Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Июнь 2020, 14:00

Мәрхәмәтле һѳнәрҙе үҙ иткән

- Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек? - күңелгә майҙай яғылыр наҙлы тауышлы, мѳләйем ҡарашлы шәфҡәт туташы килеп инеү менән дауахана палатаһы бермә-бер йәнләнеп, нурланып киткәндәй тойолдо.- И-и, балаҡай, һағынып кѳтѳп алдыҡ үҙеңде, - яулыҡ аҫтынан һыпырылып сыҡҡан сәстәрен рәтләй-рәтләй, инәйҙәрҙең кемеһелер система алырға, кемеһелер укол ҡаҙатырға әҙерләнде. - Бигерәк ҡулың еңел, әйтәгүр, хатта семетеп тә ҡуйманы...Ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында тиҫтә йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләгән Диләфрүз Вадим ҡыҙы НАФИҠОВАның нәүбәткә баҫыуын сирлеләр көтөп ала. Үҙ һөнәрен белеп, яратып башҡарған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ғәйәт ихлас, ярҙамсыл һылыуҙы олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә.

...Әле кескәй генә сағынан уҡ үҙенең ниндәй һөнәр һайлаясағын аныҡ тѳҫмѳрләй Диләфрүз. Белореттан
Ҡаһарман ауылына ҡунаҡҡа барған һайын Ғәйфә өләсәһенең: “Ҡыҙым, үҫкәс, табип йә шәфҡәт
туташы булырһың, ҡартайған көнөбөҙҙә беҙҙе дауаларһың, йәме”, - тиеүе лә, бәлки, быға булышлыҡ иткәндер...
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлап, маҡсатлы ҡыҙ, һис икеләнеүһеҙ, документтарын медицина колледжына илтә. Һайлаған йүнәлеше акушерлыҡ эшенә бәйле булһа ла, ҡулына диплом алғас, йоғошло сирҙәр буйынса китергә ҡарар ҡыла ул...
Берҙәм, татыу, тәжрибәле коллективта эшләгәнгәлер, күрәһең, хатта иң ауыр мәлдәрҙә лә күңел төшөнкөлөгөн тоймай йәш белгес. Хәйер, дауахана мөдире Гөлнара Хәсәнованың, өлкән шәфҡәт туташы Динә Мансурованың аҡыллы етәкселеге, әсәйҙәрсә хәстәрлекле, кешелекле булыуҙары бар хеҙмәткәрҙәргә лә бына тигән үрнәк.
- Пандемия шарттарында ла үҙ-ара итәғәтле, ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай алдыҡ; йөкләмәләрҙе тигеҙ бүлешеп, кәрәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торабыҙ. Һис шикһеҙ, яңы киҙеү һәммәбеҙ өсөн дә оло һынауға әйләнде. Эштән китеүҙе хуп күргәндәр ҙә юҡ түгел... Әммә был өлкәне һайлағанһың, уны тәғәйенләнешең итеп ҡабул ҡылғанһың икән, тимәк, һин барса ҡыйынлыҡтарға ла әҙер вә тәҡәтле булырға тейешһең. Иңгә һалынған аҡ халат кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалауҙы, йәшәүгә өмөт уятыуҙы талап итә, - ти әңгәмәсем етдиләнеп.
Көҙ, ҡыш айҙарында - бассейн менән йогаға, яҙғыһын - йүгереүгә, йәйен иһә урман-ҡырҙар гиҙеүгә өҫтөнлөк биргән Диләфрүз әйләнә-тирәләгеләргә лә сәләмәт тормош рәүешен әүҙем пропагандалай. “Әленән-әле эске көсөргәнешлек кисереү кешене төрлө сирҙәргә һабыштыра, йәшәү көсөн һура. Спорт иһә стрестан арыныу, эмоциональ йәһәттән “бушаныу”, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнән ҡотолоу өсөн иң шәп сара, - тип күҙҙәрен осҡонландыра һомғол буйлы, йәп-йәш сырайлы шәфҡәт туташы.
Үҙ ѳҫтѳндә даими эшләргә, белемен камиллаштырырға, тәжрибә тупларға тырышып торған Диләфрүздең ѳҫтәмә һѳнәр алыу теләге лә юҡ түгел. Кескәйҙәрҙең ихласлығына, эскерһеҙлегенә арбалған ҡыҙ киләсәктә үҙен йәнә логопедия белгесе итеп тә күҙ алдына килтерә.
Эйе, кеше күңелен, кәйефен нескә тойған, ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡмаған кѳслѳ рухлы, фиҙаҡәр, миһырбанлы медицина хеҙмәткәрҙәре барҙа, кешелеккә ябырылған бер зәхмәт тә ҡурҡыныс түгел. Ана бит, Диләфрүз дә, хеҙмәте нисек кенә ауыр, яуаплы булмаһын, ерҙәштәренә ярҙам итә алыуына ифрат бәхетле...
Читайте нас: