Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Июнь 2020, 17:35

Йәшлек йәмле изге эштәр менән

Урғып торған хис-тойғолар, ғәмәлләшер изге маҡсаттар, дәртле йѳрәктәр мәле ул йәшлек. Ошо илаһи осор биргән мѳмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырыу, тимәк, һиңә бирелгән ғүмерҙе заяға уҙғарыу тигән һүҙ. Әммә, ни генә тимәһендәр, заман йәштәре араһында маҡсатлы, ихтыярлы, миһырбанлы егет-ҡыҙҙар ифрат күп. Белорет медицина колледжы студенттары Фирзән Мѳхәмәтдинов менән Нургиз Ниғмәтуллин (һүрәттә уңдан һулға) үҙҙәре генә ни тора һуң! “Дауалау эше” буйынса һѳнәр үҙләштергән 411-се тѳркѳм студенттары - бына-бына ҡулдарына диплом алырға торған әҙер фельдшерҙар.

Фирзән сығышы менән Әбйәлил районы Тупаҡ ауылынан булһа, Нургиз иһә Асҡарҙа тыуып үҫкән. Әле мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ биология, химия фәндәренә мѳкиббән ғашиҡ егеттәр, ун берҙе тамамлау менән донъялағы иң яуаплы, ҡатмарлы һѳнәрҙәрҙең береһен һайларға ҡарар ҡыла.
- Әсәйем ғүмере буйы медицина ѳлкәһендә эшләй. Бала саҡтан был хеҙмәттең ғәйәт ауыр, етди булыуын, ни ҡәҙәрем фиҙаҡәрлек, рух ныҡлығы, сабырлыҡ талап итеүен тойоп-белеп үҫтем. Шулай ҙа уның һѳнәре йәһәтенән үкенгәнен, зарын ишетмәҫһең. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙе үҙенең изге бурысы итеп һанай ул, - ти Фирзән яҡын кешеһе менән һоҡланып.
Тәүге курстан уҡ үҙҙәрен ифрат яуаплы, ярҙамсыл, әүҙем итеп таныта егеттәр. Колледжда ғына түгел, ҡалала үткән барлыҡ сараларҙа ла теләп ҡатнашалар - “Бѳтѳн донъя йѳрәк кѳнѳ”, “Бѳтѳн донъя ҡан доноры кѳнѳ”, “Бѳтѳн донъя сәләмәтлек кѳнѳ”, “Һаулыҡ аҙымдары”, “СТОП/ВИЧ/СПИД”, “Ғаилә ялы”, “Китап уҡыу - сәләмәтлек формулаһы кеүек” һәм башҡа акцияларҙың береһе лә уларһыҙ уҙмаған. Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре был сараларҙа ҡан баҫымын тикшергән, ҡыҙыҡһынғандарға кәүҙә ауырлығының индексын билдәләргә ѳйрәткән, сәләмәт тормош рәүеше тураһында буклеттар таратҡан.
Ирекмәндәр хәрәкәтенең дә әүҙем ағзалары йәштәр - колледждың “Сәләмәтлек формулаһы”, “Ауылға изгелек” Бѳтѳн Рәсәй акцияларында һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған “Ауылға изгелек” проекты сиктәрендә Фирзән менән Нургиз Боғанаҡ, Әзекәй ауылдарының фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлашырға, фельдшерға сирлеләрҙе ҡабул итергә ярҙамлашҡан.
Киң масштаблы “Йәшел Башҡортостан” акцияһы мәлендә лә ҡул ҡаушырып ултырмаған студенттар - ҡала хакимиәте вәкилдәре, ирекмәндәр менән бергә Иҙел башында йәш ҡарағай һәм ҡайын үҫентеләре ултыртҡан.
Ике егет тә заманса мәғлүмәт һәм компьютер технологияларын үҙ итә. Уларҙың студент тормошо, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһындағы видеороликтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Был шөғөл йәштәргә тѳбәктә һанлы телевидениеға күсеү процесында ла ярап ҡалған - Бөтөн Рәсәй “Һан” акцияһы ирекмәндәре рәтендә улар ҡала-район халҡына зәңгәр экрандарҙы, һанлы тапшырыуҙарҙы ҡабул итеүсе махсус ҡоролмаларҙы көйләргә, тоташтырырға ярҙамлашҡан.
Пандемия шарттарында киләсәген фельдшерлыҡ менән бәйләргә ниәт ҡылған 49 студент Үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә киҙеү таралыуҙы булдырмау йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәткән. Фирзән менән Нургиз дә был хәүефле мәлдә ай самаһы ҡала поликлиникаһында үҙ бурысын үтәгән - урындағы халыҡҡа өйҙәренә табип саҡыртыуҙы, дауалау учреждениеһы ишеге алдында килеүселәрҙең тән температураһын билдәләүҙе, ҡулдарын антисептик сара менән йыуҙыртыуҙы, теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәренә документтар менән ярҙам итеүҙе үҙ иңдәренә алған. Шул уҡ мәлдә пациенттар менән COVID-19 инфекцияһы буйынса аңлатыу-иҫкәртеү эштәре лә алып барған буласаҡ медиктар.
Алдынғы ҡарашлылар һәр ваҡыт үҫеш, камиллашыу юлында. Колледжда уҡыу осоронда студенттар бер генә йүнәлеш менән мөрхәтһенеп ҡалмаған - тиҙ ярҙам фельдшерына әҙерлек үткәндәр, шулай уҡ яңы киҙеүгә ҡаршы көрәш йәһәтенән квалификацияларын да арттырғандар.
- Фельдшерлыҡ менән генә сикләнмәҫмен, моғайын, киләсәктә йәнә ренгенолаборант һөнәрен дә үҙләштерермен, - ти ышаныслы итеп Нургиз. Фирзәндең дә киләсәктә юғары белем алыу теләге юҡ түгел.
Студент саҡтарын йәшлек осороноң иң күңелле, үкенмәҫлек мәле тип һанай йәштәр, үҙҙәрен изге эштәргә дәртләндереп торған уҡытыусыларына, һәр саҡ ярҙамға атлығып торған төркөмдәштәренә лә рәхмәттәре сикһеҙ.
- Талантлы педагогтар - Людмила Валерьевна Кваснина, Элина Викторовна Ольховская, төркөм етәксебеҙ Ольга Михайловна Әхмәтова һәм башҡалар беҙгә ысын мәғәнәһендә терәк-таяныс, кәңәшсе, игелеккә әйҙәп тороусы булдылар. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт уларға! - ти Фирзән менән Нургиз ихлас йылмайышып.
Эйе, бына-бына ҡулдарына диплом алып, ауыл еренә эшкә ҡайтырға йыйынған ике дуҫтың оло йөрәкле, кешелекле-кеселекле, мәрхәмәтле булыуы, яҡты уйҙар, хыялдар менән йәшәүе, ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡалмауы һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. Хәйер, иң ҡатмарлы вә шәфҡәтле һөнәр һайлаусылар тап шундай булырға тейештер ҙә...
Читайте нас: