► Хәйерле сәғәттә, Азат Риф улы, иң элек “Урал спорт инвентарҙары заводы”ның хәл-торошо менән таныштырып үтһәгеҙсе...
- Бөгөн үҙебеҙҙе хаҡлы рәүештә машиналар эшләү предприятиеһы тип әйтә алабыҙ. Завод фитнес клубтар, тренажер залдары, урам спорт майҙансыҡтары, дауалау физкультураһы һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт ҡорамалдары етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Бер үк мәлдә дәүләт һатып алыуҙарында ла әүҙем ҡатнашып, дилерлыҡ селтәрен киңәйтәбеҙ.
Уҙған йылда ҡалала өҫтәмә цех-филиал асыуға ирештек. Ул иһә яҡын киләсәктә йүгереү юлы ҡорамалдарын етештереү предприятиеһына әйләнәсәк.
Йыл башында завод 250 тонналыҡ вулканизациялы пресс, өс күсәрле торба бөгөү, шымартыу, ҡырыу, дорнлы профиль бөгөү һәм башҡа станоктар менән тәьмин ителде. Ҡорамалдар үткән йылдағы табыш һәм шулай уҡ ҡала хакимиәтенең ижтимағи йәһәттән мөһим предприятиеларға аҡсалата ярҙам күрһәтеү иҫәбенә һатып алынды.
Әйткәндәй, дорнлы профиль бөгөү станогы етештерелгән продукцияның сифатын яҡшыртырға, ҡорос профилде матур итеп бөгөргә мөмкинлек бирәсәк. Был ҡиммәтле ҡорамалды заводҡа нигеҙ һалған саҡта уҡ һатып алырға ниәтләгән инек тә, ҡапыл-ҡара килеп сыҡманы. Оҙаҡ ҡына һайланғандан һуң, төрөк фирмаһы етештергән станокта туҡталдыҡ, март айында ул беҙгә килеп етте. Бынан ары заводтың көнәркәшлек һәләте тағы ла артыр, тип ышанабыҙ.
► Һеҙҙеңсә, төбәктә эшҡыуарлыҡҡа етерлек иғтибар бүленәме?
- Ошо йылдан беҙҙең ойошма Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының мөһим тәьмин итеүсе предприятиелары исемлегенә индерелде. Шуны билдәләү зарур: төбәк Башлығы профилле министрлыҡтарға урындағы етештереүселәргә илтифат күрһәтергә кәңәш бирҙе. Был бик яҡшы тенденция, минеңсә. Завод Рәсәй баҙарында етди “уйынсы” һаналһа ла, федераль “монстр”ҙар кимәленә етеңкерәмәй. Радий Хәбировтың кәңәше бик ҡулай булды - Башҡортостандың төрлө тарафтарынан байтаҡ һорауҙар яуҙы. Был иһә төбәк баҙарында заказдарҙың артыуына һәм предприятиеның позицияһы нығыныуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
► Пандемия илебеҙҙең бихисап предприятиеларын көрсөккә терәне...
- Эпидемиологик шарттарҙа ҡабул ителгән сикләү саралары, әлбиттә, эҙемтәһеҙ үтмәне. Бәғзе берәүҙәр алдан түләнгән заказдарынан баш тартырға мәжбүр булды, байтаҡ ҡына эшлекле тәҡдимдәр ғәмәлгә ашмай ҡалды. Шулай ҙа ышаныслы партнерҙарыбыҙ заводты тейешле заказдар күләме менән тәьмин итте. Бынан тыш, дәүләт заказдары менән эшләү ҙә иңгә өҫтәмә йөкләмәләр һала. Ике аҙна тын торғандан һуң, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының рөхсәте менән 12 апрелдән предприятие эшкә тотондо. Һис шикһеҙ, юғары әҙерлек режимында эшләү зарури бойороҡтарҙы теүәл үтәүҙе аңғарта. Битлектәргә ҡытлыҡты үҙебеҙҙең тегеү участкаһы көсө менән хәл иттек.
Ғөмүмән, һәр көрсөк яңы юлдар эҙләү өсөн шәп мөмкинлек тә, мәҫәлән, һатып алынған ярымфабрикаттар исемлеген барлап, ҡайһы берҙәрен үҙебеҙҙә етештерә алабыҙ тигән фекергә килдек. Был йәһәттән рационалләштереүсе хеҙмәткәребеҙ, токарь Евгений Бузориндың тәҡдиме ҡулай булды.
► Тағы ниндәй пландар менән янаһығыҙ?
- Алдағы көндәргә уй-ниәттәр хәтһеҙ генә. Шуларҙың береһе - йыл ярым элек башланған йүгереү юлы ҡорамалдарын етештереүҙе яйға һалыу. Был уникаль бизнес-проект етди иғтибарға лайыҡ. Ә бит хатта спорт ҡорамалдарын етештергән ҡеүәтле предприятиелар ҙа йүгереү юлы аппараттарын сығарыуға тотонмай. Сөнки ул ҙур көс һәм финанс йәһәттән байтаҡ сығымдар талап итә. Мин дә уны баштан уҡ тейешенсә баһалап етмәгәнмен...
Йорт алды майҙансыҡтарына башҡорт тирмәһе рәүешендә түбәлектәр эшләү проекты ла уңышлы булмаҡсы: ул ихаталарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән (ҡомлоҡтарға түбәлек йәки ял итеү зонаһы) айырыуса ҡулай. Быйыл март айында үткән Торлаҡ-коммуналь хужалығы форумында Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Б.В. Беляев һәм төбәк ҡалалары үҫеше институты вәкилдәре ҡатнашлығындағы пленар ултырышта ошо проектты күрһәттем. Был идея етәксегә ифрат оҡшаны, сөнки әлеге ҡоролма эҫелектән, ямғырҙан һаҡлап ҡына ҡалмаясаҡ, ә урам балалар комплекстарын тулыландырып, төбәктең милли үҙенсәлегенә баҫым яһаясаҡ.
► Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә, Азат Риф улы! Бынан ары ла изге ниәт-маҡсаттарығыҙ бойомға ашып торһон!