Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Август 2020, 19:15

Актерлыҡ һәләте - тәбиғәттән

Талантлы егет менән киләсәккә ҡорған пландары, сәхнә тураһында фекер алыштыҡ...

Нәфис СӘҒИТУЛЛИНдың сәхнәләге сығышын бынан бер-ике йыл элек күргәйнем. Спектакль барышында тиҫтерҙәре араһында сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, бирелгән образына инә белеүе, мимика, ҡараштар менән эшләй белеү һәләте иғтибарҙы йәлеп итте. Ысынлап та, уның сығышын күргән һәр кем, уға тәбиғәттән актерлыҡ һәләте бирелгән бит, тип уйламай ҡалмайҙыр.
Талантлы егет менән киләсәккә ҡорған пландары, сәхнә тураһында фекер алыштыҡ:
► Нәфис, башта үҙең менән таныштырып үт әле.
- Мин быйыл Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәбенең X класын “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамланым.
► Актерлыҡ донъяһына һине кем алып килде?
- Спектаклдәрҙә I кластан алып ҡатнашам. Мине сәхнәгә беренсе уҡытыусым Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы Ғәрифуллина баҫтырып ебәрһә, әлеге көндә миңә актерлыҡ нескәлектәрен Әлиә Марс ҡыҙы Саматова менән “Елмерҙәк” һәм “Ҡолонсаҡ” театрҙары режиссеры Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙагилдина өйрәтә. Мине сәнғәткә алып килгән ошо өс уҡытыусыма ла ҙур рәхмәт әйтеп үткем килә.
► “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театрына килгәс, иң беренсе ниндәй спектаклдә уйнағаныңды хәтерләйһеңме?
- Зөһрә Фәйзуллинаның “Йомро-йомро йомғағым”да Эт булып уйнаным. Ошо уҡ спектакль менән Ауырғазы районында республика фестивалендә ҡатнашып I урынды яуланыҡ. Миңә шунда уҡ, сәхнәлә тыуған малай, тигәйнеләр. “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театрына VIII класта килдем. Унда беренсе тапҡыр Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһынан Диуана ролен башҡарҙым.
► Ә ниндәй спектакль иң иҫтә ҡалғаны булды?
- Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесынан өҙөктө сәхнәләштереү. Унда миңә төп ролде - Моталлапты ышанып тапшырҙылар. Ғөмүмән алғанда, сәхнәлә кемде генә уйнаһам да, ул кисергән эмоцияларҙы үҙем аша үткәрәм, һәр сығышыма етди әҙерләнәм.
► Сәхнәгә сығыр алдынан ҡаушайһыңмы һәм һүҙҙәрҙе ятлау нисек бирелә?
- Һүҙҙәрҙе махсус рәүештә ултырып ятлағаным юҡ. Мин уларҙы репетиция барышында уҡ ятлап бөтәм, был миңә еңел бирелә. Сығыш алдынан бер аҙ ҡурҡыта, әлбиттә, әммә сәхнәгә сыҡҡас та был шундуҡ үтә, залда ултырған тамашасыны күрмәйем дә тиерлек.
► Һине йыш ҡына төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә күрергә була. Йәш актер булыуыңдан тыш, йырлайһың да, бейейһең дә...
- Эйе, уҡыуҙан тыш һәр ергә лә өлгөрөргә тырышам. Район мәҙәниәт һарайындағы бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, йырлайым да. Район кимәлендә үткән Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында I урын алдым, “Башҡортостан ынйылары” конкурсында Мостай Кәримдең “Айгөл иле”нән Синьор Пиккионы, Үткәлдә үткән конкурста “Ай тотолған төндә”нән Диуананы уйнап “Ирҙәр ролен иң яҡшы башҡарыусы” номинацияларында билдәләндем. Инйәрҙә 2019 йылда “Йөрәк һүҙе” конкурсында “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булдым.
► Әйткәндәй, йәй баштарында Өфө ҡалаһына барып, “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашып та ҡайтҡанһың икән...
- Мин унда Мөнир Иҡсановтың “Үлемһеҙ полк” шиғырын ятланым. Сығышымды Башҡортостан юлдаш каналы төшөрҙө. Конкурстың ойоштороусыһы Наилә апай Сәфәрғолова сығышымды бик оҡшатты. Ул миңә оҫталыҡ дәресен дә үткәрҙе.
► Һәр кешенең ниндәйҙер хыялы була. Ә һинеке бармы?
- Ниндәй ҙә булһа драматик кинола төшөү тураһында хыялланам.
► Киләсәгеңде сәнғәт менән бәйләйәсәкһеңме, әллә башҡа юлдан китергә уйлайһыңмы?
- Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегенә һынау тоторға ниәт итәм. Үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрәм. Сәхнәнең минеке, минең сәхнә өсөн яратылған булыуым күптән аныҡ.
► Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Нәфис! Хыял-маҡсаттарыңдың ысынбарлыҡҡа ашыуын теләйем.
Читайте нас: