Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Август 2020, 19:00

Тәү сиратта Кеше булыу зарур

Бындай вазифала эшләү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға, судья һөнәре һәм башҡалар тураһында Ринат БАЙМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ:

Ринат Баймөхәмәтов 1960 йылда Әзекәй ауылында тыуған. 1977 йылда Сермән урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырылғансы, бер йыл “Сельхозтехника” район берекмәһендә тракторист булып эшләп ала. Ил алдындағы бурысын үтәгән осорҙа дипломлы белгес, етди һөнәр эйәһе булыу хаҡында уйлана башлай. Әрменән һуң Белорет эске эштәр бүлегенең милиционерҙар рәтен тулыландыра. Шулай ҙа уҡырға инеү тураһындағы хыялы тынғы бирмәй уға. 1981 йылда Елабуға махсус милиция мәктәбенең “Енәйәтте тикшереү” бүлегенә уҡырға инә. Тик яҡшы билдәләргә генә уны тамамлап, “Юрист” квалификацияһына эйә булған егет райондың эске эштәр органдарының енәйәтте тикшереү бүлегенә өлкән инспектор итеп ҡабул ителә. 1986-1989 йылдарҙа Дзержинский исемендәге Киев эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә юрист һөнәренә уҡып сыға. Артабан ул райондың эске эштәр бүлегендә өлкән участка милиционеры, енәйәтте тикшереү өлкән оперуполномоченныйы, енәйәтте тикшереү, Белорет эске эштәрендә криминал милицияһы, Баймаҡ район-ҡала эске эштәр бүлектәре начальнигы, Белорет эске эштәрендә йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса милиция начальнигының урынбаҫары булып эшләй. 2001 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә Белорет районынын 1-се суд участкаһында мировой судья.
43 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Ринат Миҙхәт улының 40 йыллыҡ ғүмере хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән бәйле. Суд эшмәкәрлеге үҫешенә, суд системаһы эшен камиллаштырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Суд советының, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының, муниципаль район Советының күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, намыҫлы эше Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Суд департаментының II дәрәжә “Тырышлыҡ өсөн” знагы менән билдәләнгән.
Күңеле менән йырға ла ғашиҡ, бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Судьялар араһында ойошторолған йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулаған. Әбйәлил районы ҡыҙы Әлфиә Мирҡасим ҡыҙы менән 28 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Динар һәм Ришат исемле ике балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға кесе улдарын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә... Өлкән улдары Динар атаһының юлын һайлаған. Юғары белемле юрист бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡануниәт бүлегендә һөнәре буйынса эшләй.
Бындай вазифала эшләү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға, судья һөнәре һәм башҡалар тураһында Ринат БАЙМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ:
► Ринат Миҙхәт улы, суд эше документтары менән беренсе тапҡыр танышҡанда уҡ ниндәй ҡарар ҡабул итерегеҙҙе алдан тойомлайһығыҙмы? Шулай уҡ суд барышында хәлдәрҙең бөтөнләй башҡа йүнәлеш алғаны бармы?
- Ҡарарҙарҙың нисек булырын бер ҡасан да документтарҙы тәү ҡарауҙан белеп булмай. Суд барышында төрлө хәлдәр килеп тыуа, мәҫәлән, кемдеңдер ялғанлашыуын һиҙәһең, әммә һинең быны раҫларлыҡ тейешле документтарың юҡ һәм башҡалар. Өҫтәмә тикшереү, дәлилдәр талап ителеү сәбәпле, ҡарар сығарыуҙы кисектереп торорға тура килә. Минең өсөн ҡарар сығарыу ваҡыты түгел, ә уның ғәҙел булыуы мөһим.
► Кемдеңдер хәйләләшкәнен, йәки алдашыуын шундуҡ һиҙәһегеҙме?
- Эйе. Был өлкәләге бай тәжрибәмә таянып дөрөҫ һиҙемләй алам. Яуап биреүсегә түгел, күберәк интуицияма ышанам.
► Сер түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә судьяларға һөжүм итеү осраҡтары ишетелеп тора. Һеҙҙең ғүмерегеҙгә хәүеф менән янағандары булдымы?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтарҙан беҙҙең беребеҙ ҙә азат түгел. Эске эштәр органдарында эшләгәнемдә лә, судья булыу дәүерендә лә төрлө хәлдәр булғыланы, хатта бысаҡ менән ташланған кешеләргә ҡаршы торорға, алышырға тура килде. Бындай хәлдә беҙ үҙебеҙҙе һаҡлау сараларын ҡулланыу хоҡуғына эйә. Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн эмоцияларыңды үҙ эсеңдә тоторға, конфликтҡа инмәҫкә кәрәк. Әгәр судья үҙен тыныс тота икән, асыулы, ярһыған кеше лә тиҙ арала тынысланасаҡ.
► Йылына яҡынса нисә ҡарар ҡабул итергә тура килә?
- Енәйәт эштәре буйынса 100-ҙән ашһа, гражданлыҡ эштәре - 2-3 меңгә, административ эштәр 600-700-гә барып етә.
► Һеҙҙеңсә, судья кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Тәү сиратта, ул Кеше булыу зарур! Әйткән һүҙендә тора белергә, үҙ фекеренән тайпылмаҫҡа тейеш. Ҡарар ҡабул итер алдынан һәр саҡ башҡа коллегалары менән кәңәшләшкән судья ул судья түгел тип иҫәпләйем. Тиҙ арала ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн тәүәккәл, яҡшы хәтергә эйә, иғтибарлы булыу ҙа мөһим. Шулай уҡ мәҙәниәтле, сабыр, ғәҙел булыу, ниндәй генә хәлдә лә тыныслыҡ һаҡлай белеү кәрәк. Беҙҙең эштә хаталанырға ярамай. Закондар бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороу сәбәпле, һин улар менән һәр саҡ танышып, белеп торорға тейеш. Юғиһә, сығарған ҡарарыңдың законға тап килмәүе, хаталаныуың бар. Судья булып етешеү өсөн юридик белемдән, закондарҙы яҡшы белеүҙән тыш, юриспруденция өлкәһендә бай тәжрибә лә кәрәк.
Судья һәр көн кеше ҡайғыһы һәм проблемалары менән осраша. Кеше бында килеп тыуған хәл-ваҡиғаны хәл итеүҙең һуңғы инстанцияһы булараҡ килә. Шуға күрә судья һәр саҡ үҙ эшенең ҙур һөнәрмәне генә түгел, ә психолог та булырға, суд процесының һәр ағзаһы менән яҡшы мөғәлләмә итә белергә тейеш.
► Ә Һеҙҙең ғаиләгеҙ, шәхси эштәрегеҙ өсөн ваҡытығыҙ ҡаламы?
- Милицияла эшләгән осор менән сағыштырғанда, эйе тип әйтә алам. Сөнки беҙгә ял һәм байрам көндәре тәғәйен рәүештә бирелә. Ял көндәрен файҙалы эш менән үткәрергә, яҡындарым менән бергә булырға тырышам. Сөнки минең тормошомда ғаилә иң беренсе урында тора - эргәмдә уңған ҡатыным. Яратҡан Динар улыбыҙҙың матур итеп эшләп йөрөүенә һоҡланабыҙ. Һау, бәхетле генә булһын.
► Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Законды боҙор алдынан уйлаһындар ине. Хәҙер бит Интернетта бөтә нәмә бар, танышырға, уның һөҙөмтәһе һиңә нимә менән янауын белергә мөмкин. Штрафтар күләме лә хәҙер бик ҙур. Мәҫәлән, эскән килеш руль артына ултырған өсөн 30 мең һум штраф янай. Ябай халыҡ уны һыйырын һатҡан хәлдә лә түләп бөтә алмай. Эскелек арҡаһында бик күп бәләгә тарыуҙары, “тиҙ аҡса” биргән ойошмаларҙан займдар алып, бурысҡа батыуҙары эсте бошора. Кеше йәшәй килә тормош тәжрибәһе туплай бит, шуға күрә йәштәргә ололарҙан үрнәк алырға, кәңәшләшергә тәҡдим итәм. Мутлашыусыларҙан һаҡланыу, эш хаҡына бәйле проблемаларға тарымаҫ өсөн эшкә рәсми рәүештә урынлашырға тырышһындар. Йәмғиәттә үҙеңде тотоу нормаларын үтәгәндә бер кемгә лә, бер кем алдында яуап бирергә тура килмәйәсәк. Ҡорған ғаиләләрен тарҡатмай, татыулыҡта һәм сәләмәтлектә йәшәһендәр, балаларына матур тәрбиә бирһендәр, бала ҡайғылары уларҙы урап үтһен!
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Миҙхәт улы!
Читайте нас: