеҙ сүллектәр, күҙ асҡыһыҙ ҡомло дауылдар илендә, үҙәккә үтмәле ҡырыҫ шарттарҙа дуҫтар бер-береһенә терәк-таяныс була.
Яҡындарының уның һуғышҡа эләгеүен нисек ҡабул итеүҙәрен һорағас, Риф Миҙхәт улы мут йылмайып былай тине: “Минең һуғыш эсендә йөрөүем атай-әсәйемдең ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Хаттарым буйынса улар мине Төркмәнстанда хеҙмәт итә тип белде. Әлбиттә, әрме сафында булып ҡайтҡан ағайҙарым эштең айышына төшөнөүен-төшөнгән, әммә ғәзиз кешеләребеҙгә әйтергә ҡыймағандар икән...”
Интернациональ бурысын намыҫлы үтәүе, илһөйәрлекте пропагандалаған акцияларҙа әүҙем ҡатнашҡаны, батырлығы өсөн Риф Хәйруллин I һәм II дәрәжәләге “Дәүләт сиге хеҙмәте алдынғыһы” исеменә, СССР Юғары Советы Президиумы Грамотаһы һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ була.
Һуғыш михнәттәренән сынығып, ысын ир ҡорона тулып ҡайта егет Афғанстандан. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, Магнитогорск ҡалаһына барып, төҙөлөш компанияларының береһендә экскаваторсы булып эш башлай. Ошо ҡалала ғүмерлек йәре - Дилә һылыуҙы ла осрата ул... 10 йыл самаһы Магнитогорскиҙа йәшәгәндән һуң, Абҙаҡта йорт төҙөп, йәштәр атайсалда төпләнә. Хәйруллиндарҙың татыу, матур ғаиләһендә 3 бала буй еткергән. Олоҡастары Зилә менән Азамат башлы-күҙле булып, үҙ тормоштарын ҡорған, кинйәләре Алмас иһә туғыҙынсы класта уҡый.
Риф Миҙхәт улының булдыҡлығына, тырышлығына ихлас һоҡлана абҙаҡтар. Ике тиҫтә йылдан ашыу “Абҙаҡ” ял йортонда фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, етәкселектең, һөнәрҙәштәренең оло ихтирамын яулаған, Дилә Йәноҙаҡ ҡыҙы менән бергә һоҡланғыс донъялар өйѳп, балаларына яҡшы тәрбиә биргән, утты-һыуҙы кискән ир аҫылы һәр яҡлап та үрнәк булырҙай шул. “Ғәжәп сабыр, йомарт, ышаныслы беҙҙең Риф. Ысын яугир, ҡалҡан ул! ” - ти Дилә ханым да хәләле тураһында.
Аҙаматлы ир-егеткә генә хас сифаттарҙы - батырлыҡ һәм тәүәккәллекте айырылғыһыҙ юлдашы иткән Риф Миҙхәт улы һуғышҡа эләгеүенә һис үкенмәй. Нисек кенә ҡанлы, дәһшәтле осор булмаһын, үҙенә тәғәйен ғүмерҙең бер минутын да әрәм-шәрәм итмәҫкә, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡанда ла намыҫ, выждан кеүек тѳшѳнсәләргә тап тѳшѳрмәҫкә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә ѳйрәткән уны афған иле. Бына шулай, үткәндәргә үпкә тотмай, киләсәккә ҙур ѳмѳттәр бағлап, йәшәй яугир беҙҙең эргәлә.
Читайте нас: