Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Май 2020, 12:00

Беҙ - һуғыш осоро балалары

Бөйөк Еңеү көнө... Миллионлаған ҡорбандар менән яуланған байрамға быйыл теүәл 75 йыл. ...Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайым Барый Сәғит улы Сәғитовты, колхоз рәйесе булараҡ, бронь арҡылы фронтҡа ебәрмәйҙәр. Тик яу ҡырынан көн дә тиерлек килгән ҡара ҡағыҙҙарға ҡарап түҙеп тора алмай ул - 1943 йылдың февралендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Өләсәйем мәрхүмә: "Кеше үҙе теләп тә ут эсенә инер икән..." - тип йыш ҡына илай торғайны...

Һуғыш ҡырынан бер нисә хаты килде. Хаттарын латинса һәм ғәрәпсә яҙыр ине - әсәйемә генә әйтер һүҙҙәре булғандыр, күрәһең.
1943 йылдың июль айы. Мин бәләкәй ҡустым менән тышта уйнайбыҙ. Ишек шар асыҡ, өлкәндәрҙең барыһы ла өйҙә. Шул саҡ кемдер йүгерә атлай беҙгә инеп сыҡты. Уның артынса уҡ асыҡ ишектән иңрәп илау яңғыраны. Йүгереп өйгә инһәм, ағайым менән апайым әсәйебеҙҙе ҡосаҡлағандар ҙа, зыу килеп илашалар. Ул арала өләсәйем, һуғышта 5 улын юғалтҡан Ғаззал бабай, күршеләр килеп тулды... Илағанымды иҫләмәйем... Хәйер, 4 кенә йәшлек сабый ниндәй оло ҡайғы килеүен ул мәлдә төшөнөп тә етмәгәндер...
Уның ҡарауы, 1945 йылдың 9 майын, был көндөң ни ҡәҙәрем ҙур шатлыҡ килтереүен яҡшы хәтерләйем. Беҙҙе, уйнап йөрөгән балаларҙы, мәктәп яғына барырға ҡуштылар. Кем уҙарҙан шунда йүгерҙек. Ә унда бихисап кеше йыйылған, имеш - кемдер илай, кемдер көлә, зыҡ ҡубышып бер-береһен ҡотлайҙар, ҡосаҡлашалар... Бер ағайҙың: "Һуғыш тамамланды, беҙ еңдек! Һалдаттар ҙа, ана, ҡайта башланы, тормош тиҙҙән еңеләйер!" - тип телмәр тотоуын ишетеп, мин өйгә табан елдерҙем. Беҙҙең өй тулы кеше, тағы күҙ йәштәре...
Күршебеҙ Ғаззал апа урманда булып, һуғыштың тамамланыуы тураһында кискеһен генә ишеткән икән. Йөрәк итен һыҙып, юғалтыуҙар аша килгән Еңеү көнө күпте күргән аҡһаҡалды ла быуынһыҙ иткән - күҙ йәштәренә быуылып килеп ингән күршебеҙҙе йәлләп, өй эсебеҙ менән йәнә илашабыҙ... Юҡ, ҡәһәрле һуғыш Ғаззал апаның нәҫел ебен өҙә алмаған - бөгөнгө көндә Сермән ауылында уның бүләһе Мансур Ғаззалов йәшәй...
Теге мәктәп янында сығыш яһаған ағай, "Хәҙер тормош еңеләйер," - тиһә лә, һуғыштан һуң да эт ыҙаһын күреп йәшәлде - аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәккә үтте. Китап-дәфтәр, ҡәләм табыуы ҡыйын тип тормай, өҫкә барлы-юҡлы кейемде кейеп, яғылмаған һыуыҡ мәктәпкә йөрөнөк, тырышып белем алдыҡ - бирешмәнек, сабыр булдыҡ.
Ауылда IV класты тамамлағас, Сермән мәктәбендә уҡыным. Етерлек аҙыҡ-түлек йөкмәп, аҙна һайын йәйәүләп йөрөргә тура килде. Шуға ла тиҫтерҙәребеҙҙең күбеһе 4 класс белеме менән тороп ҡалып, колхозда хеҙмәт йөгөн тартты. Һуңғараҡ һәр береһе үҙенә оҡшаған һөнәргә эйә булып, донъялар ҡороп, балалар үҫтерҙеләр. Тик күптәренең ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды...
Атайыбыҙ Барый Сәғит улы Орлов өлкәһенең Новосильск районындағы Задушное тигән ауылда Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Тайфур ағайыбыҙ шул тарафҡа барып, ерләнгән урынына сәскәләр һалып, тупрағын алып ҡайтты...
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауыма ҡарамаҫтан, дәһшәтле һуғыш йылдарында күргәнкисергәндәребеҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда. Бына әле лә үҙем яҙам, үҙем илайым... Эйе, әллә күпме ғүмер үтһә лә, шул замандың ауыр һынауҙары, ябырылған ҡара ҡайғылары бер ҡасан да онотолмаҫ, ә яу ҡырында баш һалған атай-олатайҙарыбыҙҙың исеме йөрәгебеҙҙән мәңге юйылмаҫ...
Разия ИРҒӘЛИНА (СӘҒИТОВА).
Ботай ауылы.
Фото Интернет селтәренән.
Читайте нас: