Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Май 2020, 14:00

Урланған бала саҡ

Һуғыш йылдарының бар михнәтен үҙ елкәләрендә татыған балаларҙың бала сағы булдымы икән? Яугирҙар менән бергә тыл ветерандары ла йылдан-йыл әҙәйгәндән-әҙәйә. Шуға ла мин өләсәйем Зөләйха Мәхмүт ҡыҙы ЗӘЙНУЛЛИНА тураһында бәйән итмәксемен. Туҡһанды ашаҡлауына ҡарамаҫтан, вайымһыҙ саҡтарына ҡот осҡос йәлләт булып килеп ингән утлы афәтте бик яҡшы хәтерләй ул.

Өләсәйем Зөләйха Мәхмүт ҡыҙы Зәйнуллина 1929 йылдың 23 мартында Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Яңы Һәйет ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Һуғыш башланғанда өләсәйемә 12 генә йәш була. Уның һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел - шул осор балаларын йәлләүҙән күҙгә йәштәр төйөлә...
«Беҙҙең тау-урман яҡ халҡы үҙе уйлап тапҡан, йыл һайын йәй башында үткәрелә торған бер байрам була торғайны, - ти хәтирәләрен яңыртып Зөләйха өләсәйем. - Исеме лә үҙенсәлекле - “Ҡымыҙлыҡ байрамы”. Беҙҙең Яңы Һәйет ауылы 22 июндә ана шул байрамды ойошторорға тейеш ине. Әммә халыҡтың матур ниәтен, бала-сағаның һөйөнөсөн “һуғыш" тигән яман һүҙ өҙә һуҡты…
...Ир-атты төркөм-төркөм һуғышҡа оҙаттылар. Бар донъя ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм йәш-елкенсәк иңенә ҡалды. Мин дә шул саҡта ҡап һуҡтым, һалабаш төшөрҙөм, бесән саптым. Бишенселә уҡығанда аяҡ кейеме етештереү, промартелгә септә, пушкалар тарттыра торған мисәү бауҙар үреү, йыуғыс тетеү кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙем. Уларҙың һәммәһе лә фронтҡа кәрәк ине. План бирәләр ҙә көнө буйы эш өҫтөндәһең. Ауыр эштә барлы-юҡлы кейемдәр ҙә иҫкереп бөтә торғайны... ”
Зөләйха өләсәйем иртә йәштән етем ҡала. Уның атаһы, Мәхмүт олатайым, бик ҡаты ауырып 1932 йылда үлеп китә. Ул ваҡытта өләсәйемә - 4, ә уның бер туған ҡустыһы Зиннурға 1 йәш кенә була. Балаларҙы Мәхмүт олатайҙың бер туған ағаһы Әбделхәлим үҙ тәрбиәһенә ала. Ул ваҡытта Әбделхәлим менән уның ҡатыны Кинйәһултандың балалары булмай.
Беренсе донья һуғышы яугиры Зәйнуллин Әбделхәлим олатай 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, Еңеү яҙын ҡаршылай алмай ул - "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡағыҙы ғына килә. Әбделхәлим олатайҙың һуғыштан ҡайтмауы ғүмер буйы яҡындарының үҙәген өҙә...
Зөләйха Мәхмүт ҡыҙы башланғыс белемде Яңы Һәйет мәктәбендә ала. Бишенсе кластан етенсе класҡа тиклем Ишембай районы Ҡолғона мәктәбендә уҡый. «Кинйәһултан өләсәйең бик диндар кеше булды. Төндәрен ойоҡ, бейәләй бәйләй торғайны, мин дә уға эйәреп бәйләп ултырыр инем,
- тип хәтер ебен һүтә Зөләйха өләсәйем. - Яңы Һәйет ауылында ферма булды. Тонналап план үтәнек - бесән эшләнек, иң ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Бергә үҫкән иптәш ҡыҙҙар күптән гүр эйәһе булып бөттө, бала саҡтағы ыҙалар бөккәндер инде уларҙы, ә мин һаман йәшәйем әле, ауырлыҡты күп күрҙең, инде яҡшылыҡ та күр, ти микән Хоҙай?" - тип йылмая өләсәйем.
1945 йылдың яҙында өләсәйгә 16 йәш була. Заман ауыр булһа ла, мәхшәр тамамланған ваҡытты ул оло байрам итеп хәтерләй. Хәҙер бөтә нәмә яҡшы булыр, туйғансы икмәк ашарбыҙ, тип өмөтләнә барыһы ла. Тик тормош тиҙ генә рәтләнмәй әле. Һуғыштан һуң да аслыҡты, яланғаслыҡты күп татырға тура килә.
...1952 йылда һылыу ҡыҙ Татлы ауылы егете Зәйнулла Уйылдан улы Ғәйзуллинға кейәүгә сыға. Йәштәр Туҡан ауыл советына ҡараған Тары ауылында төпләнәләр. Күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, умарта тоталар. Зәйнулла Мәйгәшле руда сығарыу карьерында электрик булып эшләй. Йәш ғаиләне бәхеткә күмеп, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килә...
Оло ҡыҙҙары Рәйсә ғаиләһе менән Израилдә төпләнгән. Икенсе ҡыҙҙары Флүрә иһә Белорет ҡалаһында күп йылдар шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бер ул, бер ҡыҙ үҫтереп, бәхетле өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәре менән гөр килеп йәшәп ята. Улдары Рәйес тә матур тормош ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер биреп, олатай булып Белорет ҡалаһында ғүмер итә.
Өләсәйем 2004 йылдан бирле кесе ҡыҙы Гүзәл һәм кейәүе Илдар менән Белорет ҡалаһында йәшәй. “Ниндәй генә ыҙалар күрһәм дә, бөгөнгөм менән ғәйәт бәхетлемен,” - ти ул. Ысынлап та, уның бөтә балалары тормошта үҙ урынын тапҡан, дөрөҫ һөнәр һайлап, илебеҙгә файҙа килтергән тырыш кешеләр. Килен-кейәүҙәренән дә ифрат уңған! Бөгөнгө көндә өләсәйебеҙҙең 4 балаһы, 8 ейән-ейәнсәре, 4 бүләбүләсәре бар. Был үҙе үк оло бәхет түгелме ни?!
Күпте кисергән ҡәҙерле кешебеҙ артабан да ихтирам-иғтибарға төрөнөп, бәхет-шатлыҡҡа күмелеп, Еңеү яҙҙарын ҡаршылап оҙон-оҙаҡ йәшәһен әйҙә!
Зилә ТЕЛӘМБИТОВА,
Д. Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәре.

Читайте нас: