Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Июнь 2020, 12:00

Кинолог. Йырсы. Музыкант.

21июнь Рәсәй Эске эштәр министрлығының кинология подразделениеһы көнө билдәләнә. Күпләп эт тотоусылар, полиция хеҙмәтенә яҡын булмаһалар ҙа, был көндө үҙ байрамы тип һанай. Кинологтар көнөн эт - кешегә дуҫ ҡына түгел, шулай уҡ тоғро хеҙмәттәш һәм тыңлаусан өйрәнсек, һөнәр һәм тормоштоң йәме тип иҫәпләгәндәр билдәләй. 21 июнь бушҡа һайланмаған. Нәҡ ошо көндә, 1909 йылда Санкт-Петербургта, Рәсәй империяһында беренсе полиция эттәре питомнигы асыла.Байрам уңайынан Рәсәй Эске эштәр министрлығы Белорет районы буйынса бүлегенең кинология төркөмөнә юлландым.Бүлектең хеҙмәт эттәре питомнигы полицияның элекке бинаһы эргәһендә урынлашҡан. Бейек ҡапҡа асылып киткәс тә үҙеңде бөтөнләй башҡа мөхиткә килеп сыҡҡандай тояһың. Ҡала үҙәгендә булһа ла, бында урман эсендә кеүек: бейек ағастар, йәшеллек. Шул матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы яҡта эттәрҙең ярһып өрөүе ҡушыла.Кәртәләнгән территорияға үткәс, кинология үҙәгенең күтәрмәһенә юл - вольерҙар аша, сит кешегә ынтылып, һәр хәрәкәтеңде күҙәткән бихисап аҡыллы эттәр күҙәтеүе аҫтында ҡурҡа-ҡурҡа киләһең. Төптәрәк - эттәрҙе йөрөткән һәм өйрәтә торған майҙансыҡ.

Ҡаршыма өлкән лейтенант, инспектор-кинолог Линар Ринат улы Сәйәхов сыҡты. Эттәрҙе «үсектермәҫ өсөн», һүҙҙе оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәклеге аңлашылды. Шуға ла дүрт аяҡлы полиция вәкилдәрен нисек тәрбиәләүҙәре, уларҙың эше тураһында әңгәмәне тиҙ генә башлап ебәрҙем.
Дауамын гәзитебеҙҙең 49-сы һанында уҡый алағыҙ.
Читайте нас: