Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июль 2020, 18:35

Иҫәп-хисапҡа һәләтле

Үрге Әүжән ауылындағы "Универмаг" магазинында һатыусы булып эшләгән Анастасия Дятлова иҫәп-хисапҡа бала саҡтан һәләтле булған. 41 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, һәр ингән кешене яғымлы йылмайып ҡаршы ала, һатып алыусыһына рәхмәт әйтеп оҙатып ҡала.

Көнө-төнө аяғөҫтө тороу еңелдән түгел, ауыр-ауыр аҙыҡ-түлекте лә күтәреп һалыр кәрәк, магазинды һәр саҡ таҙа, тәртиптә тотоу ҙа уның өҫтөндә. Әммә эшенә бер ҡасан да зарланмай:
- 1979 йылда Әүжәндәге “Белорет” район ҡулланыусылар ойошмаһының магазинына эшкә урынлашҡайным, шунан бирле бер ҡайҙа ла китмәнем. Йылдар үтә тора ойошманың исемдәре генә үҙгәртелде. Ҡасандыр коллективта 4-6 кеше эшләгән осраҡтар ҙа булды. Һәр саҡ дуҫ, татыу булдыҡ, бер-беребеҙгә ышаныс менән ҡараныҡ. Эшем ауыр булһа ла, үҙемә оҡшай. Һәр һатып алыусыма хөрмәт менән ҡарайым, һәр ҡайһыһының теләген үтәргә тырышам. Йөҙөн емереп, теләр теләмәҫ кенә ҡыбырлап йөрөгән һатыусыны бер кем дә яратмай һәм ундай магазинға ҡабат инергә лә теләмәйәсәк, - ти ул.
Анастасия Михайловна тормош иптәше Иван Иванович менән ике ҡыҙға - Маша менән Таняға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандар. Икеһе лә Белорет ҡалаһында уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр.
Табип булһынмы, уҡытыусымы, һатыусымы - һәр һөнәр ҙә тормошта кәрәкле һанала. Бары тик һәр кешегә үҙ йүнәлешен, күңелгә ятҡан эшен табаһы кәрәк. Анастасия Михайловна иһә үҙ булмышын ошо һөнәрҙә тапҡан да инде.
Читайте нас: