Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль 2020, 14:00

Батыр үлһә лә, даны үлмәй

Әлфиә һәм Шамил Закировтарҙың ғаиләһендә 1979 йылдың 6 ноябрендә Рауил беренсе бала булып донъяға килде. Башта йәш ғаилә Ҡоҙашман ауылында йәшәне. Рауил ға 1 йәш тирәһе булғандыр, еҙнәйҙең тыуған ауылы Кәртәлегә ҡайттылар. Ауылда эш юҡ, тимер юлына эшселәр талап ителеүен ишетеп, Олойылғаға күсеп барҙылар.

Рауил ҡустым бала сағынан алсаҡ, тыйнаҡ, ярҙамсыл булып үҫте. Мәктәп йылдарында тиҫтерҙәре араһында айырылып торҙо, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Каникул мәлдәрендә өләсәһе, әсәйем Өмөкамал Сәйфелмѳлѳк ҡыҙы янына Ишлегә ашыҡты. Ҡышҡыһын ҡарын кѳрәһенме, утын ярһынмы, Һүренйәк йылғаһынан һыу ташыһынмы - йомошҡа ла, эшкә лә сос булды.
IX класты тамамлағас, Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы һөнәрселек училищеһында умартасы һөнәрен үҙләштереп ҡайтты. Умарталарын Ишлелә ѳләсәһенең өйө янында тотто.
1998 йылда, 18 йәше тулыу менән, әрме сафына алынды. Тәүҙә Волгоград өлкәһенең Калач-на-Дону ҡалаһында хеҙмәт итте, ярты йылдан һуң Дағстан Республикаһынын Кизляр ҡалаһына күсерҙеләр.
Ата-әсәһенә, туғандарына хаттары килеп торҙо. "Сәләм Кавказдан! Һаумыһығыҙ, Әсәй, Атай һәм Артурик. Минең эштәр һәйбәт, һау-сәләмәтмен, һеҙгә лә шуны теләйем... Бал ҡорттарым унда нисек? Тереләрме! Ҡарап тороғоҙ, осоп китмәһендәр... Һеҙҙе етеп килгән 2000 йыл менән ҡотлайым. 30.XI.99 й.", тип яҙғайны ул бер хатында (әлеге ваҡытта ул ҡала музейында һаҡлана).
Ул йылдарҙа Чечен Республикаһы биләмәләрендә һуғыш бара ине. Уларҙың часын Кизлярҙан Грозныйға ебәрәләр. Рауил бында, утлы һуғыш барған ерҙә лә, үҙен һынатмай, ихтыяр көсө, дөрөҫ уйлау, тәүәккәллек кеүек сифаттары асыла.
...Һуғыш бер кемде лә аямай. Рауил ҡустым 2000 йылда, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Рауил Закиров "Батырлыҡ өсөн" ордены менән бүләкләнде. Ҡустым уҡыған Олойылға мәктәбендә йыл һайын хәтер кисәһе уҙғарыла. Белорет ҡалаһында Октябрҙең 50 йыллығы урамында ҡуйылған таҡтаташта ла уның исеме мәңгеләштерелгән.
Ватанына тоғро ҡалып, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгән барлыҡ яугирҙарға дан!
Фәриҙә МӘХМҮТОВА.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: