Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Февраль 2020, 11:00

Утты, һыуҙы кисә ҡыйыуҙар

Ерҙән һалдат атлай, тыуған ерҙе һаҡлайЕрҙә яңғырай һалдат йырҙары...Ошо йыр менән башланды Тирлән ауылы балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған осрашыу. Кѳтѳп алған ҡунағыбыҙ - "Батырлыҡ ордены" эйәһе Азат Хәкимов ине.

Азат Урал улы хозур тәбиғәтле Тирлән ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫә, урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Әрме сафтарында хеҙмәт итеү Азат Урал улына бик оҡшай һәм ул артабанғы тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләргә ҡарар итеп, контракт төҙөй. Контракт буйынса хеҙмәте Мурманскиҙа дауам итә. Күпмелер ваҡыттан һуң юғарынан Сүриәгә юлланырға фарман бирелә.
Ил һаҡсыһы тыуған яҡтарына ялға ҡайта, тик үҙенең һуғыш барған тарафҡа ебәрелеүе тураһында бер кемгә лә өндәшмәй... Башҡа һалдаттар менән бер рәттән, йѳҙләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға, ҡурсаларға тура килә уға. Шундай хәрби операцияларҙың береһендә үҙе лә ҡаты яралана. Ана шул ваҡытта ғына Азаттың яҡындары һалдаттың һуғышта йѳрѳүен белә... Башҡорт ир-егеттәренә хас ҡыйыулығы, тәүәккәллеге өсөн Азатты "Батырлыҡ ордены" менән наградлайҙар. Аяғына туғыҙ операция үткәргән егет артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла...
Тик төшөнкөлөккә бирелмәй ул: ҡатыны Юлиә менән ең һыҙғанып тормош көтә башлай. Әлеге ваҡытта был татыу ғаиләлә бер ул һәм ҡыҙ үҫә. Эмиль менән Элина балалар баҡсаһына йөрөй, Юлиә - балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы, ә Азат Белорет металлургия комбинатында эшләй.
Осрашыу барышында ут-һыу кискән яугир һәр һорауға тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе; һуғыш тураһында һөйләргә яратмауын белдерҙе. Ҡунағыбыҙ кескәй балаларға хәрби хеҙмәт, тыуған ергә булған илһѳйәрлек тураһында бәйән итте.
Әлбиттә, балаларға хәрби кейем кейгән, күкрәгендә ордены ялтыраған баһадир һалдат менән осрашыу ифрат оҡшаны; ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Төркөмдәге малайҙарыбыҙ Азат ағалары кеүек ҡыйыу, өлгөлө булып үҫергә теләүҙәрен белдерҙе.
Үҙ сиратыбыҙҙа, Азат Урал улына һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең кеүек ирегеттәр барҙа күгебеҙ аяҙ, күңелебеҙ тыныс беҙҙең.

Айзирәк ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА,
Тирлән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: