Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Апрель 2020, 22:15

Улар алғы рәттә

Ауыр мәлдә улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер... Ябай эшсеме, уҡытыусымы, студентмы, хужабикәме ул, эшҡыуар булһынмы, улар алғы рәттә. Ҡылған изгелектәре тураһында маҡтанырға яратмайҙар, ярҙамдарына мохтаждарҙың нурлы йөҙҙәрен күреү, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү генә лә уларға әллә күпме дәрт, ҡеүәт өҫтәй. Бына әле лә илебеҙҙә вирус пандемияһы башланыу менән тәүгеләрҙән булып алғы рәткә улар баҫты. Мәжбүри түгел, үҙҙәре теләп. Күңел ҡушыуы буйынса. Әлбиттә, улар булмаһа, кемдәр һуң?!

Республикала ла заман афәтенә ҡаршы көрәшкә, табиптар менән бер рәттән, ирекмәндәр ҙә сыҡты. Кемдәрҙер һаулыҡ һағында, бигерәк тә алғы һыҙыҡта тороусы табиптарға пандемия мәлендә һаҡланыу сараһы булған - визорҙар (биткә кейә торған үтә күренмәле ҡулайлама), үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына ҡулайламалар эшләү менән мәшғүл, икенселәр Зубово биҫтәһендә төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөүселәрен, карантинға ябылған дауаханалар хеҙмәткәрҙәрен, пациенттарын, мохтаждарҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙе ойошторған. Әйткәндәй, Өфөнөң “Ағиҙел” художество кәсептәре предприятиеһы дизайнеры Илдар Ғатауллиндың хеҙмәттәштәре менән эшләгән визорҙары Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә лә юлланасаҡ. Ә ярҙам йөҙөнән ауылдаштарын, мохтаждарҙы битлек, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү - ирекмәндәр башҡарған изге эштәрҙең диңгеҙҙәге бер тамсыһы ғына...
Ҡалаларҙа үҙизоляция режимы үтәлешен контролдә тотоу ҡәтғиләште. Күптәр өйҙә эшләһә лә, етәкселәр, ҡағиҙә булараҡ, эш урындарында ҡала, улар хеҙмәткәрҙәре менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Коронавирус эпидемияһы осоронда ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында илебеҙҙең күп урындарында ирекмәндәр ойошмалары эшләй башланы. Белорет муниципаль район хакимиәте ҡарамағында ла ирекмәндәр командаһы булдырылды. Улар яңғыҙ пенсионерҙарға, аҙ мобилле белореттарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килтереүҙе, хайуандарҙы тышта йөрөтөүҙе ойошторҙо.
- Белореттар саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп алды. Үҙәк белгестәре көн һайын ярҙамға мохтаждарҙың заявкаларын яҙып ала, ошо маҡсатта “ҡыҙыу линия” эшләй. Эйе, эпидемия янаған осорҙа оло кешеләргә, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайынса, мәрхәмәтле һәм әүҙем ирекмәндәрҙең ярҙамын файҙаланыуҙары хәйерле. Әлеге мәлдә командала 150-ләп ирекмән иҫәпләнә, әммә өҙә генә әйтеү дөрөҫ булмаҫ, сөнки ярҙам күрһәтергә теләүселәр һаны көндән-көн арта бара. Ирекмәндәр 60 йәштән оло ағай-апайҙарға, хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыуҙа, кәрәк икән, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәрҙә булышлыҡ итә. Әлбиттә, ирекмәндәргә күп нәмәгә эш барышында ла өйрәнергә тура килә, сөнки бындай ғәҙәттән тыш хәл менән улар ғына түгел, бар донъя тәүләп осрашты бит. Күп осраҡта, ярҙам һорап, оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә. Ирекмәндәр берҙәм һәм тиҙ эшләй. Магнитогорск клиникаларына алып барыуҙарын һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡәнәғәтләндерҙек. Ололар ҙа ҡайһы бер ирекмәндәрҙе хәҙер яҡшы белә, һорауҙары булһа, уларға шәхсән мөрәжәғәт итәләр, - ти Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте начальнигы Антон Локоцков. Ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге күп төрлө һәм яуаплы. Улар медикаменттар, аҙыҡ-түлек һатып, тапшырып ҡына ҡалмайҙар, ҡала ситендә ойошторолған постарҙа торалар, поликлиникаларҙа пациенттарҙы ҡаршы алалар, ҡалала хәрәкәт итеү өсөн пропускылар тултыралар.
Тайпылышһыҙ үтәлергә тейешле талаптарҙан сығып эш ителә. Ирекмәндәр үҙҙәренең өйҙәрендә ултыра. Заявка килә икән, кемгә яҡыныраҡ, тап шул ирекмән штабтың күрһәтмәһе буйынса ярҙамға ашыға. Адресатҡа сығыр алдынан ҡул дезинфекциялана, битлек һәм бирсәткә кейелә. - Күпселек осраҡта беҙҙән һөт, икмәк, май кеүек көндәлек ризыҡ килтереүҙе һорайҙар. Шуны ла әйтергә кәрәк: ирекмәндәр аҙыҡ-түлекте үҙ иҫәбенә ташымай, оло кешеләрҙең аҡсаһына аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ һатып алырға ярҙам итәбеҙ, - тиҙәр ирекмәндәр.
Әйткәндәй, күптәр ирекмәнлек менән тик йәп-йәш ҡыҙ-егеттәр, студенттар ғына шөғөлләнә тип уйлай. Ирекмәндәр араһында предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ғаиләле кешеләр ҙә күп. Өс бала әсәһе Айгөл Вәлиева ла (өҫкө һүрәттә) бындай мәлдә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәгән. Әле ул ирекмәндәр командаһының алыштырғыһыҙ ағзаһы. Көн дә тиерлек ниндәйҙер йөкләмәләр үтәүҙе, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙенең изге бурысы тип иҫәпләй Айгөл.
- Ирекмәндәр хәрәкәте тураһында ишетеү менән уларға ҡушылдым. Һәр ерҙә йылы ҡабул итәләр. Кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү - үҙе бер кинәнес. Бер-беребеҙгә ярҙамлашып эш итһәк, килеп сыҡҡан ауырлыҡтар ҙа һиҙелмәй үтеп китер әле, - ти ирекмән.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә - халыҡ белер, халыҡ белмәһә - Хоҙай белер, ти халыҡ мәҡәле. Айгөл дә ошо принцип менән йәшәй һәм маҡтанырға яратмай. Ошоға тиклем дә ҡылған изгелектәре әллә күпме булһа ла, был турала һөйләргә яратмай йәш ханым. Ирекмәнлек эшенән тыш, бәләкәй генә эшен дә алып бара. Эшҡыуар ҡалала үҙ эшен асҡан. Тиҙ туҡланыу кафеһы, күп осраҡта өҫтәмә сығымдар талап итһә лә, ярайһы уҡ уңышлы эшләй башлаған. Өс йыл дауамында үҙ ҡулланыусылары барлыҡҡа килгән. Коронавирус пандемияһы башланыу менән хәҙер күп балалы ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгәндәр, ярҙамға мохтаждар кафены бушлай икмәк биреүсе йәмғиәт тип тә белә. Айгөлдөң социаль селтәрҙәрҙә биргән иғланына күптәр иғтибар итеп, мохтаждар икмәкте нәҡ уның кафеһынан ала һәм рәхмәттәрен уҡый. Айгөл үҙе икмәкте ике шәхси эшҡыуарҙан һатып ала.
Был яуаплы осорҙа бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, бер кем дә үҙен яңғыҙ тоймаһын, тигән теләктә ҡала Айгөл Вәлиева.
Эйе, Айгөл Вәлиевалар кеүек, килеп тыуған ауырлыҡтар алдында ла башын эймәгән, иртәгәһе көнгә ышанған, барыһы ла һәйбәт булырына өмөтләнгәндәр күп әле. Ундайҙар менән иртәгәһе көнөбөҙҙөң, бөгөнгөһөнә ҡарағанда, яҡшыраҡ булырына инанаһың. Сәләмәт булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Наталья Аксенова фотоһы.

Читайте нас: