Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Май 2020, 21:30

Матур була белеү - үҙе һөнәр

“Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы төнгө күктәге иң баҙыҡ йондоҙҙан да сағыуыраҡ - был хакимлыҡҡа эләккәндәргә ҡаршылашыуҙан фәтүә юҡ. Ә инде ул өҫтәүенә тыйнаҡ һәм изгелекле лә булһа, күркәм шөкәт йәнә лә һөйкөмлөрәк күренә...” Әлеге хикмәтле һүҙҙәр ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттә иң камил һәм ҡабатланмаҫ зат булыуына ишаралыр.

Ләкин, ғәжәп, хатта ғәйәт матурҙар ҙа үҙҙәрен иң-иңдәр рәтенә ҡуйырға тартына, һоҡланыулы ҡараштарҙан, комплименттарҙан баҙап ҡала. Тимәк, “һыу һөлөгөндәй” булыу өсөн тышҡы ҡиәфәттең генә камил булыуы етмәй, күрәһең - иң элек ниндәйҙер эске сикләүҙәрҙе, баҙнатһыҙлыҡты еңеү, әйләнә-тирәләгеләргә ҡарата асыҡ, эскерһеҙ булыу фарыздыр. Был фекерҙе бөгөнгө әңгәмәсем, гүзәллек конкурстары еңеүсеһе Айһылыу ХӘЙРУЛЛИНА ла йөпләр, моғайын.
Әйткәндәй, былтыр йәй Ҡаһарман ауылында ойошторолған Тамъян ырыуы бейе Шәғәли Шаҡмандың 500 йыллығына арналған йыйында “Тамъян һылыуы” исеменә лайыҡ тип табылған, өҫтәүенә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында ла еңеү яулаған, быйыл иһә Өфө ҡалаһында үткән “Башҡортостан гүзәле - 2020” матурлыҡ конкурсында финалға сыҡҡан 18 ҡыҙ араһында III дәрәжә дипломға эйә булған был һылыуҡай баҫмабыҙҙың “йөҙө” булараҡ та билдәле.
► Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы үҙең менән таныштырып үтһәңсе, Айһылыу...
- Шығай ауылы ҡыҙымын. Лира һәм Илһам Хәйруллиндарҙың ишле ғаиләһендә тәүге сабый булып донъяға килгәнмен. Үҙемде белер-белгәндән йыр-моңға, сәхнәгә ғашиҡмын. Хәйер, әсәйем яғынан барыһы ла ғәжәп моңло, дәртле кешеләр. Моғайын да, урта мәктәпте тамамлағас, мине күптәр сәнғәт юлын һайлар тип уйлағандарҙыр, ә мин атайымдың кәңәшен тотоп, Белорет медицина колледжына уҡырға индем...
► Белеүемсә, һин әле Сибай ҡалаһында йәшәйһең...
- Эйе, кейәүгә сығыу сәбәпле, II курстан һуң Сибай медицина колледжына күсергә тура килде. Тормош иптәшем Сәлим дә ошо ҡалалағы юғары уҡыу йортонда белем ала.
► Һине ҡанатландырған тәүге “Һылыуҡай”?
- Мәктәп диуарҙарында үткән гүзәллек конкурсы әле һаман хәтеремдә - иң юғары баһаға лайыҡ булып, киләсәктә лә ошоноң ише ярыштарға, камиллыҡҡа ынтылырға дәртләндерҙе ул мине. Артабан клуб сәхнәһендә күрше ауылдар араһында, унан һуң район кимәлендә уҙған “Һылыуҡай”ҙарҙа ла үҙ көсөмдө һынаным.
► “Башҡортостан гүзәле - 2020” конкурсында ҡатнашырға нисек йөрьәт иттең?
- Әсәйемдең: “Әйҙә ҡатнашып ҡарайыҡ”, - тиеүенә, тоттом да ризалаштым (ихлас көлә). Баш ҡалала уҙған һайлап алыу турында Иҙел башы тәбиғәтенең хозурлығы, тыуған ауылым, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһында ҡобайыр әйтеп, бихисап сибәркәйҙәр араһынан финалға үттем. Ғөмүмән, 10 көн буйы барған репетицияларҙа төрлө тарафтарҙан - Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, хатта Әрмәнстандан килгән башҡорт ҡыҙҙары менән танышып-аралашыуыма сикһеҙ шатмын. Шулай уҡ, шоу программаһына ярашлы, ҡыҙыҡлы фотосессиялар, видеоға төшөү, хореография, вокал, актерлыҡ оҫталығы, дефиле, визаж буйынса дәрестәр һөнәр арттырыуға булышлыҡ итте.
►Республика кимәлендәге матурлыҡ конкурсына ҡыҙҙар ниндәй критерийҙар буйынса һайлап алына?
- Конкурс, ғәҙәттә, 14-35 йәшлек гүзәл заттар араһында уҙғарыла. Тәүшарт - башҡорт телендә иркен һөйләшеү, шулай уҡ тәбиғи матурлыҡ, үҙ халҡыңдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү, сәхнәлә үҙеңде тәбиғи тотоу. Әйткәндәй, һылыуҡайҙарҙың буй үлсәме мөһим түгел. Ғөмүмән, беҙҙең төбәктә ойошторолған бындай саралар милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, шәхес тәрбиәләүсе рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын күрһәтеү, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, эстетик зауыҡты үҫтереү кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра. Эйе, ысын башҡорт ҡыҙҙары аҡыллы ла, матур ҙа, батыр ҙа, тыйнаҡ та булырға тейеш!
► Еңеүеңә өлөш индереүселәр...
- Шөкөр, рәхмәт әйтер кешеләрем бихисап. Тәү сиратта, әсәйем, өләсәйем, һөйгәнем һәр йәһәттән дә терәк-таяныс булды. Әсәйемдең оҫта ҡулдары теккән кейемдәр, ағайым Басирҙың ҙур сәхнәгә сығып, мин ҡурайҙа уйнаған бейеү көйөнә өҙҙөрә баҫып бейеүе, яҡындарымдың зал тултырып килеүе, һис шикһеҙ, оло баһаға лайыҡ. Райондың хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Андрей Иванютаның мине ҡуш ҡуллап ҡабул итеүе, финанс йәһәттән сығымдарҙы ҡаплашыуы, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллинаның бағыусылыҡ, шулай уҡ милли костюмдар йәһәтенән ярҙамы бик зарури ине.
►Ҡурайҙа уйнайым, тиһең...
- Бәләкәй генә сағымдан атайымдың ҡурай моңо аҫтында бейергә яраттым. Тора-бара үҙем дә уйнарға өйрәндем. Болоҡһоған, йә, киреһенсә, хистәрем йөрәгемә һыймаған саҡтарҙа, ҡулыма ошо тылсымлы музыка ҡоралын алам...
►Тағы ниндәй шөғөлдәргә өҫтөнлөк бирәһең?
- Күңел һалған шөғөлдәрем байтаҡ ҡына. Әсәйем кеүек башҡорт биҙәүестәрен эшләргә, тәңкә баҫырға, яҡындарымды тәмле-татлы тәғәмдәр менән һыйларға яратам. Һуңғы ваҡыттарҙа маникюр эшләү менән дә мауығам. Ҡыҙ-ҡырҡын өсөн хас булмаған йәнә бер шөғөлөм - һөйгәнемә автомобиль ремонтлашырға ярҙам итәм.
►Тормош иптәшең ниндәй сифаттары арҡылы әсир ҡылды?
- Сәлим - Рысыҡай ауылы егете. Иҫ киткес дәртле, әүҙем, изге күңелле, аҡыллы кеше ул. Ошо күркәм сифаттары менән мине ғашиҡ итте лә инде. Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында инженер һөнәрен үҙләштерә. Икебеҙ ҙә ирекмәндәр рәтендәбеҙ. Ғөмүмән, бер-беребеҙҙе тулыландырып, рухландырып, һәләк күңелле, тулы ҡанлы йәшәйбеҙ.
► Киләсәктә лә матурлыҡ конкурстарында ҡатнашырға ниәт тотаһыңдыр?
- Бындай саралар иңдәргә ҡанат ҡуя, үҫтерә, төрлө психологик барьерҙарҙан ҡотолорға, үҙеңдең өҫтөңдә даими эшләргә, камиллашырға ярҙам итә. Быйыл апрель айында “Урал аръяғы һылыуы” конкурсында ла ҡатнашырға тейеш инем, ләкин киҙеүгә бәйле был сара ойошторолманы.
► Гүзәл заттарға әйтер һүҙең...
- Үҙенә матур булырға рөхсәт биргән ҡатын-ҡыҙ ғына бар донъяны ғәмгә күмәсәк, бүтәндәргә ошо гүзәллек менән һоҡланырға, ләззәтләнергә мөмкинлек бирәсәк. Нәзәкәтле, нәфис булыуҙан, бүтәндәрҙе һылыулығыбыҙ менән таң ҡалдырыуҙан ҡурҡмайыҡ, тартынмайыҡ.
► Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу! Артабан да тос уңыштар, ҡаҙаныштар юлдаш булһын һиңә!
Читайте нас: