Уның менән тәүге тапҡыр осрашыуым әле лә күҙ алдымда. Ғәжәп бер ихласлыҡ, ябайлыҡ менән ҡаршы алды ул йәш белгестәрҙе. Сит ауылда беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған оло йѳрәкле педагогтарҙың береһе булды. Дәрестәргә нисек әҙерләнергә, ниндәй методик ҡулланмалар менән эш итергә; эшмәкәрлегеңдең ыңғай, кире яҡтарына дѳрѳҫ баһа биреп, уҡытыусылыҡтың бѳтѳн нескәлектәренә тѳшѳндѳрѳргә лә, балалар, атай-әсәйҙәр менән уртаҡ тел табырға ла ѳйрәтте остазыбыҙ. Был йәһәттән сабыр аҡыллы, тәжрибәле ветеран-уҡытыусыбыҙға тик рәхмәттәр генә уҡыйбыҙ.
Шәхси тормошонан да ғәжәп уңды Сабира Зәйнетдин ҡыҙы. Хәләле Шәйхетдин Мѳхѳтдин улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп гѳрләтеп донъя кѳтәләр. Ике улы, бер ҡыҙына тѳплѳ белем биреп, һәр береһенә дѳрѳҫ йүнәлеш күрһәтеп, ихтирамлы ҡайны-ҡәйнә, ҡәҙерле олатай-ѳләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һѳйѳп мәж килә улар.
Сабира Зәйнетдин ҡыҙы уңған хужабикә лә. Күҙ яуын алырлыҡ сәскәгѳлѳн үҫтерһенме, тәмле ризыҡтар бешерһенме - ҡулынан килмәгән һѳнәре юҡ.
Эйе, донъя бәрәкәте - ҡатын-ҡыҙҙа тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Сабира ханымдай гүзәл заттарыбыҙ барҙа, милләтебеҙ киләсәге ѳмѳтлѳ.