Тимер аттар бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн 12 ҡатын-ҡыҙ теләк белдергән булған, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында, уларҙың бишәүһе ге-нә ҡатнашты.
"Автоледи - 2020" бәйгеһендә ҡатнашыусылар үҙҙәренең "тимер аттарын" юҡҡа ғына эйәрләмәүҙәрен тулыһынса иҫбатланы. Конкурсанткалар иң башта үҙенсәлекле биҙәлгән машиналарында ҡала буйлап үтеп, үҙҙәре менән таныштырғандан һуң теоретик белемдәрен һынаны, машина йөрөтөү оҫталыҡтарын күрһәтте. Автомобилде параллель парковкаға ҡуйыу, "йылан" эшләп күрһәтеү, эстакадаға менеү, тейешле ерҙә туҡтау һәм башҡа ҡаршылыҡтар аша үттеләр.
- Оҫталыҡ буйынса ҡатын-ҡыҙ бөгөнгө көндә хатта ир-ат менән дә ярыша ала икән! Ғөмүмән, конкурста ҡатнашҡан һәр гүзәл зат, уңған хужабикә булыуҙан тыш, техника менән оҫта идара итә белеүе менән дә һоҡландырҙы, - тине ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе начальнигы урынбаҫары, судья Илфат Байтурин, автомобилде йөрөтөүҙәрен ентекле тикшереп.
Барлыҡ этаптар һөҙөмтә-ләре буйынса, "Автоледи - 2020" исеменә Валентина Гниденко лайыҡ булды. Ул инде өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Валентина күп йылдар такси йөрөтә, үҙенең тимер аты "Гранта"ла ғына түгел, ЗИЛ-130 йөк машинаһына ла идара итә.
Конкурстанттар араһында тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Динә Әҙелмырҙина ла (һүрәттә) беренсегә генә ҡатнаша. Шулай булһа ла, уның сығышы күптәрҙе һоҡландырҙы. Шуға ла "Авто-һоҡланыу" исеме тап уға бирелде.
- Беренсе тапҡыр ҡатнашам. Кисерештәремде һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Сығыш яһау бик ҡы-ҙыҡлы булды. Патриот булараҡ, машинамды патриотик стилдә биҙәнем, "Тыуған яҡ" йырын йырланым. Киләһе йыл да мотлаҡ ҡатнашасаҡмын, хатта "тимер атымды" инде нисегерәк биҙәргә лә уйлап ҡуйғанмын, - тип шатлығы менән бүлеште Динә Нуритдин ҡыҙы, - 10 йылдан ашыу руль артындамын, балаларҙы мәктәпкә, төрлө секцияларға йөрөтөргә тура килә, шуға үҙемде машинаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Машинаны иң шәп йөрөтөүсе автоледиларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотлап, Грамоталар, бүләктәр тапшырып, уларға киләсәктә лә уңыштар, бәлә-ҡаҙаһыҙ имен юлдар теләне.