Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың октябрь уртаһынан Башҡортостан халҡы бөтә ил ме-нән бергә һанлы телевидениеға күсте. Илдең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Константин Носков белдереүенсә, республикала күсеш “проблемаһыҙ һәм ҡатмарлыҡтарһыҙ үтте”. Быға “һанлы ирекмәндәр”ҙең эшмәкәрлеге лә үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Башҡортостан уларҙың иҫәбе буйынса алдынғылар рәтенә инде. Халыҡҡа һанлы телевидениены көйләүҙә дүрт мең самаһы кеше - уҡыусылар, студенттар, йәштәр һәм пенсионерҙар ярҙам күрһәтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н. Мелкоедов тәбрикләне.
- Беҙҙең алда бик ҙур бурыс тора ине. Уны күмәкләп уңышлы атҡарып сыға алдыҡ. Һәм ошо команданы ирекмәндәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ярҙамығыҙ, эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Борис Николаевич. Ирекмәндәргә Телеүҙәк буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡайһы берҙәре үҙҙәрен телевидение дикторы урынында ла һынап ҡараны, иҫтәлеккә фотоға төштө; “Родина” кинотеатрында “Һеңлекәш” нәфис фильмын күрһәттеләр, тантаналы рәүештә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Улар араһында яҡташыбыҙ Сәлим Ғәли улы Мәхмүтов та булды. Сәлим - Сибай дәүләт университеты студенты. Бәләкәйҙән техниканы яратҡан егет техник факультетының «Транспорт-
технологик машиналары һәм комплекстарҙы эксплуатациялау» бүлегенең III курсында уҡый. Актив ижтимағи эшмәкәрлеге, спорт, ғилми ҡаҙаныштары һәм яҡшы уҡыу өсөн РФ Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булған. Сәлим, уҡыуҙан тыш, сауҙа өлкәһендә лә эшләп өлгөрә.
Ҡоролмаларҙы көйләүгә заявкаларҙың иң күбеһе Сәлимдеке. Студент бергә эшләгән хеҙмәттәше менән ҡаланың төрлө биҫтәләренә үҙ машинаһы менән йөрөгән. Уның оло йәштәгеләргә ҡарата изгелекле, ихлас мөнәсәбәттә булыуы, телевизорҙы көйләп, кәрәк булғанда, һанлы тапшырыуҙарҙы ҡабул итеүсе махсус приставканы тоташтырып, каналдарҙы көйләп биреү теләге һәм оҫталығы иғтибарһыҙ ҡалмаған.
- Ололарға ярҙам итеп, улар менән аралашып ҡайтһаң, күңел күтәрелә, үҙеңде кәрәкле кеше итеп тояһың, - ти Сәлим был эше хаҡында.
Улдары менән ата-әсәһе Ғәли Ишмырҙа улы һәм Әлфиә Хәйҙәр ҡыҙы хаҡлы ғорурлана. Бәләкәйҙән техникала соҡонорға яратты Сәлим. Йөк һәм еңел машиналарын, тракторҙарын тиҙ
арала йөрөтөргә өйрәнде, боҙолһа, йүнәтергә лә үҙе тотона ине. Ике ҡустыһына үрнәк ул.
Рысыҡай ауылының уңған, аҫыл егеттәренең береһе - Сәлим Мәхмүтовҡа артабан да уҡыуында, йәмәғәт эшендә уңыштар юлдаш булһын.