Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Февраль 2020, 12:10

Эше лә, уйҙары ла яҡтылыҡҡа ҡоролған

Йәмғиәтте энергия менән тәьмин итеү элек-электән көнүҙәкәсьәләләрҙең береһе булып һаналды. Кешелек донъяһының уңайлы һәм лайыҡлы йәшәйешенә энергетиканы тулы ҡеүәттә файҙаланыуы туранан-тура тәьҫир итә, заманса технологиялар үҫешкән заманда электр энергияһын ҡулланыу зарурлығы ла үҫә бара. Шунлыҡтан был өлкәлә хеҙмәт итеүселәргә энергетика объекттарының төҙөклөгөн, өҙлөкһөҙ тапшырыуын булдырыу, һаҡсыл тотоноу һәм яңы технологиялар индереү йәһәтенән бер туҡтауһыҙ эшләргә тура килә.

Инйәр дистанцияһы Ырымбур өлкәһенең Тюльган ҡасабаһынан алып Күмертау, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Дим-2, Белорет, Ҡарлыман һәм башҡа участкаларҙы тотороҡло һәм сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итә. 1040 километр урамдарҙы яҡтыртыу селтәре, 34 тимер юл станцияһы, 80 тимер юл аша сығыу нөктәһе һәм 104 поезд туҡталҡаһы уның ҡарамағында. 213 хеҙмәткәр иҫәпләнгән предприятие менән 2016 йылдан алып Шайморат Нур улы Саматов етәкселек итә.
Йөйәк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә иң кесе - алтынсы бала булып донъяға ауаз һалған Шайморат мәктәпте тамамлағас, Германияла танкист булып хеҙмәт итә. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, Йөйәк станцияһына райондың контакт селтәре электромонтеры булып эшкә урынлаша, шул уҡ ваҡытта Һамар юлдар бәйләнеше институтының “Тимер-юл транспортын электр менән тәьмин итеү” бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. Биш йылдан - өлкән электромеханик, ә 1990 йылдан начальник итеп тәғәйенләнә. Тырыш, ғәҙел етәксене 1991 йылда Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһына контакт селтәре дистанцияһы начальнигы урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. 1999 йылға тиклем эшләгән осорҙа Инйәр ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана. Ләкин был вазифаны үҙһенмәй, булмышына тап килгән энергетика өлкәһенә әйләнеп ҡайта.
Шайморат Нур улы хеҙмәткәрҙәре араһында хөрмәт менән ҡаҙана. Кешеләрҙе тыңлай, аңлай, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итер алдынан башҡалар менән кәңәшләшә белеүе уның яҡшы кешелек сифаттарына эйә булыуын күрһәтә. “Хеҙмәтебеҙҙең һәр кем, һәр нәмә өсөн ни тиклем оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, яңылыҡҡа, заман талаптарына тура килергә ынтылабыҙ. Әле яҡтыртыу лампаларын энергияны сарыф итмәй торғандарына алмаштырыу бара. Подстанцияларҙы телеидара, телесигнализацияға күсереү, яңы техника алыу кеүек эштәр ҙә тора алдыбыҙҙа. Элек ҡул кѳсѳ менән башҡарылған эштәрҙе хәҙер яйлап техника атҡара. Нишләйһең, заман үҫешә, үҙгәрә, ә беҙгә уның менән бергә атларға кәрәк. Былтыр предприятиебыҙ аварияһыҙ, ҡыйралыуҙарһыҙ эшләгәне өсөн хәүефһеҙлек менеджменты сертификатына эйә булды. Быйыл да уны дәлилләүгә ирештек. Йәнә лә 2019 йылда Рәсәйҙең электр менән тәьмин итеү предприятиелары араһында II урынды яуланыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур һәм ҡыуаныслы ваҡиға булды. Артабан да хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу өҫтөндә тырышып эшләргә ҡала”, - ти Шайморат Нур улы.
Әйткәндәй, тынғыһыҙ етәксенең намыҫлы хеҙмәте 2005 йылда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы", 2012 йылда Рәсәй тимер юлдары ойошмаһының “Почетлы тимер юлсыһы” исемдәре менән билдәләнгән. 2017 йылда ижтимағи партнерлыҡты үҫтереүгә һәм нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн дәүләт наградаһы һәм башҡа бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Яңыраҡ улар иҫәбен “Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл” миҙалы тулыландырҙы. Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә барыһы ла күркәм Шайморат ағайҙың. Тормош иптәше Фәриҙә Хәсән ҡыҙы менән 35 йыл татыу ғүмер итәләр. Илдар һәм Зариф исемле ике улға матур тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Улар икеһе лә аталары юлын һайлап, Һамар юлдар бәйләнеше институтын тамамлағандар, әлеге көндә һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр, ғаилә ҡорғандар.
Яҡшы етәксе булыр өсөн бай тәжрибәгә эйә булыуҙан тыш, тормоштоң бѳтә этаптарын да үтергә кәрәк, тиҙәр. Энергетика өлкәһендә 35 йыл хеҙмәт стажы булған Шайморат Нур улы уларҙың һәр үрен уңышлы ғына яулаған кеше, тип әйтергә була. Уның эше лә, уйҙары ла тик яҡтылыҡҡа ғына ҡоролған бит.
Читайте нас: