Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Март 2020, 13:40

Хыялдарға ваҡыт сик түгел

Йәшлек осорон, ғәҙәттә, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн иң ҡулай ваҡыт, тиҙәр. Шулай ҙа иртә йәштән ғаилә ҡороп, бала-сағалы булып, башкѳллѳ донъя мәшәҡәттәренә күмелгәндә, шәхси ниәттәргә мѳҙҙәт етмәй. Бәлки, шуғалыр ҙа күңел түрендә һаҡланған йәшерен хыялдар иңдән аҙмыкүпме яуаплылыҡ, бурыстар тѳшкән мәлдә - хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ғәмәлләшәлер.

Тиҫтә йылдар тынғыһыҙ хеҙмәттә - социаль тәьминәт ѳлкәһендә эшләп, шуның менән бергә етәксе ҡатыны булырға ла, ѳс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тейешенсә тәрбиәләргә, донъяһын кѳтѳргә лә ѳлгѳргән Флүрә Килдейәрова ла хаҡлы ялға сығыуын түҙемһеҙлек менән кѳтѳп алған икән. Бер туҡтауһыҙ сабыулауҙан, орсоҡ кеүек әйләнеүҙән арындырған бѳгѳнгѳ халәте, ниһайәт, үҙ-үҙе менән аһәңлектә йәшәргә, хыял-маҡсаттарын асманға ашырырға, яратҡан шѳғѳлдәренә тотонорға форсат биргән.
- Тыумышым менән Магнитогорск ҡалаһынан булһам да, бала сағым, мәктәп йылдарым Инйәр ауылында үтте. Зѳһрә Фәсхетдин ҡыҙы һәм Миңнулла Хәбибрахман улы Абайтуллиндарҙың ғаиләһендә биш баланың иң олоһо инем, - тип һүҙен башланы әңгәмәсем. - Хәләлем Илгиз Аллабирҙе улы Килдейәров ғүмере буйы етәксе вазифаларҙы йѳкмәне. Яуаплы, тәжрибәле, эш рәтен белгән һәләтле медицина хеҙмәткәрен һәр ҡайҙа ла күрҙеләр, үрләттеләр. Тәүҙә район дауаханаһының, һуңынан Психоневрология диспансерының баш табибы булды. Ҡәҙерле кешем менән Гүзәл, Луиза, Илдар исемле матур балалар үҫтереп, һәр ҡайһыһына үҙ йүнәлешен, тәғәйенләнешен табырға ярҙам иттек. Үкенескә ҡаршы, иптәшем генә фанилыҡтан иртәрәк китте...
Ҡарайылға ауылында арандай донъяла япа-яңғыҙ ғүмер кисереп тә, Флүрә ханым һис моңайып ултырмай. Етмешкә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, кәртә тултырып ҡош-ҡортон да кѳтә, һыйыр-кәзәһен дә аҫрай, гѳрләтеп баҡсаһын да үҫтерә. Был йәһәттән кем уҙарҙан килеп еткән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре терәк-таяныс уға.
Халыҡ медицинаһы менән мауыҡҡан, иртә яҙҙан ҡара кѳҙгәсә сихәтле үлән-емештәр йыйған, сәләмәтлеккә ҡағылышлы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған ҡатын үҙенә кәңәш, ярҙам һорап мѳрәжәғәт ҡылған яҡындарының, ауылдаштарының бер үтенесен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Кем өсөндөр өмөтһөҙлөк һаҙлығына әйләнгән хаҡлы ялды ла ул тормошоноң фәҡәт үҙе өсөн генә асылған өр-яңы бите кеүек ҡабул итә.
- Ғүмерем буйы диңгеҙ шауын тыңларға, аҡ күбекле тулҡындарҙы кисеп йѳрѳргә, унан ҡала тимер атты ауыҙлыҡларға хыялланғайным. Шѳкѳр, водитель танытмаһына эйә булырға ла, 2017 йылда Тунисҡа юлланып, яңғыҙым донъя күреп ҡайтырға ла өлгөрҙөм. Хәйер, күңел тѳпкѳлѳндә йылдар дауамында быҫҡыған теләктәрҙең береһе генә үтәлһә лә, әйтеп аңлатҡыһыҙ ирәүәнлек тойғоһон кисерәһең икән. Шуның ѳсѳн үҙ-үҙебеҙҙе бәхетле итеүҙән тартынмайыҡ, - тигәйне Флүрә Рифҡәт ҡыҙы хушбулырға ла, 2017 йылда Тунисҡа юлланып, яңғыҙым донъя күреп ҡайтырға ла өлгөрҙөм. Хәйер, күңел тѳпкѳлѳндә йылдар дауамында быҫҡыған теләктәрҙең береһе генә үтәлһә лә, әйтеп аңлатҡыһыҙ ирәүәнлек тойғоһон кисерәһең икән. Шуның ѳсѳн үҙ-үҙебеҙҙе бәхетле итеүҙән тартынмайыҡ, - тигәйне Флүрә Рифҡәт ҡыҙы хушлашҡан саҡта.
Эйе, ысынлап та, нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, ниәттәреңде бойомға ашырып, иңдәреңдә шытырлап ҡанат үҫеүен, йәшәйешеңдең мәғәнәһен, тулы ҡанлылығын тойоуҙан да ләззәтлерәк хис юҡтыр ҙа шул.
Читайте нас: